Рәсәйҙең космос сәнәғәте
Рәсәйҙең космос сәнәғәте | |
Алыштырған | Q30971823? |
---|
Рәсәйҙең космос тармағы — 250 мең кеше эшләгән 100-ләп предприятие. Рәсәй космос тармағы предприятиеларының күбеһе космос аппараттары яһау һәм етештереү менән шөғөлләнгән совет дәүләт космос индустрияһының вариҫтары булып тора.
«Энергия» ракета-космос корпорацияһы Рәсәй космос тармағының иң эре предприятиеһы һанала, ул пилотлы космос осоштарының төп подрядсыһы булып тора. Йөрөткөс ракеталарҙы М. В. Хруничев исемендәге Дәүләт космос ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм «„Прогресс“ ракета-космос үҙәге» акционерҙар йәмғиәте етештерә. Ерҙең яһалма юлдаштары эшләнмәләре менән — Академик М. Ф. Решетнёв исемендәге «Мәғлүмәт юлдаш системалары», ә планета-ара зондтар эшләү менән С. А. Лавочкин исемендәге Ғилми-етештереү берекмәһе шөғөлләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғандан һуң космос сәнәғәте көрсөккә бата, уның иң юғары нөктәһе 1990-сы йылдар аҙағына тура килә. Космос программаларын финанслау 80 процентҡа ҡыҫҡара, сәнәғәт юғары квалификациялы эшсе көсөнөң ҙур өлөшөн юғалта. 2000-се йылдар башында тармаҡты тергеҙеү буйынса тәүге ынтылыштар яһала. Күп компаниялар үҙҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн сил ил компаниялары менән уртаҡ предприятиелар төҙөй һәм продукцияһын экспортлай. 2000-се йылдар уртаһында, дөйөм иҡтисад хәле яҡшыра төшкән шарттарҙа, илдең космос программаһын финанслау ярайһы уҡ арта, яңы федераль пландарға ярашлы модернизациялау башлана.
2011 йылдың 24 декабрендә Роскосмос етәксеһе Владимир Поповкин белдереүенсә, «тармаҡ кризис кисерә. Космос предприятиелары етәкселәренең күбеһен алмаштырыр ваҡыт етте. Ҡаты ғына һығымталар яһарға тура киләсәк, был миңә лә ҡағыла». Тармаҡтың бөлөү шарттары тип ул түбәндәгеләрҙе атай:
- «фондтарҙың иҫкереүе, уларҙы яңыртыу кәрәк»;
- тармаҡ предприятиеларының эш менән насар тәьмин ителгәнлеге (30 процент самаһы);
- етештерелгән деталдәр сифатына контролдең насар булыуы;
- кадрҙар потенциалын юғалтыу («Урта звено юҡ. Моғайын, йәштәргә ышаныс күрһәтергә тура килер»).
Индустрияның структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. П. Королёв исемендәге «Энергия» ракета-космос корпорацияһы Рәсәйҙең иң эре космос сәнәғәте компанияһы һанала. Ул космос аппараттарының төп подрядсыһы һәм «Союз-ТМА» һәм «Прогресс» кеүек космос аппараттарын етештереүсе булып тора. Халыҡ-ара космос станцияһын булдырыу программаһында Рәсәйҙән ул ҡатнаша.
«„ЦСКБ-Прогресс“ дәүләт ғилми-тикшеренеү ракета-космос үҙәге» акционерҙар йәмғиәте данлыҡлы «Союз» йөрөткөс ракеталары эшләнмәләрен яһай һәм уларҙы етештерә. Йөрөткөс ракетаның пилотлы осоштар өсөн хәҙерге версияһы «Союз-ФГ» тип атала һәм «Союз-ТМА» космос караптарын даими осороу өсөн ҡулланыла. "Союз"дың әле ҡулланылған версияһына алмашҡа ракета-космос үҙәге тарафынан цифлы идара итеү системаһы ҡуйылған яңы «Союз-2» йөрөткөс ракетаһы әҙерләнә. Был йөрөткөс ракетаны халыҡ-ара баҙарға сығарыу өсөн «ЦСКБ-Прогресс» «Старсем» Рәсәй-Франция уртаҡ предприятиеһын һәм Франция Гвианаһында «Куру» космодромында "Союз"дың старт майҙансығын төҙөнө.
«М. В. Хруничев исемендәге Дәүләт космос ғилми-тикшеренеү үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы Рәсәй космос тармағының коммерция йәһәтенән уңышлы компанияларының береһе һанала. Үҙәк эшләп сығарған «Протон-М» йөрөткөс ракетаһы һәм «Бриз-М» тиҙләткес блогы Ватан һәм сит ил космос аппараттарын орбитаға сығарыу өсөн файҙаланыла. 2013 йылда үҙәк проектлаған «Ангара» йөрөткөс ракеталарының яңы ғаиләһен сәнәғәт етештереүе башланды.
Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индустрияның төп компаниялары исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йөрөткөс ракета етештереүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «ЦСКБ-Прогресс»: «Союз-ФГ», «Союз-У», «Союз-2», «Русь-М»
- М. В. Хруничев исемендәге Дәүләт космос ғилми-тикшеренеү үҙәге: «Протон», «Протон-М», «Ангара», «Бриз»
- «Полёт» етештереү берекмәһе
Двигатель етештереүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Энергомаш» ғилми-етештереү берекмәһе
- «Полёт» етештереү берекмәһе
- «Факел» конструкторлыҡ бюроһы
- Химавтоматика конструкторлыҡ бюроһы
Пилотлы космонавтика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Энергия» ракета-космос корпорацияһы: «МКС», «Союз» ТМА, «Союз» ТМА-М, «Союз» ТМА-МС
Планета-ара осоштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-етештереү берекмәһе: «Фобос-Грунт»
Юлдаш эшләнмәләрен яһаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй космос системалары» акционерҙар йәмғиәте
- М. Ф. Решетнёв исемендәге «Мәғлүмәт юлдаш системалары»: навигация, элемтә, хәрби тәғәйенләнештәге
- С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-етештереү берекмәһе: «Электро-Л»
- «ВНИИЭМ корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте: Метеорологик, фәнни, Ерҙе дистациялы зондлау (ДЗЗ) юлдаштары
- «ЦСКБ-Прогресс»: ДЗЗ, фәнни, хәрби тәғәйенләнештәге.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фаворский В. В., Мещеряков И. В. Космонавтика и ракетно-космическая промышленность. Книга 2. Развитие отрасли (1976-1992). Сотрудничество в космосе. — М.: Машиностроение, 2003. — 434 с. — 2000 экз. — ISBN 5-217-03194-8.
- Черток Б. Космонавтика XXI века. Попытка прогноза развития до 2101 года. — М.: РТСофт, 2010. — 912 с. — 1000 экз. — ISBN 9785903545100.
- Батурин Ю. Мировая пилотируемая космонавтика. История. Техника. Люди. — М.: РТСофт, 2005. — 752 с. — 5000 экз. — ISBN 5990027125.
- Иванов Н. М., Лысенко Л. Н. Баллистика и навигация космических аппаратов. — 2-е изд.. — М.: Дрофа, 2004. — 544 с. — 3000 экз. — ISBN 571077085X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- roscosmos.ru — Роскосмоса рәсми сайты
- Журнал «Российский космос» 2018 йыл 14 апрель архивланған.
- Россия влетела в космический тупик // Свободная пресса, ноябрь 2016