Магинск ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Магинск ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Магинск[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Халыҡ һаны 1496 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Магинск ауыл Советы (элекке исеме —Ҡариҙел ҡасаба Советы, халыҡ депутаттарының Ҡариҙел ҡасаба Советы, Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Магинск ауылы, район үҙәге Ҡариҙел ауылынан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы 1944 йылда, БАССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың майындағы 616/27 һанлы Указына ярашлы ойошторола, һәм уға Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый Бор) ғына инә.

Быға тиклем, 1940 йылда, Ҡариҙел быяла заводы ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый бор) Апрель ауыл Советы составына инә, ә механизацияланған Магинск урман участкаһы ҡасабаһы (хәҙерге Магинск), Павловка һыуһаҡлағысы төҙөгән ваҡытта һыу баҫыу зонаһына эләккән Могилевка һәм Спасское ауылдары менән бергә, Бәрҙәш ауыл Советы составына инә[3]

1956 йылда Ҡариҙел ҡасаба Советына Апрель ауылы, 8-се км барактар, Ҡариҙел ҡасабаһы инә, ә Магинск ҡасабаһы йәнә барлыҡҡа килгән Магинск ауыл Советы үҙәге була, уның составына Әсит, Ҡайынлы үҙән һәм Магинск ҡасабалары инә[4].

1969 йылда, үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, Ҡариҙел ҡасаба Советы составына (үҙәге — Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы (хәҙерге Сосновый бор)) Әсит, Ҡайынлы үҙән ҡасабалары, Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы, һәм Магинск ҡасабаһы инә[5].

1986 йылда Әсит һәм Ҡайынлы үҙән ҡасабалары, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396 һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәтенән сығарыу тураһында» указына ярашлы рәүештә, иҫәп мәғлүмәттәренән сығарылған[6]

1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡариҙел ҡасаба Советы, Башҡортостан Республикаһының 1999 йылдың 30 декабрендәге 42-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советын төҙөү тураһында» законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советына үҙгәртелә. ауыл Советы составына Магинск ҡасабаһы һәм Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы инә[7].

2002 йылдың 9 июленән Магинск ауыл Советы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советы муниципаль берәмеге тип атала[8].

2005 йылдың 19 декабрендә, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы, Магинск ауыл Советы муниципаль берәмеге, Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ҡариҙел районы Магинск ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[9].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Магинск ауыл Советы биләмәһенең дөйөм майҙаны — 1243 гектар[10].

Ҡариҙел, Яңы Муллаҡай, Ҡараяр, Озерки, Байҡы ауыл биләмәләре менән сиктәш[11].

Яҡындағы Щучье Озеро тимер юл станцияһынан алыҫлығы 127 км тәшкил итә[12].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[13]2009[13]2010[14]2012[15]2013[16]2014[17]2015[18]
1722156816431623159715451535


Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Магинск ауыл, административ үҙәк 1491[14]
2 Сосновый Бор ауыл 152[14]

Ауыл Советы етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылдан — Васильев Алексей Александрович

1957—1958 йылдарҙа — Щелев Николай Иванович

1959—1962 йылдарҙа — Екатерина Александровна Никулин

1963—1965 йылдарҙа — Виктор Иванович Курбатов

1966—1974 йылдарҙа — Никулина Екатерина Александровна

1974—1981 йылдарҙа— Мельников Спиридон Васильевич

1981—1982 йылдарҙа — Мичков Василий Сергеевич

1984—1986 йылдарҙа — Выгузова Зоя Афанасьевна

1987—1990 йылдарҙа — Ғизетдинова Мәрзиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы

1990—1992 йылдарҙа — Банников Геннадий Александрович

1993—1997 йылдарҙа — Лотфрахманов Әхнәф Нәзип улы

1997—1999 йылдарҙа — Шәйхинуров Рим Мәснәүи улы

1999 йылдан — әлеге көнгә тиклем — Киряков Андрей Алексеевич[19].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. О поселении Магинский сельсовет.
  4. О поселении Магинский сельсовет.
  5. О поселении Магинский сельсовет.
  6. Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов
  7. О поселении Магинский сельсовет.
  8. О поселении Магинский сельсовет.
  9. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  10. О поселении Магинский сельсовет.
  11. О поселении Магинский сельсовет.
  12. О поселении Магинский сельсовет.
  13. 13,0 13,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  14. 14,0 14,1 14,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  17. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  19. О поселении Магинский сельсовет.