Ушинский Константин Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ушинский Константин Дмитриевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[1]
Тыуған көнө 19 февраль (3 март) 1823 или 2 март 1823({{padleft:1823|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2]
Тыуған урыны Тула, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 декабрь 1870 (3 ғинуар 1871) (47 йәш)
Вафат булған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Үлем сәбәбе болезнь лёгких[d]
Ерләнгән урыны Выдубицкий монастырь[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы, яҙыусы, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө педагогика һәм уҡытыусы[d]
Эш урыны Демидов юридик лицейы
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Кемдә уҡыған Пётр Григорьевич Редкин[d]
Изображение памятной доски
 Ушинский Константин Дмитриевич Викимилектә

Ушинский Константин Дмитриевич (3 март 1823 йыл3 ғинуар 1871 йыл) — Рәсәй империяһы педагогы, яҙыусы, илдә фәнни педагогикаға нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Дмитриевич Ушинский 1823 йылдың 3 мартында[4] Тула ҡалаһында тыуған[5]. Уның атаһы Дмитрий Григорьевич Ушинский — отставкалағы офицер, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ваҡ поместьелы дворян. Әсәһе — Любовь Степановна улына 12 йәш саҡта вафат була.

Константин Дмитриевичтың атаһын судья итеп тәғәйенләү сәбәпле, Ушинскийҙар ғаиләһе Чернигов губернаһының ҙур булмаған өйәҙ ҡалаһы Новгород-Северскийға күсенә. К. Д. Ушинскийҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары уның атаһы ҡаланан дүрт саҡырым (верст) алыҫлыҡта, Десна йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә именьела үтә. Константин Ушинский 11 йәшендә Новгород-Северский гимназияһының өсөнсө синыфына уҡырға инә һәм был уҡыу йортон 1840 йылда тамамлай.

Мәскәү дәүләт университетының хәҙерге журналистика факультеты аудиторияларының береһендә Константин Ушинский хөрмәтенә ҡуйылған Иҫтәлекле билдә.

Гимназиянан һуң ул Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бында ул тарих профессоры Тимофей Николаевич Грановский һәм дәүләт һәм хоҡуҡ философияһы профессоры Пётр Григорьевич Редкин кеүек билдәле уҡытыусыларҙың лекцияларын тыңлай.

1844 йылда университет курсын юриспруденция кандидаты булып тамамлаған Ушинский профессор дәрәжәһенә әҙерләнеү өсөн Мәскәү университетында ҡалдырыла. Ул философия һәм юриспруденциянан тыш әҙәбиәт һәм театр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Йәш Ушинский тағы ла ул ваҡыттағы рус йәмғиәтенең алдынғы даирәләре вәкилдәрен волновать иткән бар мәсьәләләр, шул иҫәптән (в частности) ябай халыҡ араһында грамотность һәм аң-белем таратыу юлдары шулай уҡ йәш Ушинскийҙың да иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Ярославль ҡалаһындағы был йорттоң күршеһендә Ушинский йәшәгән
Тышҡы рәсемдәр
К. Д. Ушинскийҙың бронза портреты. Скульпторы: УССР-ҙың халыҡ рәссамы Александр Павлович Скобликов УССР
Константин Ушинский 1840-сы йылдарҙа

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Дмитриевич Ушинский буласаҡ ҡатыны — Надежда Семёновна Дорошенко менән йәшлек йылдарында Новгород-Северский ҡалаһында таныша. Ул сығышы менән боронғо казактар нәҫеленән[5]. 1851 йылдың йәйендә, Ушинский Чернигов губернаһында эш сәфәрендә булғанда, улар өйләнешә.

Вера ҡыҙы (ире буйынса фамилияһы Пото) үҙ аҡсаһына Киевта ирҙәр өсөн К. Д. Ушинский исемендәге Ҡала ирҙәр училищеһын, ә аса. Надежда ҡыҙы атаһының әҫәрҙәрен һатыуҙан килгән аҡсаға Богдановка ауылындағы Ушинскийҙың йортонда башланғыс мәктәп аса.

