Эстәлеккә күсергә

Нанотехнология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нанотехнология
Рәсем
Өйрәнеү объекты наноматериал[d]
 Нанотехнология Викимилектә
Шестерни молекулярного размера на основе нанотрубок

Нанотехноло́гия — фундаменталь һәм ғәмәли фән һәм техника өлкәһе, ул тикшеренеүҙәрҙең практик методтарын барыһы бергә, анализ һәм синтез, шулай уҡ айырым молекулалар һәм атомдарға контроль аҫтында тәьҫир итеп, алдан билдәләнгән атом төҙөлөшлө продукттарҙы эшләп сығарыу һәм ҡулланыу методтарын теоретик нигеҙләү менән эш итә.

Билдәләмәләр һәм терминология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлегә (2018—2019 йылдарҙа) донъяла нанотехнологии һәм нанопродукцияны һүрәтләй торған берҙәм стандарт ҡабул ителмәгән. «Нанотехнология» төшөнсәләре араһында ошондайҙары бар :

  1. ISO/ТК 229 Техник комитетта нанотехнологиялар тип түбәндәгеләр күҙ алдында тотола:[1]
    1. Ғәҙәттә,1 нм маштабындағы процесстарҙы белеү һәм улар менән идара итеү, ләкин күләм эффектын (күренешен) эшләтеп ебәргән ваҡытта яңыса ҡулланыу мөмкинлектәре асылһа, масштабы 100 нм бәләкәйерәк, йәки ҙурыраҡтар ҙа булыуы мөмкин.
    2. нанометр масштабында ирекле атомдар һәм молекулалар, шулай уҡ ошо ирекле атом һәм молекулаларҙың сифаттарынан айырылып торған, шулай уҡ ошо молекула һәм атомдарҙан торған матдәнең күләм сифаттарынан айырылып торған объект һәм материал сифаттарын ҡулланыу. Был методтар ошо сифаттарҙы камилыраҡ материалдар, приборҙар, системалар булдырыу өсөн ҡулланыла.
  2. Рәсәй Федерацияһында нанотехнологиялар төшөнсәһе бирелгән документ: ГОСТ Р 55416-2013 «Нанотехнологии. Часть 1. Основные термины и определения»[2] буйынса, атап әйткәндә:
    совокупность технологических методов, применяемых для изучения, проектирования и производства материалов, устройств и систем, включая целенаправленный контроль и управление строением, химическим составом и взаимодействием составляющих их отдельных элементов нанодиапазона.
  3. "Рәсәй Федерацияһында нанотехнологиялар өлкәһендә эштәрҙе үҫтереүҙең 2010 йылға тиклемге концепцияһы"на яраҡлы (2004 г.)[3] нанотехнология — контролдә тотоп берәй үлсәме булһа ла 100 нм бәләкәйерәк компоненттарҙан торған объекттарҙы булдырыу һәм үҙгәртеү методтар һәм ысулдар барыһы бергә.Бының һөҙөмтәһендә улар ҙурыраҡ масштабтағы системаларҙа яҡшы эшләй ала торған бөтөнләй башҡа яңы сифаттарға эйә була.

Нанотехнологиялар практик яҡтан -атомдар, молекулалар һәм нанокиҫәксәләрҙе булдырыу, эшкәртеү һәм улар менән эшләү өсөн кәрәк булған ҡорамалдар һәм уларҙың компоненттарын эшләп сығарыу. Объекттың һыҙма үлсәменең берәүһе булһа ла 100 нм булырға тейеш түгел тип иҫәпләнә —был атом төҙөлөшө контроль аҫтында айырым атомдар кимәлендә булдырылған, йәки үҙендә нанообъекттары булған макрообъекттар булыуы мөмкин. Киң мәғәнәлә был термин ошондай объекттарҙы диагностикалау, һүрәтләү һәм тикшереүҙе үҙ эсенә ала.

Нанотехнологиялар ғәҙәти фәндәрҙән сифат яғынан айырыла, сөнки бындай масштабтарҙа йыш ҡына ғәҙәти материя менән эш итеүҙә макроскопик технологиялар ҡулланып булмай, ә ғәҙәти масштабтарҙа шул хәтле көсһөҙ генә микроскопик күренештәр : айырым атомдар һәм молекулалар йәки молекулалар агрегаттары, квант эффекты сифаттары һәм тәьҫир итешеүе (мәҫәлән, Ван-дер-Ваальс көстәре) күпкә әһәмиәтлерәккә әйләнә.

