Шыйыҡса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Шыйыҡса — шыйыҡ агрегат хәлендә булған, ҡаты һәм газ хәлдәре араһында урын алып торған матдә[1]. Уны башҡа агрегат хәлендә булған матдәләрҙән айырып тороусы төп үҙенсәлеге булып хатта бик аҙ ғына булһа ла механик көсөргәнеш тәьҫире аҫтында, күләмен шул килеш һаҡлап, формаһын сикһеҙ алмаштырыуы тора.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

States of matter Ru.svg
Һыуҙың фазалы диаграммаһы.
Плавлению (и кристаллизации) соответствует ветвь левее и выше тройной точки, сублимации — ветвь левее и ниже тройной точки. Зелёная пунктирная линия показывает аномальное поведение воды.

Иреүенә (һәм кристализацияға) һул тармаҡ һәм өслө нөктәнән өҫтәрәк, сублимацияға — һул яҡтараҡ тармаҡ һәм өслө нөктәнән түбәндәрәк тура килә. Йәшел өҙөк һыҙыҡ һыуҙың үҙен аномаль тотошон күрһәтә. Ғәҙәттә шыйыҡ торош ул ҡаты есем һәм газ араһында тип иҫәпләйҙәр: газ күләмен дә, формаһын да һаҡламай, ә ҡаты есем икеһен дә һаҡлай.

Шыйыҡ есемдәрҙең формаһы уларҙың өҫтө үҙен тығыҙ мембрана кеүек тотоуынан тулыһынса йәки өлөшләтә билдәләнеүе мөмкин. Шулай итеп, һыу тамсыларға йыйылыуы мөмкин. Әммә шыйыҡса хатта үҙенең ҡуҙғалмаҫ өҫ яғынан ағырға һәләтле, һәм был да уның формаһын (шыйыҡ есемдең эске өлөштәрен) һаҡламауын аңлата.

Шыйыҡса молекулаларының билдәләнгән урыны юҡ, әммә шул уҡ ваҡытта уларға иркен урын алыштырыу мөмкинлеге лә юҡ. Бер береһен яҡын арауыҡта тотоп тороу өсөн улар араһында арыу уҡ көслө тартылыу бар. Матдә температураның билдәле интервалы араһында шыйыҡ хәлдә тора, шул интервалдан түбән төшһә, ҡаты хәлгә (кристаллизация йәиһә ҡаты есемле аморф хәлгә — быялаға әүерелә), юғары күтәрелһә — газ хәленә күсә (парға әйләнә). Был интервалдың сиктәрен баҫым билдәләй. Ҡағиҙә булараҡ, матдә шыйыҡ хәлдә бер генә модификацияға эйә. (Айырыуса әһәмиәтлеһе — квант шыйыҡсалары һәм шыйыҡ кристалдар). Шунлыҡтан күпселек осраҡта шыйыҡса агрегат хәлдә генә түгел, ә термодинамик фазала (шыйыҡ фаза) булып тора.

Бар шыйыҡсалар ҙа таҙа шыйыҡсалар һәм ҡатышмаларға бүленә. Ҡан, диңгеҙ һыуы кеүек ҡайһы бер ҡатышма шыйыҡсалар йәшәү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шыйыҡсалар иреткес функцияһын үтәй ала.

Шыйыҡсаларҙың физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағыусанлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шыйыҡсаларҙың мөһим үҙенсәлеге булып ағыусанлығы тора. Әгәр ҙә шыйыҡсаның тигеҙлек хәлендәге өлөшөнә тышҡы көс һалһаң, шыйыҡсаға ҡайһы йүнәлештә был көс һалынған, шул йүнәлештә шыйыҡса өлөшсәләренең ағымы барлыҡҡа килә: шыйыҡса аға. Шулай итеп, тышҡы көс тәьҫире аҫтында шыйыҡса формаһын һәм өлөштәренең шартлы урынлашыуын һаҡламай, шунлыҡтан үҙе тултырылған һауыт формаһын ала. Һығылмалы ҡаты есемдәрҙән айырмалы рәүештә шыйыҡса ағыусанлығының сиге юҡ: шыйыҡса аҡһын өсөн бик аҙ миҡдарҙа тышҡы көстөң тәьҫире лә етә.

Күләмен һаҡлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шыйыҡсаның характерлы үҙенсәлеге булып уның билдәле күләмгә эйә булыуы тора. Шыйыҡсаны механик рәүештә ҡыҫыу мөмкин түгел, сөнки уның, газдан айырмалы рәүештә, молекулалары араһында буш ара бик аҙ. Һауытҡа һалынған шыйыҡсаға яһалған баҫым ул шыйыҡса күләменең һәр нөктәһенә үҙгәрешһеҙ тапшырыла (Паскаль законы, шулай уҡ газдар өсөн дә хаҡлы). Бик аҙ миҡдарҙа ҡыҫылыусанлығы менән бер рәттән был үҙенсәлек гидравлик машиналарҙа ҡулланыла. Шыйыҡсалар ғәҙәттә йылытҡанда күләмен арттыра (киңәйә) һәм һыуытҡанда кәметә (ҡыҫыла). Хәйер, был ҡағиҙәнән ситләшеүҙәр ҙә осрай, мәҫәлән, һыу йылытҡан осраҡта, нормаль баҫымда һәм температураһы 0-дән яҡынса 4 градусҡа тиклем булғанда ҡыҫыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Жидкость — Физической энциклопедии

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]