Выру

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Выру
эст. Võru
ФлагГерб
Flag of et-Võru.svgVõru vapp.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1784
Рәсми атамаһы Võru
Дәүләт Flag of Estonia.svg Эстония
Административ үҙәге Вырумаа[d], Выру[d], Выруский район[d] һәм Выру[d]
Административ-территориаль берәмек Выру[d]
Халыҡ һаны 11 533 кеше (1 ғинуар 2021)[1]
Туғандаш ҡала Ионишкис[d], Лайтила[d], Ийсалми[d], Ландскруна[d], Härryda Municipality[d], Алуксне[d], Сувалки[d], Chambray-lès-Tours[d], Смолян һәм Канев[d]
Майҙан 14,01 км² (31 декабрь 2017)
Почта индексы 65601 – 65622
Рәсми сайт vorulinn.ee
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 078
Commons-logo.svg Выру Викимилектә

Выру (эст. Võru, выру Võro, нем. Werro, 1917 йылға тиклем. рус. Верро) — Эстонияла ҡала, Вырумаа өйәҙенең һәм Выру улусының административ үҙәге.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Выру Эстонияның иң көньяҡ-көнсығыш сигендә боронғо үҙән яйлаһында, Тамула күленең төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. Таллинға тиклем алыҫлыҡ — 215 саҡрым, Тартуға тиклем — 57 километр. Ҡала майҙаны — 14,01 км²[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Департамент статистика мәғлүмәттәре буйынса, Выру ҡалаһында 12022 кеше йәшәй, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата — 11859[2].

Ҡала тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3-сө Балтик буйы фронты ғәскәрҙәре хөрмәтенә һәм немец оккупацияһынан азат ителеүгә 35 йыл тулыу уңайынан Вырула 1979 йылдың 11 авгусында Т-34 танк —Мемориаль ансамбль асыла. Совет осоронда мемориал янында йәш парҙар фотоға төшөргә ярата.

Выруға рәсми нигеҙ һалыу датаһы тип 1784 йылдың 21 авгусы иҫәпләнә, шул ваҡытта Лифляндияның генерал-губернаторы төҙөләсәк ҡаланың урыны Верро мызаһы буласаҡ һәм ҡала уның исемен йөрөтәсәк тип хәбәр итеп, Ригала яңы ҡала төҙөү тураһында указға ҡул ҡуя[3]. Екатерина II шәхсән ҡаланың яңы гербын раҫлай һәм уның буйынса бер нисә күрһәтмәләр бирә.

Хәҙерге Выру ҡалаһы биләмәһендә иң боронғо археологик табылдыҡ булып — был осраҡлы табылған ҡатын-ҡыҙ баш һөйәге тора, ул урта таш быуатҡа ҡарай (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 4000 йыл).

1943 йылда боронғо Тамула ултырағы урынында боронғо хазина табыла, унда гәрәбәнән ҡыҙыҡлы сулпылар һәм һөйәк әйберҙәр була. Ҡаланан ярты сәғәтлек юлда, парк аша матур аҫылмалы күпер буйлап Тамулдың тарихи урынына барырға мөмкин.

Дерпт епископлығының көнсығыш сиктәрен һаҡлау өсөн төҙөлгән Кирумпяэ ҡаласығы тураһында беренсе телгә алыуҙар 1322 йылға ҡарай. Таш ҡаласыҡ тирәләй сауҙагәрҙәрҙең һәм һөнәрселәрҙең ҙур Кирумпяэ ауылы барлыҡҡа килә. Хәҙерге Выру ҡалаһы 1656 йылда сираттағы рус-швед һуғышы ваҡытында тулыһынса емерелгән Кирумпяэ ауылы емереклектәренән көньяҡҡа ҡарай километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Кирумпяэ ере һуғыштар тарафынан тапалған ҡаласыҡ була, һәм уға йәнәш ятҡан ерҙәр йә Ливон орденына, йә Рәсәйгә, йә Польшаға ҡарай. Польша властары ваҡытында, ә нәҡ 1590 йылдан, ҡаласыҡ менән күрше Верро поместьеһы (мыза) тураһында тәүге телгә алыуҙар барлыҡҡа килә. Төньяҡ һуғышынан һуң, рус ваҡыты тип аталған ваҡыт башланғас, батшабикә Елизавета Петровна ҡаласыҡ биләмәләренең өлөшөн граф А.П.Бестужев-Рюминға бүләк итә. Кирумпяэ ерҙәрен һаталар һәм һатып алалар, Мюллер ғаиләһенә ҡараған ваҡытта, Мюллерҙың бер ҡыҙы Верро поместьеһын милеккә ала. Мюллер поместьены фон Менгденға һата, унан, үҙ сиратында Верро поместьеһын яңы ойошторолған өйәҙ үҙәге өсөн һатып алалар.

