Эстәлеккә күсергә

ЕИХО

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(ОБСЕ битенән йүнәлтелде)
Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ)
Организация по безопасности
и сотрудничеству в Европе (ОБСЕ)

Organization for Security and Co-operation in Europe (OSCE)
Organisation pour la sécurité et la coopération en Europe
Organisation für Sicherheit und Zusammenarbeit in Europa
Organizzazione per la Sicurezza e la Cooperazione in Europa

Organización para la Seguridad y la Cooperación en Europa

ОБСЕ дәүләттәре

     ОБСЕ дәүләтте      Хеҙмәттәшлек партнерҙары
Ағза

57 ағза-дәүләт

Штаб-квартира

Вена, Австрия

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

Июль 1973

Хельсинкски акты

30 июль — 1 август 1975

Париж Хартияһы

21 ноябрь 1990

ОБСЕ

ғинуар 1995

Бөтөрөлгән
-

Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмә

Сайт

http://www.osce.org/

 ЕИХО Викимилектә

ОБСЕ (OSCE: ингл. Organization for Security and Co-operation in Europe, франц. Organisation pour la sécurité et la coopération en Europe) — Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма, донъялағы хәүефһеҙлек мәсьәләре менән шөғөлләнгән иң ҙур ойошма. Уға Төньяҡ Америка, Европа һәм Үҙәк Азиянан 57 ил инә.

Элекке исеме — «Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмә» (СБСЕ) — (CSCE: ингл. Conference for Security and Cooperation in Europe, франц. Conférence sur la sécurité et la coopération en Europe).

Төп маҡсаттары һәм мәсьәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР почта маркаһы, 1985 йыл: СБСЕ-ға 10 йыл

Төбәктә конфликттар булдырмау, кризислы хәлдәрҙе яйға һалыу, конфликттар эҙемтәләрен бөтөрөү — ойошманың төп маҡсаты.

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең һәм ойошманың төп мәсьәләләрен сисеүҙең мөһим саралары:

  • «Беренсе кәрзин», йәки сәйәси һәм хәрби яҡтан (үлсәм):
    • ҡорал таралыуын контролдә тотоу;
    • конфликттарҙы булдырмау буйынса дипломатия эшмәкәрлеге;
    • ышаныс һәм хәүфһеҙлек булдырыу саралары;
  • «Икенсе кәрзин», йәки иҡтисад һәм экология яғынан (үлсәм):
  • «Өсөнсө кәрзин», йәки кеше үлсәме[1]:

ОБСЕ-ла ҡатнашҡан бөтә илдәр ҙә тигеҙ хоҡуҡлы. Ҡарарҙар консенсус нигеҙендә генә ҡабул ителә. Уның ҡарарҙары юридик яҡтан мәжбүри түгел[2], ләкин улар бик ҙур әһәмәиәткә эйә.

Ойошманың штаты — ойошманың етәксе органдарында 370 кеше, ҡыр миссияларында 3500 кеше эшләй.

«Европала хәүфһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмә» АҠШ һәм Канада ҡатнашлығында Европа дәүләттәре вәкилдәренең (Албания һәм Андорранан башҡа) даими эшләгән халыҡ-ара форумы булараҡ саҡырылды, уның маҡсаты — Европала хәрби ҡапма-ҡаршылыҡ һәм хәүефһеҙлекте әҙәйтеү сараларын булдырыу.

Кәңәшмә өс этапта үтә:

  1. 3 — 7 июль, 1973 йыл — Хельсинки — сит ил эштәре министрҙары кәңәшмәһе,
  2. 18 сентябрь, 1973 йыл — 21 июля 1975 — Женева — Йомғаҡлау акты тексына тәҡдимдәр, төҙәтмәләр индереү һәм текст буйынса һөйләшеп килешеү,
  3. 30 июль — 1 август, 1975 йыл — Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинкиҙа ойошманы булдырған 35 дәүләт Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәнең йомғаҡлау актына ҡул ҡуйыла (Хельсинки килешеүе).
Ҡалған осрашыуҙар

Өлгәшелгән килешеүҙәр ойошмала ҡатнашҡан илдәр вәкилдәре осрашыуҙары ваҡытында нығытылып бара:

