Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Байҡыбаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө строитель
Уҡыу йорто Һамар дәүләт техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (8 март 1924 йыл21 апрель 2017 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кама автомобиль заводы төҙөлөшө етәксеһе, Яр Саллы ҡалаһына нигеҙ һалыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе», ике Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөфәр Сәҙертдин улы Сәҙертдинов Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында 1924 йылдың 8 мартында тыуа. 1940 йылдан ағас әҙерләүҙә эшләй.

1942 йылда танк ғәскәрҙәренә саҡырыла, һуғышта ҡатнашыусы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан һәм I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа техникум тамамлай, Куйбышев өлкәһенең Ставрополь ҡалаһында «Электромонтаж-56» тресының 426-сы һанлы эштәр начальнигы идаралығында мастерҙан идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Куйбышев индустриаль институтын тамамлай (1957).

Тольяттиҙа түбәндәге эре сәнәғәт объекттары төҙөлөшөндө ҡатнаша: Волга ГЭС-ы, синтетик каучук, химик, азот-тук, цемент машинлары эшләү заводтары, Волга автомобиль заводы.

1970 йылдан территориаль баш идаралыҡ начальнигы, СССР-ҙың Минмонтажспецстройының Яр-Саллыла Кама автозаводы төҙөлөшө буйынса коллегия ағзаһы.

Алдан төҙөлә торған объекттарҙағы төҙөлөш-монтаж эштәре уның етәкселегендә үтәлә, 14 идаралыҡ һәм 25 махсуслаштырылған участка булдырыла.

1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары, СССР-ҙың машиналар эшләү предприятиелары (шул иҫәптән «Атоммаш», «Ростсельмаш», Харьков трактор заводы) төҙөлөшөндә куратор була.

2017 йылдың 21 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Ленин ордены
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]