Эстәлеккә күсергә

Бағаҙы ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бағаҙы ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Бағаҙы ауыл СоветыҠариҙел районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 452385. ОКАТО коды — 80234808000.  Ҡариҙел ауыл Советы. ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Бағаҙы — административ үҙәк, ДәүләтЗиннәт,  Уразбахты, Сапаш ауылдары[1]

 Өфө йылғаһы 

Асҡын урман хужалығының Ҡашҡа урмансылығы, Ҡариҙел урман хужалығының Ҡариҙел урмансылығы.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
27) Ҡариҙел районы буйынса:


а) Ҡариҙел ауылында административ үҙәге менән, «Ҡариҙел» атамаһын һаҡлап, Ҡариҙел һәм Бағаҙы ауыл Советтарын берләштерергә.

Бағаҙы ауыл Советының Иҫке Бағаҙы, Дәүләт, Зиннәт, Уразбахты, Сапыш ауылдарын Ҡариҙел ауыл Советы составына индерергә.
Ҡариҙел ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Бағаҙы ауыл Советын алып ташларға.

2008 йылда Асҡын районыЯңы Муллаҡай ауыл Советы, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш  ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).