Биҙрә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Биҙрә
Рәсем
Взаимодействует с Шыйыҡса һәм Бөртөклө есем
Commons-logo.svg Биҙрә Викимилектә

Биҙрә — (урыҫса — ведро) — шыйыҡса һәм бөртөклө есемдәр һаҡлау өсөн һәм ҙур булмаған аралыҡтарҙа уларҙы күсереп йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән һауыт.

Һыу ташый торған биҙрәләр Библияла телгә алына (18:34)

Урыҫ халҡына үлсәү берәмеге булған. Ул шулай уҡ үлсәү берәмеге һаналған мискәнең ҡырҡынсы өлөшөнә тигеҙ булған һәм яҡынса 12,3 литр тәшкил иткән.

Үлсәмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биҙрәләр 3-тән алып 30 литрға тиклем һыйҙырышлы була. 12 литрлыҡ ҡалай биҙрәләр киң таралған.

Күренеше һәм ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пластмасса биҙрә

Иң таралған формаһы- киң өҫлө ҡырҡылған конус рәүешендә. Бындай биҙрәләрҙе бер-береһенең эсенә ултыртып урынды күп алмай һаҡлау уңайлы. Ҡайһы берҙә шыйыҡлыҡты ҡойоп алыу өсөн уңайлы булһын өсөн һемәкле итеп тә сығаралар. Был бигерәк тә ҡул менән һыйыр һауыу өсөн уңайлы.

Цилиндр рәүешле биҙрәләр тотороҡло була, уларҙы фасовка, химик реактивтар, лак-буяуҙар өсөн ҡулланыу өсөн йәтешле. Улар ғәҙәттә герметик ҡапҡаслы була һәм бер-береһенә ултыртып һаҡларға мөмкинлек бирә.

Ҡоҙоҡ биҙрәләре бейек тар цилиндр формаһында булып, ҡоҙоҡтан һыу алыуҙы еңеләйтә. Санитар нормалар буйынса ауыл ерендә ҡоҙоҡ биҙрәһенең ауыҙына селтәр беркетеп ҡуйырға тейештәр, был мал-тыуарҙы эсереүгә тотонолмаһын өсөн ҡуйылған талап.

Хәҙер биҙрәләрҙе төрлө металдан да, пластмассанан да етештерәләр.

Янғын биҙрәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Конусрәүешле янғын биҙрәләре.

Янғын щиттары өсөн конус рәүешле биҙрәләр ҡулланыла, уларҙан һыуҙы, ҡомдо түгеү уңайлы. Бынан тыш, көнкүреш маҡсаттарында файҙаланырға мөмкинлек бирмәй.[1]. Шулай уҡ конус формаһындағы биҙрә Һыу ятҡылыҡтарында ҡалын булмаған боҙҙо тишергә мөмкинлек бирә. , янғын һүндереүселәр янғын һүндереү, емерелгән алырға . XIX быуат аҙағы — XX быуат башында баштүбән ҡырҡылған конус йәки пирамида формаһындағы биҙрәләр ҡулланылған, улар артыҡ һыу түгелеүгә юл ҡуймаған, ә ябай биҙрәләрҙәге һыуҙың ¼ өлөшө генә тәғәйенләнеше буйынса барып еткән[2].

Башҡорттарҙа биҙрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт теленә биҙрә һүҙе урыҫ теленән килеп ингән[3] Башҡорт халҡы металл биҙрәләр килеп сыҡҡансы ағас силәктәр (күнәктәр) ҡулланған. Шуға күрә биҙрә һүҙенә йыш ҡына силәк , «күнәк» синонимы ҡулланалар. Был бигерәк тә шиғри әҫәрҙәрҙә, йырҙарҙа күҙәтелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русаков, Иван Иванович Пожарная практика : Краткое пособие для пожарных команд и добровольных организаций — М.: Изд-во Нар. ком. внутр. дел РСФСР, 1930. — 121 б.
  2. Пожарная тактика : Правила тушения пожаров в вопросах и ответах / Составили Э. Э. Лунд и П. А. Федотов — 2-е изд., испр. и доп.. — М.: Изд-во Нар. ком. внутр. дел РСФСР, 1928. — 64 б.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 140-сы бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]