Нанотехнология һәм бигерәк тә молекуляр технология — яңы, әлегә әҙ тикшерелгән фәндәр. Был өлкәлә эшләнергә тейеш тип күҙалланған асыштар әлегә эшләнмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, үткәрелгән тикшеренеүҙәр практик һөҙөмтәләр бирә лә инде. Нанотехнологияла алдынғы фәнни ҡаҙаныштарҙы ҡулланыу уны юғары технологиялар рәтенә индерергә мөмкинлек бирә.

Хәҙерге заманда электроника үҫеше ҡорамалдарҙың дәүмәле бәләкәйләнеү юлынан бара. Икенсе яҡтан, етештереүҙең классик ысулдары ҡоролмаларҙың дәүмәле бик ныҡ бәләкәйләнмәй, ә иҡтисади сығымдар экспоненциаль арта барыу менән бәйле тәбиғи һәм технологик ҡаршылыҡҡа етеп килә. Нанотехнология —электроника һәм башҡа фәнни яҡтан төплө нигеҙләнгән производстволарҙың үҫешендә булырға тейешле киләһе аҙым.

Объекттарҙы атом кимәлендә тикшереү мөмкинлеге тураһында тәүге фараздар Исаак Ньютондың 1704 йылда сыҡҡан «Opticks» китабында яҙылған. Ньютон килсәктә берәй ваҡыт микроскоптар «корпускулалар серен» асыр тип өмөтләнә[4].

«Нанотехнология» терминын беренсе булып Норио Танигути 1974 йылда 3уллана[5] Ул был термин менән бер нисә нанометр ҙурлыҡтағы изделиелар етештереүҙе атай. 1980 йылдарҙа был терминды Эрик К. Дрекслер «Машины создания: Грядущая эра нанотехнологии» («Engines of Creation: The Coming Era of Nanotechnology») һәм «Nanosystems: Molecular Machinery, Manufacturing, and Computation» тигән китаптарында ҡуллана. Уның тикшеренеүҙәрендә бер нисә нанометр ҙурлыҡтағы ҡорамалдарҙың эшен анализларға мөмкинлек биргән математик иҫәпләүҙәр төп урынды алып тора.

  • Алфимова М.М. Занимательные нанотехнологии. — М.: Бином, 2011. — С. 96.
  • Головин Ю.И. Наномир без формул. — М.: Бином, 2012. — С. 543.
  • Гудилин Е.А. и др. Богатство наномира. Фоторепортаж из глубин вещества. — М.: Бином, 2009. — С. 176.
  • Деффейс К., Деффейс С. Удивительные наноструктуры / пер. с англ.. — М.: Бином, 2011. — С. 206.
  • Дрекслер Э., Мински М. Машины создания: Грядущая эра нанотехнологии = Engines of Creation: The Coming Era of Nanotechnology. — 2-е изд. — 2007. — ISBN 0-385-19973-2.
  • К. Жоаким, Л. Плевер. Нанонауки. Невидимая революция. — М.: КоЛибри, 2009. Глава из книги
  • Малинецкий Г. Г. Нанотехнологии. От алхимии к химии и дальше// Интеграл. 2007, № 5, с.4-5.
  • Марк Ратнер, Даниэль Ратнер. Нанотехнология: простое объяснение очередной гениальной идеи = Nanotechnology: A Gentle Introduction to the Next Big Idea. — М.: «Вильямс», 2006. — С. 240. — ISBN 0-13-101400-5.
  • Рыбалкина М. Нанотехнологии для всех. Большое в малом. — www.nanonewsnet.ru. — С. 436. Архивная копия от 21 октябрь 2013 на Wayback Machine
  • Хартманн У. Очарование нанотехнологии / пер. с нем. – 2-е изд.. — М.: Бином, 2010. — С. 173.
  • Эрлих Г. Малые объекты – большие идеи. Широкий взгляд на нанотехнологии.. — М.: Бином, 2011. — С. 254.
  • Балабанов В. И. Нанотехнологии. Наука будущего. — М.: Эксмо, 2009. — 256 с. — ISBN 978-5-699-30976-4.
Реферируемые журналы
Дополнительные материалы

Ҡалып:^v

Ҡалып:Нанотехнология