Уйынсыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәтфә айыу — иң популяр уйынсыҡ

Уйынсыҡ — уйындар өсөн тәғәйенләнгән әйбер.

Ысын һәм хыялдағы образдарҙы тормошҡа ашырып, уйынсыҡ аҡыл, әхлаҡ, гүзәллек һәм физик тәрбиә биреү маҡсаттарына ирешә. Уйынсыҡ балаға тирә-яҡ донъяны өйрәнергә, уны уйлап эшләргә, фекерләү, хәтер, телмәр, хистәр үҫешенә ярҙам итә. Уйынсыҡ уҡытыу-тәрбиә эшендә, айырым алғанда, үҫтереү өсөн, балаларҙың техник һәм сәнғәт ижадын үҫтереүҙә киң ҡулланыла. Уйынсыҡтың төрө, эстәлеге һәм биҙәлеше баланың йәшенә, тәрбиә маҡсаттарына ҡарап билдәләнә. Милли уйынсыҡтар интерьерҙы биҙәү өсөн дә ҡулай.

Уйынсыҡ атай-әсәй менән баланың аралашыуына ярҙам итә ала, бөгөнгө көндә ул бик мөһим проблема.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Рим уйынсыҡтары экспозицияһы

Уйынсыҡты кешелек боронғо замандан бирле белгән. Һинд цивилизацияһы ҡалдыҡтарын ҡаҙғанда (б.э.т. 3000-1500), бәләкәй арба, ҡош һәм маймылдар ҡиәфәтендәге уйынсыҡтар табыла.[1]

Тәгәрмәсле ат. Боронғо Греция, Керамика, б.э.т. 950—900
Уйынсыҡ самосвал, СССР

Иң боронғо уйынсыҡтар таш, таяҡтар, балсыҡтан яһалған. Мең йылдар элек египет балалары таш, керамика, ағастан ҡурсаҡ менән уйнаған, уларҙың яһалма сәсле һәм хәрәкәтсел аяҡ-ҡулы булған.[2] Боронғо Греция һәм Боронғо Римдә балалар балауыҙ һәм терракотанан яһалған ҡурсаҡтар, уҡ һәм йәйә, йо-йо менән уйнаған. Грецияла, балалар, бигерәк тә ҡыҙҙар, бәлиғ булғас, уйынсыҡтарын ҡорбан итер булған. Туй байрамы алдынан ун дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙар, оло тормошҡа баҫыу символы итеп, уйынсыҡтарын ғибәҙәтханаға илтер булған.[3][4]

Уйынсыҡ үҫешен ҡурсаҡ миҫалында ла күреп була. Иң боронғо ҡурсаҡтар ағастан ҡырҡылған йәки үләндән бәйләнгән. Боронғо Мысырҙа ҡурсаҡтарҙың аяҡ-ҡулдары хәрәкәтләнә башлай. XX быуат башыедағы ҡурсаҡтар «әсәй» тип әйтергә өйрәнә[5]. Бөгөн инде ҡурсаҡтар төрлө әйберҙәрҙе, хужаһын танып, программа ярҙамында һалынған һөйләмдәрҙе ҡуллана ала.[6] Уйынсыҡтар, уларҙы әҙерләү технологиялары үҙгәрһә ла, балалар барыбер уйынсыҡ менән уйнарға яратыуы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Урыҫ уйынсыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә уйынсыҡ XVIII быуатҡа тиклем уйын-көлкө (урыҫ. потеха, потешка) тип аталған. Мәскәүҙә уйынсыҡтарҙы йәрминкәлә һатҡандар йәки өйҙә эшләгәндәр. Уйынсыҡтар — ағас һындар: аттар, һарыҡтар, кәзә бәрәстәре, ҡошсоҡтар, айыуҙар, әтәстәр, эттәр, арыҫландар; ағас һәм балсыҡ һауыт-һабалар. Уйынсыҡ өйҙәр, ҡоҙоҡ, ҡаласыҡтар һәм башҡалар.

Тәүге уйынсыҡтарҙың береһе — туп — туҡыманан яһалған, эсенә дөңгөр һалынған.

Батша ғаиләһендә бер йәше тулыуға малайҙарға эйәр, йүгән, өҙәңгеле ағас ат бүләк иткәндәр. Ҙурая бара, батша улына дөңгөр, байраҡ, уҡ, ҡылыс, алебарда килеп эләккән.

Батша ҡыҙҙары иһә ҡурсаҡ уйнаған, улар өсөн карауат, ҡаралты, кейем һатып алынған[7].

