Шерстобитов Евгений Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шерстобитов Евгений Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 сентябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Костарев, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Евгений Павлович Шерстобитов (24 сентябрь 1938 йыл) — пирогаз компрессорҙары машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Павлович Шерстобитов[1] 1938 йылдың 24 сентябрендә БАССР-ҙың Бөрө районы Костарев ауылында тыуа. Урта белемгә эйә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда Ағиҙел йылға пароходсылығында рулевой булып башлай. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, 1957—1960 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се техник училищеһын таммалай. 1961 йылдан Өфө синтетик спирт заводында эшләй.

Е. П. Шерстобитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә этил спирты етештереүҙең иң яуаплы участкаһында пирогаз компрессорҙары машинисы һөнәрен үҙләштерә. Ул эшләгән бригада заводтың технологик бригадалары араһында беренсе булып унынсы биш йыллыҡ йөкләмәһен (1976—1980) беренсе булып дүрт йылда таамамлай, пландан тыш 120 мең һумлыҡ продукция эшләп сығара.

Е. П. Шерстобитов заводта иң яҡшы рационализаторҙарҙың береһе була. Унынсы биш йыллыҡ осоронда 18 рационализаторлыҡ тәҡдиме индереп, 10 мең һумлыҡ экономия яһауға өлгәшә. Яңы етештереү ҡеүәтен алдан үҙләштереүгә һәм проект күрһәткестәрен ҡаплауға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, камиллаштырыу һуң, уны реконструкциялау һәм хеҙмәтләндереү 75 мең тоннаға етәсәк, кокслаштырыу, ярым кокслаштырыу ҡулайламаһы етештереүсәнлеге менән айырылып проект ҡеүәте йылына 82 мең тонна этилен. 1976—1979 йылдарҙа пландан тыш, был проекттар иҫәбенә 2,8 миллион һумлыҡ продукция етештереү кимәле була.

Унынсы биш йыллыҡ заданиеһын дүрт йылда, нефть химияһы продукцияһын сығарыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәгәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 13 июнендәге указына ярашлы, Е. П. Шерстобитовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1999 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға Өфө синтетик спирт заводында компрессор ҡоролмаларының өлкән машинисы булып эшләй.

Өфө ҡалаһында йәшәй.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]