Төп педагогик фекерҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ушинскийҙың педагогик системаһы нигеҙе — халыҡ мәғарифын демократизациялау талабы һәм тәрбиәнең халыҡсанлыҡ идеяһы. Уның педагогик фекерҙәре «Детский мир» (1861) һәм «Родное слово» (1864) исемле тәүге уҡыу китаптарында һәм «Человек как предмет воспитания. Опыт педагогической антропологии» (2 т. 1868—1869) тигән фундаменталь хеҙмәтендә, шулай уҡ башҡа педагогик яҙмаларында сағылыш тапҡан.

Ушинский фекерҙәренең тәьҫире[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Педагог тәҡдим иткән план буйынса Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһы әзербайжан бүлегенең беренсе инспекторы Алексей Осипович Черняевский 1882 йылда беренсе синыф уҡыусылары өсөн «Вэтэн дили» («Родная речь») дәреслегенең 1-се өлөшөн төҙөй. Был әсбаптың башланғыс мәктәптең икенсе-өсөнсө синыфтары өсөн тәғәйенләнгән 2-се өлөшөн ул уҡыусыһы Сәфәрали бек Велибеков менән берлектә 1888 йылда яҙа. Был дәреслектәрҙә Ушинский тәҡдим иткән һәм уҡытыу процесын еңеләйткән «тауыш методы» ҡулланыла. Авторҙар А. О. Черняевский менән С. Г. Велибеков баҫманың баш һүҙендә «Вэтэн дили» Константин Ушинскийҙың педагогик принциптарына нигеҙләнгән тип билдәләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. LIBRIS
  2. ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #119474476 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. К. Д. Ушинский российский педагог, основоположник научной педагогики в России 2014 йыл 26 апрель архивланған.: Современными российскими исследователями установлено, что Константин Дмитриевич Ушинский родился 19 февраля 1823 года (по старому стилю). Эта дата зафиксирована в заявлении его матери, документах отца, показаниях под присягой повивальной бабки, присутствовавшей при рождении и крещении Константина. Соответствующие документы хранятся в государственном архиве Тульской области. Соответственно настоящая дата рождения К. Д. Ушинского — 3 марта 1823 года по Григорианскому календарю (Новый стиль). Дата 1824 год была официально признана после того, как при подготовке 11-томного издания трудов Ушинского в 40-х годах XX века В. Я. Струминский указал дату рождения К. Д. Ушинского — 3 марта 1824 года. Она до настоящего времени продолжает считаться канонической датой его рождения, и все официальные чествования памяти К. Д. Ушинского исходят из этой даты. В том числе эта дата — 1824 год, содержится в Постановлении Совета Министров РСФСР № 398 от 25 июня 1946 года, которым было утверждено описание медали К. Д. Ушинского — официальной награды Министерства образования и науки РФ. Однако в результате кропотливой работы в 60-х — 80-х годах XX века исследователей — историка-архивиста А. А. Петухова, профессора Ярославского университета А. Н. Иванова и др. в Государственном архиве Тульской области были найдены документы, относящиеся к биографии К. Д. Ушинского, позволяющие точно определить его дату рождения.
  5. 5,0 5,1 Всероссийское генеалогическое древо 2010 йыл 1 август архивланған.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(НПБ им. К. Д. Ушинского РАО).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волков В. А., Куликова М. В., Логинов В. С. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Гуманитарные и общественные науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2006. — С. 249—250. — 300 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
  • Днепров Э. Д. Ушинский и современность / Гос. ун-т — Высшая школа экономики. — М.: Издательский дом ГУ ВШЭ, 2007. — 232 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-7598-0548-9.
  • Фролова О. «Удалить Ушинского из лицея…» // Газета «Первое сентября». — 2014. — № 4
  • «Дело о выдаче свидетельства о рождении и крещении надворной советницы Л. С. Ушинской сыну её Константину». 1832; Государственный архив Тульской области. — Ф. 3. — Оп. 4/4. — Д. 2149. — Л. 1—18.
  • Иванов А. Н. К. Д. Ушинский. Гимназист. Студент. Профессор. — Ярославль: Верх.-Волж.кн.изд, 1973.
  • Петухов А. Дело о рождении Ушинского // Учительская газета. — 1969. — 5 августа
  • Шаин Е. Г. Дата рождения К. Д. Ушинского // Журнал «Педагогика». — 2004. — № 4. 1 С. 63—64.
  • Ермолин Е. А. Константин Дмитриевич Ушинский. — Ярославль: Ярослав Мудрый, 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]