Ошо ваҡыттан алып Выруның үҙ тарихы башлана, сөнки тарихи Тамула ауылы ла, Кирумпяэ форты ла хәҙерге ҡаланың туранан-тура алдағыһы тип иҫәпләнмәй. 1783 йылда, батшабикә Екатерина II бойороғо буйынса Дерпт өйәҙенең көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөнән яңы өйәҙ төҙөлә, үҙәге булып Вана-Койола (Киррумпях-Койкюль) дәүләт поместьеһы булырға тейеш була. Күпмелер ваҡыт үткәс, Екатерина II генерал-губернатор Георг фон Броунға ҡала төҙөлөшө өсөн Верро шәхси поместьеһын һатып алырға рөхсәт бирә. Поместьеның төп бинаһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

Выруға приказ тәртибендә нигеҙ һалына. 1785 йылда ҡала планы раҫлана[4], ул урамдарҙың төҙөк селтәрҙәрен күҙ уңында тота. Шул уҡ йылда ҡалала тәүге ун ғаилә йәшәй башлай, дарыухана асыла. Урамдарҙың тарихи селтәре һаҡлана, иҫке төҙөлөштәрҙә бер ҡатлы ағас йорттар өҫтөнлөк итә. Урам селтәрҙәренең ҡабатланмаҫ ҡиммәте һәм үҙенсәлеге булып төҙөлөш күҙлегенән ағас архитектура тора. Лютеран (1793) һәм православие (1804) сиркәүҙәре ҡаланың тәүге йылдарын иҫкә төшөрә, улар икеһе лә императрица Екатерина II арналған.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Выру ҡалаһы үҙәгендә бер нисә квартал яна, 90 самаһы йорт емерелә. 1945 йылда ҡаланың тәүге генераль планы әҙер була (архитекторы Х.Кувасто). Икенсе генераль план 1971 йылда төҙөлә (раҫланмай) һәм өсөнсө, планы беренсеһенең корректураһы кеүек 1974 йылда раҫалана (архитекторы Р. Рийтсаар)[5].

16 сентябрҙән 17-нә тиклем Выру ҡалаһында Эстония ССР-ы Юғары советы сессияһы үтә.

1950—1991 йылдарҙа Выру районынынң үҙәге була.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисадының мөһим тармағы булып сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм туризм тора. Сәнәғәт етештереү күләме (предприятиеларҙа 20-нән ашыу хеҙмәткәрҙәр менән) 2005 йылда 1,8 миллиард крон тәшкил итә. Төп тармаҡ — мебель һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте. 2005—2006 йылдарҙа тармаҡтың эре предприятиелар әйләнеше. (млн крон):

  • Toftan AS (бысылған ағас етештереү) — 358—436
  • GM Panels OÜ (ағас-юнысҡы һәм ағас-сүс плиталар етештереү) — 115—124
  • Wermo AS (йыһаздар етештереү) — 108—85
  • Antsla-Inno AS (йыһаздар етештереү) — 232—230

2020 йылда (млн евро)[6]:

  • Toftan AS — 72,084
  • Wermo AS — 4,195
  • Antsla-Inno AS — 16,841

GM Panels OÜ предприятиеһы 2012 йылда бөтөрөлә[7].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фридрих Крейцвальд Рейнгольд һәйкәле һәм Тамула күле ярында уның исемендәге парк.
  • Екатерина аллеяһында Екатерина II һәйкәле
  • Тамула күленең төньяҡ өлөшөндә Выру ҡалаһын Роозисар утрауы менән тоташтырыусы аҫылмалы күпер.
  • Таш быуат осороноң боронғо торалары урыны Роозисаар утрауының аҫылмалы күпере районы.
  • Фридрих Рейнгольд Крейцвальд музейы.
  • Изге Великомученица Екатерина сиркәүе — лютеран сиркәүе, 1793 йылда императрица Екатерина II иғәнәһенә төҙөлгән.
  • Эстон апостол православие сиркәүе, 1806 йылда төҙөлгән.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эрки Ноол — ун бәйгелә Олимпия чемпионы, эстон сәйәсмәне.
  • Алар Сикк (эст.)баш. — Джомолунгмаға күтәрелгән беренсе эстон альпинисы.
  • Анти Саарепуу — эстон саңғысыһы, ике Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
  • Хейки Тролла — рәссам[8][9].
  • Уку Сувисте — йырсы һәм музыкант.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Департамент статистики Эстонии — 1991.
  2. 2,0 2,1 Statistikaamet RV0291U: RAHVAARV, PINDALA JA ASUSTUSTIHEDUS, 1. JAANUAR. (2019-05-15).
  3. Võru (эст.). Eesti Entsüklopeedia (2011).
  4. Võru. eestigiid.ee.
  5. Võru. eestigiid.ee.
  6. Inforegister (эст.). Register OÜ.
  7. GM Panels OÜ  (эст.). Creditinfo Eesti AS.
  8. Navitrolla: Estonian painter. People Pill.
  9. Kortermajad võivad tellida tasuta Navitrolla hiidmaali. Lõuna Leht (18 января 2013).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Официальный сайт Выру (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 1 апреля 2010 года. (рус.)
  • Ҡалып:Викигид

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Веру // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.