  • 1977—1978 — Белград,
  • 1980—1983 — Мадрид,
  • 1984 — Стокгольм,
  • 1986 — Вена,
  • 19-21 ноябрь, 1990 йыл— СБСЕ дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының Париж кәңәшмәһе. УндаЯңы Европа өсөн Париж хартияһы яҙыла (Һалҡын һуғыш тамамланыуын иғлан итә), Европала ғәҙәти хәрби көсәтәр тураһында килешеү (ДОВСЕ) төҙөлә, 22 дәүләттең (НАТО һәм Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәре) берҙәм декларацияһы ҡабул ителә,әлеге ваҡытта йәшәп килгән өс баҫҡыслы сәйәси консультациялар механизмы булдырыла: юғары кимләдә осрашыуҙар, сит ил эштәре министрҙары Советы (СМИД), юғары вазифа биләүселәрҙең Комитеты (сит ил эштәре министрҙары, йәки улар урынына ебәрелгән вәкилдәр) .
  • 10 сентябрь — 4 октябрь, 1991 йыл —СБСЕ-ның Мәскәүҙәге кеше үлсәме буйынса конференцияның өсөнсө йомғаҡлау конференцияһы (тәүгеһе 1989 йылда Парижда, икенсеһе— 1990 йылда Копенгагенда үтә).

Кеше хоҡуҡтарына, төп иректәргә, демократияға һәм закон өҫтөнлөгөнә ҡағылышлы мәсьәләләр халыҡ-ара мәсьәләләр, ә кеше үлсәү өлкәһендәге йөкләмәләр СБСЕ ағзалары булған дәүләттәрҙең тик эске эштәре генә түгел, тип күрһәтелгән документ ҡабул ителә.

  • 1992 — Хельсинкиҙағы юғары кимәлдәге осрашыу ."Үҙгәрештәр ваҡыты талабы" («Вызов времени перемен») тигән документ ҡабул ителә, ул СБСЕ-ның, башлыса, ҡатнашыусы дәүләттәр араһындағы сәйәси диалог форумынан, «Ванкуверҙан алып Владивостокҡа тиклем» хәрби-сәйәси тотороҡлоҡты һаҡлап ҡалыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерү маҡсатына йүнәлтелгән төбәк-ара ойошмаға әйләнеүенә башланғыс бирә.

СБСЕ киң вәкәләттәр, локаль һәм төбәк конфликттарын булдырмау һәм уларҙы яйға һалыу буйынса саралар ҡулланыу мөмкинлеген ала.

  • 1992 — Стокгольмдәге сит ил эштәре министрҙары Советы (МИД Советы) осрашыуы. СБСЕ Генераль секретары вазифаһы булдырыла.
  • 1993 — Римдәге МИД Советы осрашыуы. Агрессив милләтселек тураһында декларация (хәҙерге замандағы конфликттар сығанағы) ҡабул ителә. СБСЕ-ның даими комитеты — ойошмала ҡатнашыусы илдәр вәкилдәре институты булдырыла.
  • 1994 — юғары кимәлдәге Будапешт осрашыуы. СБСЕ исемен 1995 йылдың 1 ғинуарынан Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОБСЕ) дип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[3].

«Яңы осорҙа ысын партнёрлыҡҡа юл» сәйәси декларацияһы ҡабул ителә, XXI быуаттағы Европа өсөн дөйөм һәм төрлө өлкәләрҙә хәүфһеҙлек моделен эшләү, хәрби-сәйәси килешеүҙәр тураһында килешенде («Кодекс поведения, касающийся военно-политических аспектов безопасности», «Принципы, регулирующие нераспространение» и др.).

