Кирҙә ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кирҙә ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Кирҙә[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Халыҡ һаны 593 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Кирҙә ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Кирҙә ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл Советы БАССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 29 ноябрендәге Указына ярашлы барлыҡҡа килә һәм «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» закон нигеҙендә ғәмәлдә.

1977 йылда Конституцияға ярашлы халыҡ депутаттарының Кирҙә ауыл Советы тип атала башлай.

1992 йылдың 7 июлендә халыҡ депутаттарының Кирҙә ауыл Советы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл Советы хакимиәте итеп үҙгәртелә.

2002 йылдың 24 июлендә Кирҙә ауыл Советы хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл Советы муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә.

2005 йылдың 19 декабрендә Кирҙә ауыл Советы муниципаль берәмеге Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ҡариҙел районы Кирҙә ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
1114870788762728683660

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Советы биләмәһенең дөйөм майҙаны — 2046 гектар тәшкил итә. Кирҙә ауыл Советы Үреш-Битулла, Урғыш, Байҡы, Магинск, Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр ауыл Советтары менән сиктәш[10].

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Кирҙә ауыл, административ үҙәк 459[5]
2 Сурҙы ауыл 115[5]
3 Атамановка ауыл 104[5]
4 Янбаҡ ауыл 66[5]
5 Александровка ауыл 41[5]
6 Ҡайынсыҡ ауыл 1[5]
7 Октябрьский ауыл 1[5]
8 Тат-Ҡоҙаш ауыл 1[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  10. Кирзинский сельсовет. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.