Астана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нур-Солтан битенән йүнәлтелде)
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы
Астана
ҡаҙ. Астана
Файл:Astana, capital of Kazakhstan 02.jpg
Өҫтән сәғәт теле буйлап: астана үҙәге, Ҡаҙағстан концерт залы, Хәҙрәт Солтан мәсете, Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты, Назарбаев Университет, Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы, Хан-Шатыр
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Ҡаҙағстан

Статус

баш ҡала

Координаталар

51°11′ с. ш. 71°24′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

3 район
(Алмата, Һарыарҡа, Есил)

Аким

Адильбек Рыскельдинович Джаксыбеков (2014 йылдың 22 октябренән)

Нигеҙләнгән

1830

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1830

Элекке исеме

до 1961 — Акмолинск,
до 1992 — Целиноград,
до 1998 — Акмола

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы с

1998

Майҙаны

722 км²

Климат тибы

киҫкен континенталь

Халҡы

852 985[1] кеше (2015)

Милли состав

ҡаҙаҡтар — 75,08%
рустар — 15,64%
украиндар — 1,63%
башҡалар национальности — 7,65% (2015г.)[2]

Конфессиональ составы

мосолмандар, христиандар һ.б.

Этнохороним

астаналар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 7172

Почта индексы

010000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

Z, 01

Рәсми сайт

astana.gov.kz
 (ҡаҙ.) (рус.) (инг.)

Астана (Ҡаҙағстан)
Астана
Астана

Астана (элекке исемдәре Аҡмола, Целиноград, Нур-Солтан) — 1998 йылдың 10 июненән Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы.

2015 йылдың 1 ғинуарына 985 852 кеше йәшәй[3]. Ҡала территорияһы 200 км2 тәшкил итә. Ишим йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Фарсы теленән тәржемәләгәндә, «Астана» һүҙе «изге урын» тигәнде аңлата. Ҡаҙағстанда ҙурлығы буйынса Алматы менән Шымкенттан һуң 3-сө урында тора.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишем йылғаһы ярында урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала климаты киҫкен континенталь. Йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш — һыуыҡ һәм оҙон. Уртаса йыллыҡ температура — 3,1 °C. Яуым-төшөм йылына 300 мм яуа. Уртаса йәй температураһы 20 °C, ҡышҡыһын −15 °C, йәйгеһен һауа температураһы 40 °C тиклем күтәрелеп, ҡыш көнө −50 °C тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Климаттың йәшәү өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыу сәбәпле, ҡаланы уратып, ағас ултыртыла.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астана ҡалаһы Һарыарҡа, Алматы, Есиль райондарына бүленгән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йыл менән сағыштырғанда, Астанала халыҡ һаны 169,2 мең кешегә артҡан, 2006 йыл башында 550,2 мең кеше булһа, 2015 йылдың 1 ғинуарына 985 852 кеше йәшәүе теркәлгән. Был күрһәткес буйынса Алматы ҡалаһынан һуң Ҡаҙағстанда 2 урында..

2009 йыл йомғаҡтары буйынса Астана ҡалаһының миграция сальдоһы 31 908 кеше тәшкил итә — республикалағы иң юғары күрһәткес. Миграция ағымының нигеҙендә — Ҡаҙағстандың башҡа төбәктәренән килеүселәр. 1000 кешегә — 704 кеше ситтән килеүсе һанала, 296 — урындағы кеше. Уларҙан сығышы менән Аҡмола өлкәһенән — 173, Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенән — 66, Ҡарағандынан — 56, Ҡостанайҙан — 56, Алматынан 32 кеше. Уртаса никахҡа инеү йәше: ир-егеттәр — 27,5 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 25,3 йәш.

1999 йылдан 10 йыл эсендә халыҡ үҫеше — 86,7 %. Ҡаланың милли составы: ҡаҙаҡтар, урыҫтар, әзербайжандар, украиндар, татарҙар, йәһүдтәр, белорустар, грузиндар, молдавандар, тажиктар, үзбәктәр һ.б. Дөйөм алғанда, ҡала халҡы үҫеше миграция иҫәбенә тәьмин ителә.

Халыҡ һаны артыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо хәл һаҡланһа, үҫеш артасаҡ, йәғни ҡала халҡы һаны бер нисә йылдан миллионға тиклем етеүе ихтимал. Әммә был фараз тормошҡа ашҡан осраҡта ла, Алматыны үтә алмаҫ, сөнки уның халҡы 1.6 млн кеше тәшкил итә. [4]

Түбәндә Астана халыҡ һаны үҫеше күрһәтелгән.[5]

Милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылда Аҡмолала халыҡ иҫәбен алыу буйынса 9707 кеше йәшәй, шул иҫәптән урыҫтар — 4619 (47,58 %), ҡаҙаҡтар — 3020 (31,11 %), татарҙар — 1035 (10,66 %), мордва — 223 (2,30 %), немецтар — 205 (2,11 %), йәһүдтәр — 173 (1,78 %), украиндар — 101 (1,04 %), башҡа милләттәр — 331 (3,41 %)[6].