  • 1995 — СМИД-тың Будапешт осрашыуы.
  • 2-3 декабрь, 1996 — ОБСЕ ағзалары дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының Лиссабон осрашыуы. Декларация Лиссабон саммиты декларацияһы һәм «О модели общей и всеобъемлющей безопасности для Европы XXI века» декларацияһы ҡабул ителә, унда бүлгеләү һыҙығы булмаған берҙәм, тыныс һәм демократик Европа төҙөү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. ДОВСЕ-ны (Договор об обычных вооружённых силах в Европе) яңыртыу тураһында документ ҡабул ителә. Рәсәй инициативаһы буйынса ҡатнашыусы дәүләттәр хәрби эшмәкәрлектә тотанаҡлылыҡ күрһәтеү бурысын үҙ өҫтөнә ала (быға төрлө кимәлдәге ҡорал һәм уны йәйелдереү ҙә инә). «Ҡорал өҫтөнән контролдең концептуаль базаһы» һәм «Хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек форумы көн тәртибе үҫеше» тигән документтар ҡабул ителә, улар Европала тотроҡлоҡто тәьмин итүҙең мөһим сараһы булараҡ ҡоралды контролдә тотоуҙың ролен нығытты. ОБСЕ эшендә элекке СССР һәм Югославия биләмәләрендә булған конфликттарға күберәк иғтибар бирелә.
  • 1997 — ОБСЕ сит ил эштәр министрҙар Советының(СМИД) Копенгагендағы осрашыуы. Европа хәүефһеҙлеге хартияһы өҫтөнөдә эш башлау тураһында ҡарар ҡабул ителә.
  • 1998 — Ослола ОБСЕ СМИД-ы осрашыуы. Европала яңы хәүефһеҙлек системаһын булдырыуҙа ОБСЕ роле тураһында Декларация ҡабул ителә. В Декларацияға ОБСЕ операциялары тураһында положениелар инә. Был осрашыуҙа Косово, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге хәлдәр ҡарала.
  • 18 — 19 ноябрь, 1999 — ОБСЕ илдәренең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының Стамбулдағы осрашыуы .Рәсәй делегацияһын Борис Ельцин етәкләй. Европа хәүефһеҙлеге хартияһы, ДОВСЕ-ны адаптациялау тураһында килешеү, йомғаҡлаусы Сәйәси декларация һәм артабанғы эш нигеҙе булараҡ ышаныс саралары буйынса Вена документы ҡабул ителә. Рәсәй Грузия һәм Днестр буйынан ғәскәрҙәрен сығарырға үҙ өҫтөнә сәйәси йөкләмә ала.
  • 2000 — СМИД-тың Вена-лағы осрашыуы. «ОБСЕ-ның Көньяҡ-Көнсығыш Европалағы роле тураһында» декларация, ОБСЕ-ның кеше менән сауҙа итеүгә ҡаршы эшмәкәрлеген көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә, еңел ҡорал атыу ҡоралы менән законһыҙ сауҙа итеү һәм таратыуҙы сикләү тураһында документ хупланды. Төп мәсьәләләр буйынса бер фекергә килә алмау сәбәпле осрашыуҙың йомғаҡлау сәйәси документы — министрҙар декларацияһы ҡабул ителмәй.
  • 2001 — СМИД-тың Бухаресттағы осрашыуы. Министрҙар декларацияһы, терроризм менән көрәш планы, документ об укреплении роли ОБСЕ-ның сәйәси диалог өсөн форум булараҡ ролен нығытыу тураһында документ, төбәк проблемалары буйынса белдереүҙәр ҡабул ителә (Грузия, Молдавия, Таулы Ҡарабах, Көньяҡ-Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия).
  • 12 июнь, 2002 — Лиссабон халыҡ-ара конференцияһы. Халыҡ-ара һәм төбәк ойошмаларының терроризмға ҡаршы көрәшенә баһа бирелгән « Терроризмды булдырмау һәм уға ҡаршы көрәш» тигән йомғаҡлау документы ҡабул ителә.
  • 2003 — Маастрихттағы (Нидерланд) СМИД осрашыуы. Хәрби һәм сәйәси хәүфһеҙлек өлкәһендә ҡабул ителгән ҡарарҙар раҫлана (артыҡ ғәҙәти ҡоралды юҡ итеү, күсереп булған зенит-ракета комплекстарын таратыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтеү тураһында, Еңел һәм атыу ҡоралы өлкәһендәге иң яҡшы практика буйынса ҡулланма). 2003 йылдан алып, Рәсәй һәм ҡайһы бер ОБСЕ ағзалары араһында низағ арҡаһында ҡайһы бер сәйәси декларациялар ҡабул ителмәй ҡала. Маастрихтта АҠШ-тың дәләт секретары (сит ил эштәре министры) Колин Пауэлл Рәсәй 1999 йылғы Истамбул килешеүҙәрен үтәргә тейеш (Грузия һәм Днестр буйынан) һәм был декларацияла күрһәтелергә тейеш тип белдерә. Рәсәй был документты ҡабул итергә бирмәй.
  • 15 ғинуар, 2004 — ОБСЕ-ның Даими советы ултырышы — Рәсәй ОБСЕ-ны «айырым дәүләттәр һәм илдәр төрөкөмө мәнфәғәтен хеҙмәтләндереүсе ҡорал» итеп ҡарауҙан баш тартырға һәм ОБСЕ-ның төп маҡсатына ирешеүгә көс һалырға тәҡдим итте (барыһы өсөн дә бер принциптар һәм ҡағиҙәләр булған бүлгеләнмәгән дөйөм Европа хәүефһеҙлек биләмәһен булдырыу).
  • 2004 — СМИД-тың Софиялағы осрашыуы ваҡытында Украинала «ҡыҙғылт-һары революция» башлана. Йомғаҡлау документы ҡабул ителмәй.
  • 3 июль, 2004 — Мәскәүҙә БДБ илдәренең ОБСЕ-ны «ике төрлө стандарттар ҡулланыу» һәм «ҡайһы бер дәүләттәрҙең ысынбарлығын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға теләмәүҙә» ғәйепләгән белдереү ҡабул ителә. Россия призвала реорганизовать ОБСЕ и «вернуть её к изначальным принципам». Рәсәй ОБСЕ-ны үҙгәртеп ҡорорға һәм «уны баштағы принциптарға ҡайтарырға» тәҡдим итә. Рәсәй ОБСЕ-ның 2005 йылға бюджетын ҡабул итеүҙе өс айға тотҡарлай, ул үҙенең өлөшөн кәметеүҙе талап итә, сөнки үҙ мәнфәғәттәренә ҡапма-ҡаршы булған проекттарҙы финансларға теләмәй. Һөҙөмтәлә РФ өлөшө 9 % ҡала.
  • 2005 — СМИД-тың Любляналағы (Словения) ултырышы йомғаҡлау декларацияһыҙ тамамлана. Рәсәй менән ҡайһы бер Днестр буйынан Рәсәй

