Байҡы-Юныс ауыл Советы (Ҡариҙел районы)
Байҡы-Юныс ауыл Советы — Ҡариҙел районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452386. ОКАТО коды — 80234818000. Байҡыбаш ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1991 йылдың 1 июлендә ойошторола[1].
Ауыл Советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байҡы-Юныс — административ үҙәк, Асҡыш ауылы[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йылдың 1 июлендәге «Ҡариҙел районында Байҡы-Юныс ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» 6-2/273 һанлы указы хәбәр итә:
- Ҡариҙел районының Байҡы-Юныс ауылында административ үҙәк менән Байҡы-Юныс ауыл Советын ойошторорға.
- Тигермән ауыл Советынан Байҡы-Юныс һәс Асҡыш ауылдарын сығарып Байҡы-Юныс ауыл Советы составына индерергә.
- Тигермән ауыл Советының административ үҙәген Байҡы-Юныс ауылынан Тигермән ауылына күсерергә.
- Байҡы-Юныс ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.
17 йылдан һуң Байҡы-Юныс ауыл Советы юҡҡа сыға.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
27) Ҡариҙел районы буйынса (пункт б):
- Байҡыбаш ауылында административ үҙәге менән, «Байҡыбаш» атамаһын һаҡлап, Байҡыбаш һәм Байҡы-Юныс ауыл Советтарын берләштерергә.
- Байҡы-Юныс ауыл Советының Байҡы-Юныс, Асҡыш ауылдарын Байҡыбаш ауыл Советы составына индерергә.
- Байҡыбаш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
- Иҫәп мәғлүмәттәренән Байҡы-Юныс ауыл Советын алып ташларға
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылға Асҡын районы, Тигермән ауыл Советы, Әртәкүл ауыл Советы, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы, Байҡыбаш ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ УКАЗ Президиума ВС Башкирской ССР от 01.07.91 № 6-2/273 "Об образовании Байки - Юнусовского Сельсовета в Караидельском районе" 2014 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Страница 404
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Страница 404