Бала үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйын барышы ла, уйынсыҡтар ҙа бала үҫешендә ҙур йоғонто яһай: күңелен аса, тәрбиәүи, ижади һәләт асылыуҙа роль уйнай. Алдағы тормошта өсөн баланың физик һәм аҡыл һәләттәрен үҫтерә.

Яңы тыуған баланың уйынсыҡтары тауышлы, асыҡ төҫлө, үҙенсәлекле текстуралы була. Уйнағанда төҫ һәм тауыштарҙы айыра башлай, йәғни хәтер үҫешә.

Ябай шаҡмаҡтар күреү, хәрәкәт өсөн, математик һәм танып-белеү оҫталығын үҫтерә.[8] Т

Пластилин һәм уның кеүек башҡа уйынсыҡтар физик, хис-тойғо, социаль үҫеш өсөн файҙалы.[9] Шулай уҡ был осраҡта бала үҙе лә уйынсыҡ яһай ала.

Мәктәп йәшендәге балалар өсөн башватҡыстар, конструкторҙар математик һәләтте үҫтерергә ярҙам итә.

Үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн дә уйынсыҡтар бар, мәҫәлән, Ньютон бишеге уйынсығы импульс һәм энергияны һаҡлау законын кәүҙәләндерә.

Уйынсыҡтар музейы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙағы ҡурсаҡтар экспозицияһы, Денвер

Күп илдәрҙә уйынсыҡ музейҙары асыҡ. Донъялағы беренсе Немец уйынсыҡ музейы 1901 йылда Зоннебергта ойошторолған .

Рәсәйҙәге беренсе уйынсыҡ музейы 1918 йылда Мәскәүҙә, ә 1931 йылда ул Загорск ҡалаһына күскән (хәҙерге Сергиев Посад). 1997 йылдан Санкт-Петербургта Уйынсыҡ музейы эшләп килә (дәүләткә ҡарамаған мәҙәниәт ойошмаһы). Шунда уҡ ҡурсаҡ музейы бар.

Уйынсыҡ төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө һыҙаттары буйынса уйынсыҡтарҙы төркөмдәргә бүлергә була[10]

Йәш буйынса билдәләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • тыуғандан алып 1 йәшкә тиклем
  • 1 йәштән 3 йәшкә тиклем (был осорҙа уйынсыҡты ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырыу башлана)
  • 3 йәштән 5 йәшкә ҡәҙәр

Уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(уҡытыусылар классификацияһы)

  • Һиҙеүсән (сенсор) (1 йәшкә тиклем тауышлы — шылтыраҡ, музыкаль уйынсыҡ; ҡарау өсөн — калейдоскоп, төҫлө контурлы һурәттәр);
  • Хәрәкәтләндереүсе (мобиль, туп, өйөрсөк, борғосло уйынсыҡ);
  • Һынлы (хайуандар, ҡурсаҡтар, һалдаттар, машина һурәттәре);
  • Йәмәғәт-көнкүреш һәм етештереү-техник (уйынсыҡ инструменттар, мәҫәлән, һоҫҡо менә биҙрә, ҡорал);
  • конструктив (төрлө барыусы һәм уйынсыҡ йыйылмалары).

Материалы буйынса[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туҡыма
  • Фетр
  • Һалам
  • Балсыҡ
  • Ағас
  • Пластмасса
  • Резина
  • Тире
  • Металл
  • Фарфор

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. MrDonn.org — Daily Life in Ancient India, including the mysterious Indus Valley Civilization
  2. Maspero Gaston Camille Charles.
  3. Powell Barry B. Classical Myth; Third Edition.
  4. Oliver, Valerie History Of The Yo-Yo. Spintastics Skill Toys, Inc. (1996). Проверено 30 октября 2006. Архивировано из первоисточника 9 августа 2006.
  5. Reading Eagle — Google News Archive Search. Проверено 29 апреля 2013.
  6. Van Patten, Denise A Brief History of Talking Dolls — From Bebe Phonographe to Amazing Amanda.
  7. Иван Забелин.
  8. Tsuruoka, Doug (January 5, 2007). «Toys: Not All Fun And Games». Investor's Business Daily. Проверено 2007-01-08. 2009 йыл 9 октябрь архивланған.
  9. Ucci, Mary (April 2006). «Playdough: 50 Years' Old, And Still Gooey, Fun, And Educational». Child Health Alert 24. Проверено 2007-02-17. (недоступная ссылка) (Full-text on-line version requires login)
  10. Классификация, экспертиза и сертификация игрушек 2008 йыл 25 декабрь архивланған.