ғәскәрҙәрен сығарыуҙы талап иткән ОБСЕ ағзалары араһындағы ҡаршы тороу дауам итә, был илдәр Рәсәйҙе коммерциялы булмаған ойошмалар тураһында закон проекты әҙерләүҙә ғәйепләй (Рәсәй дәүләте улар өҫтөнөн контролде көсәйтергә йыйына).Үҙ сиратында Рәсәй ОБСЕ-ның һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеген, бигерәк тә БДБ(СНГ) илдәрендәге һайлауҙарҙа мониторинг яһаған күҙәтеүселәрҙе, тәнҡитләп сығыш яһай. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы исеменән Сергей Лавров үҙ планын («ОБСЕ-ны реформалау юлы картаһын»-«Дорожная карта реформы ОБСЕ») тәҡдим итә. Лавров ОБСЕ күҙәтеүселәрен һайлауҙарҙы баһалауҙа берҙәм стандарттар булмауҙа ғәйепләй.Һуңғы йылдарҙа БДБ һәм ОБСЕ күҙәтеүселәре үҙҙәре күргән һайлауҙар тураһында ҡапма-ҡаршы фекерҙәр әйтә (Украин, Молдавия,Ҡырғыҙстан,Ҡаҙағстанда президент һайлауҙары тураһында). «ОБСЕ-ны реформалау юлы картаһы» ҡабул ителә. Был ултырышта Рәсәйгә ҡаршы ГУАМ (Грузия, Украина, Әзербайжан һәм Молдова) ҡаршы сыға. ОБСЕ форумы алдынан ГУАМ-да рәйеслек Молдавияға күсә, ул Рәсәйҙең "Истамбул килешеүҙәре"н үтәүе тураһында башҡаларҙан нығыраҡ өмөт итә (Грузия һәм Днестр буйынан), Молдова ОБСЕ-ла ГУАМ исеменән сығыш яһай. Украина сит ил эштәре министры Борис Тарасюк бынан һуң ГУАМ илдәре бергә эш итәсәк тип белдерә.

