Эстәлеккә күсергә

Балкашин Николай Васильевич (генерал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балкашин Николай Васильевич (генерал)
рус. Николай Васильевич Балкашин
Флаг
Флаг
Ырымбур губернаторы
1846 — 1851
Алдан килеүсе: вакансия
Дауамсы: Ханыков Яков Владимирович
 
Тыуған: 1805
Үлгән: 1859

Николай Васильевич Балкашин (1805(1805)1859) — Ырымбур граждан губернаторы, генерал-лейтенант.

Сығышы менән — дворян Балкашиндарҙан. рус император армияһында 1821 йылдан хеҙмәт итә. 1823-1829 йылдарҙа Император Ғали йәнәптәре свитаһының квартирмейстер бүлегендә прапорщик булып тора, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаларына походтарҙа ҡатнаша, Бохараға барған сауҙа каруандарын оҙата. 1829 йылдың февралендә айырым Ырымбур корпусы штабына адъютант итеп ҡуйыла; 1832 йылдан — штаб начальнигының өлкән адъютанты; 1835 йылдың ғинуарынан — айырым Ырымбур корпусы командиры В. А. Перовскийҙың адъютанты. 1831-1834 йылдарҙа Һамар — Стәрлетамаҡ — Верхнеурал сауҙа тракты төҙөлөшөнә етәкселек итә.

1840 йылдың 28 ноябрендә батша бойороғо менән кавалерия буйынса подполковник ителеп Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы вазифаһына билдәләнә; 1843 йылдың 6 декабрендә полковниклыҡҡа үрләтелә. 1845 йылда коллежский советник ителә һәм 1845 йылдың 2 апреленән Һарытау губернаһының вице-губернаторы взифаһына тәғәйенләнә. Бер йылдан Ырымбур граждан губернаторы вазифаһына күсерелә; Себер комитетының ағзаһы була; действительный статский советник чины ала. 1851 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә ҡайтарыла — генерал-майор дәрәжәһендә ҡабаттан Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры итеп ҡуйыла. Ғәскәргә 1853 йылдың майына тиклем етәкселек итә. В. А. Перовский булмаған бер йылға яҡын ваҡытта (Коканд ханлығына поход сәбәпле) Балкашин Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы вазифаһын башҡара, ә Башҡорт ғәскәренә подполковник Александр Афанасьевич Толмачёв командалыҡ итә. 1854 йылдың февраленән Балкашин йәнә Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры (1858 йылдың майына тиклем); 1856 йылдың майында уға генерал-лейтенант званиеһы бирелә.

  • 2-се (1855), 3-сө (?) һәм 4-се (1832) дәрәжә Изге Владимир ордендары
  • 1-се (1853) император тажлы (1854), 2-се (1842) һәм 4-се (1824) дәрәжә Изге Анна ордендары
  • 1-се (1849), 2-се император тажлы (1840) һәм 3-сө (1833) дәрәжә Изге Станислав ордендары.

рус император армияһы генерал-лейтенанты А. П. Мансуровтың ҡыҙы, полковник Габбеның тол ҡатыны Варвара Александровнаға өйләнә.

Н. В. Балкашин хөрмәтенә Балкашино ҡасабаһына атама бирелгән.

  • Письма В. А. Перовского к Н. В. Балкашину // Труды Оренб. уч. арх. ком. — Вып. 23. — Оренбург, 1911. — С. 148—152.