  • 5 декабрь, 2006 — ОБСЕ СМИД-ы кәңәшмәһе ваҡытында Сергей Лавров тәүге тапҡыр РФ-тың ОБСЕ-нан сығыу ихтималлығы тураһында белдерә. Рәсәй министры ОБСЕ кеше хоҡуҡтарын яҡлауҙы күҙәтеүҙән хәрби һәм сәйәси, шулай уҡ иҡтисади хеҙмәттәшлеккә табан йөҙ бороуҙы талап итә.
  • 26 октябрь, 2007 — Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан ОБСЕ-ға Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюро эшен сикләүсе резолюция проектын тәҡдим итә. 30 ноябрҙә, ОБСЕ СМИД-ы саммиты ваҡытында был резолюция кире ҡағыла.
  • 16 ноябрь, 2007 — ОБСЕ-ның Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюро Рәсәйҙәге парламент һайлауҙарына үҙ күҙәтеүселәрен ебәреүҙән баш тарта (2007).
  • 7 февраль, 2008 — ОБСЕ-ның Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюро Рәсәйҙәге Президент һайлауҙарына үҙ күҙәтеүселәрен ебәреүҙән баш тарта.
  • 3 июль, 2009 — ОБСЕ-ның парламент ассамблеяһы тарафынан « Бүленгән Европаны яңынан берләштереү:XXI быуатта ОБСЕ төбәгендә кеше хоҡуҡтарын һәм граждан иректәрен хуплау» тигән резолюция ҡабул ителә.
  • 1 декабрь, 2010 — Астанала (Ҡаҙағстан) 11 йыл буйы үткәрелмәй торған ОБСЕ саммиты үтә[4].
ОБСЕ-ың Даими советы ултырышы. Вена, 2005 й. Михаил Евстафьев фотоһы

Ойошманың төп органдары:

  • Саммит (Юғары кимәлдәге осрашыу) — ОБСЕ илдәренең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуҙары.
  • Сит ил эштәре министрҙары Советы — йыл һайын (юғары кимәлдәге осрашыуҙарҙан тыш) ОБСЕ илдәре сит ил эштәре министрҙары осрашыуҙары.
  • Әлеге мәлдәге рәйес етәкселегендәге Даими совет (ингл. Chairperson-in-Office, CiO), рәйес бер йылға һайлана. Даими сәйәси консультациялар үткәрә һәм ҡарарҙар ҡабул итә (аҙна һайын Венала йыйылалар).
  • Хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса форум —ҡоралды контролдә тотоу һәм МДБ мәсьәләләрен тикшерә (МДБ — ышаныс һәм хәүфһеҙлекте нығытыу буйынса саралар- меры по укреплению доверия и безопасности, аҙна һайын Венала йыйыла).
  • Милли аҙсылыҡ эштәре буйынса Верховный комиссар
  • ОБСЕ-ның демократия институтары һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюроһы
  • ОБСЕ-ның парламент ассамблеяһы
  • Массакүләм саралары (СМИ) ирке мәсьәләре буйынса вәкил —ОБСЕ-ға ингән 57 илдәге СМИ өлкәһендәге хәлдәрҙе күҙәтә.

Ғәмәлдәге рәйес (ингл. Chairperson-in-Office, CiO; әлеге осорҙа рәйес булған илдең сит ил эштәре министры) — ОБСЕ-ның көндәлек эше менән етәкселек итә. ОБСЕ учреждение/институттары эшен координациялай. Ойошманың вәкиле булып тора, конфликт һәм кризисы ситуацияларҙы күҙәтә һәм уларҙы бөтөрөү сараһын күрә.

2010 йылда Ҡаҙағстан рәйес була (элекке СССР республикаларынан беренсе булып), 2011 йылда — Литва (Аудронюс Ажубалис)[5]. 2012 йылда ОБСЕ-ла рәйеслек Ирландияға күсә, 2013 йылда Украинаға[6]. 2014 йылда— Швейцария, ил Президенты Дидье Буркхальтер[7]. 2016 йылда ГФР, илдең сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер ине. 2017 йылда —Австрия, Себастьян Курц. 2018 йылда — Италия, сит ил эштәре министры Анджелино Альфано, 1 июндән Энцо Моаверо-Миланези тәғәйенләнә.

Генераль секретары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генераль секретарь— Секретариат етәксеһе. 3 йылға министрҙар Советы тарафынан билдәләнә :

  • Вильгельм Хёинк (1993—1996)
  • Джанкарло Арагона (1996—1999)
  • Ян Кубиш (1999—2005)
  • Марк Перрен де Бришамбо (2005—2011)
  • Ламберто Заньер (2011—2017)
  • Томас Гремингер (2017—2020)
  • Хельга Шмид (2020 йылдан)


Государство Государство
Австрия Австрия Мальта Мальта
Әзербайжан Әзербайжан Молдова Молдова
Албания Албания Монако Монако
Андорра Андорра Монголия Монголия
Әрмәнстан Әрмәнстан Нидерланд Нидерланд
Беларусь Беларусь Норвегия Норвегия
Бельгия Бельгия Польша Польша
Болгария Болгария Португалия Португалия
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ватикан Ватикан Румыния Румыния
Бөйөк Британия Бөйөк Британия Сан-Марино Сан-Марино
Венгрия Венгрия Сербия Сербия
Германия Германия Словакия Словакия
Греция Греция Словения Словения
Грузия Грузия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Дания Дания Тажикстан Тажикстан
Ирландия Ирландия Төркмәнстан Төркмәнстан
Исландия Исландия Төркиә Төркиә
Испания Испания Үзбәкстан Үзбәкстан
Италия Италия Украина Украина
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан Финляндия Финляндия
Канада Канада Франция Франция
Кипр Республикаһы Кипр Республикаһы Хорватия Хорватия
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан Черногория Черногория
Латвия Латвия Чехия Чехия
Литва Литва Швейцария Швейцария
Лихтенштейн Лихтенштейн Швеция Швеция
Люксембург Люксембург Эстония Эстония
Төньяҡ Македония Төньяҡ Македония

Хеҙмәттәшлек буйынса партнёрҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Средиземноморские Год Азиатские Год
Флаг Алжира Алжир Ҡалып:Флаг Афганистана Афганистан 2003
Мысыр Египет 1995
Израиль Израиль Корея Республикаһы флагы Южная Корея 1994
Иордания Иордания Таиланд Таиланд 2000
Флаг Марокко Марокко Япония флагы Япония 1992
Тунис Тунис Австралия флагы Австралия 2009

ОБСЕ-ның рәсми телдәре:

ОБСЕ-ның дөйөм бюджеты ике өлөштән: Секретариат һәм институттар бюджетынан һәм ҡырҙағы операциялар бюджетынан тора. Мәҫәлән, ОБСЕ-ның 2008 йылдағы бюджеты 164 168 200 евро була. Секретариат һәм институттар бюджеты 55 692 200 евро, ә ҡырҙағы операциялар бюджеты 108 476 000 евро тәшкил итә.

  1. Обязательства ОБСЕ в области человеческого измерения. Варшава: ОБСЕ/БДИПЧ, 2006. Т. 1 2007 йыл 11 июнь архивланған. Т. 2 2009 йыл 15 октябрь архивланған.
  2. Справочник ОБСЕ ISBN 3-902107-00-6
  3. Против переименования выступало единственное государство-участник — Мальта, мотивировавшая это тем, что в мальтийском языке соответствующая аббревиатура звучит непристойно. Но в конце концов мальтийскую делегацию удалось переубедить
  4. Назарбаев и Медведев обсудили подготовку к саммиту ОБСЕ  (рус.), Политика, «Новости и события Казахстана» (4 ноябрь 2010). 13 март 2011 тикшерелгән. «Астанинский саммит будет седьмым в истории Организации. Предыдущие саммиты проводились в 1975 году в Хельсинки, в 1990 году в Париже, в 1992 году в Хельсинки, в 1994 году в Будапеште, в 1996 году в Лиссабоне и в 1999 году в Стамбуле.». 2011 йыл 20 июнь архивланған.
  5. Безопасность и укрепление демократии — приоритеты Литвы в качестве председателя ОБСЕ в 2011 году.
  6. Украина стала председателем ОБСЕ. Дата обращения: 1 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 13 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 13 ғинуар архивланған.
  7. Швейцария стала председателем ОБСЕ, АиФ (02 января 2014).