1989—2009 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың зтник составы[7]:
1989 % 1999 % 2009[8] % 2017[9] % 2018[10] % 2020[11] %
бөтәһе 281 252 100,00 % 319 324 100,00 % 613 006 100,00 % 972 672 100,00 % 1 030 577 100,00% 1136156 100,00 %
Ҡаҙаҡтар 49 798 17,71 % 133 585 41,83 % 425 298 69,38 % 750 946 77,20 % 805 718 78,18% 906391 79,78 %
Урыҫтар 152 147 54,10 % 129 480 40,55 % 122 215 19,94 % 137 333 14,12 % 138 175 13,41% 139443 12,27 %
Украиндар 26 054 9,26 % 18 070 5,66 % 12 783 2,09 % 14 127 1,45 % 14 176 1,38% 14311 1,26 %
Татарҙар 9339 3,32 % 8 286 2,59 % 8970 1,46 % 11 299 1,16 % 11 624 1,13% 12313 1,08 %
Үзбәктәр 640 0,23 % 429 0,13 % 7186 1,17 % 10 238 1,05 % 10 642 1,03% 10906 0,96 %
Немецтар 18 913 6,72 % 9591 3,00 % 6916 1,13 % 9059 0,93 % 9243 0,90% 9403 0,83 %
Кореялылар 1329 0,47 % 2028 0,64 % 4172 0,68 % 6224 0,64 % 6549 0,64% 7048 0,62 %
Ҡырғыҙҙар 94 0,03 % 196 0,06 % 2567 0,42 % 4506 0,46 % 4741 0,46% 5235 0,46 %
Белорустар 8220 2,92 % 5761 1,80 % 3752 0,61 % 4034 0,41 % 4052 0,39% 4072 0,36 %
Әзербайжандар 997 0,35 % 902 0,28 % 2618 0,43 % 3696 0,38 % 3811 0,37% 4084 0,36 %
Поляктар 2412 0,98 % 2537 0,79 % 2179 0,36 % 2685 0,28 % 2687 0,26% 2711 0,24 %
Ингуштар 2311 0,67 % 1822 0,57 % 2129 0,35 % 2590 0,27 % 2642 0,26% 2733 0,24 %
Чечендар 514 0,18 % 752 0,24 % 951 0,16 % 1269 0,13 % 1328 0,13% 1415 0,12 %
Уйғырҙар 53 0,02 % 161 0,05 % 689 0,11 % 1210 0,12 % 1315 0,13% 1450 0,13 %
Башҡорттар 1187 0,42 % 870 0,27 % 925 0,15 % 1159 0,12 % 1217 0,12% 1271 0,11 %
Әрмәндәр 814 0,29 % 576 0,18 % 946 0,15 % 1174 0,12 % 1204 0,12% 1258 0,11 %
Молдавандар 1004 0,36 % 629 0,20 % 621 0,10 % 772 0,08 % 783 0,08% 814 0,07 %
башҡалар 5498 1,64 % 3649 0,83 % 8089 1,32 % 10 371 1,07 % 10 670 1,04% 11298 0,99 %

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала 1830-сы йылда Ишим йылғаһы буйында казак форпосты булып барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — полковник Фёдор Кузьмич Шубин-икенсе, Бородино алышы ҡатнашыусыһы. Урыҫ-ҡаҙаҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре үҫешендәге роле өсөн II дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә.

1862 йылда Аҡмола ҡала статусын алды.

1962 йылда ҡалаға Целиноград исеме бирелде.

1997 йылда Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡалаға тарихи Аҡмола атамаһына күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1998 йылдың 6 майында ҡалаға Астана исеме бирелә.

1998 йылдың 10 июнендә Ҡаҙағстандың яңы баш ҡалаһы Астана менән халыҡ-ара рәсми танышыу уҙғарыла.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала иҡтисадын сауҙа, транспорт һәм бәйләнеш, төҙөлөш барлыҡҡа килтерә. Алматы һәм Астана ҡалаларының дөйөм һөҙөмтәһе Ҡаҙағстан сауҙаһының яртынан ашыу өлөшөн булдыра. Тауар әйләнеше буйынса Астана икенсе урында тора, төҙөлөш өүҙемлеге буйынса ла алда бара. 2009 йылда төҙөлгән бар торлаҡ йорттарҙың биштән бер өлөшө Астана ҡалаһына тура килә. Биш йылдан ашыу ҡала торлаҡтың файҙаланыуға тапшырыу күләме буйынса беренсе урында.

Ҡаланың сәнәғәт өлкәһе төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек сығарыу, машина төҙөү өлкәһендә тупланған. Инвесторҙар йәлеп итеп, яңы конкурентлы өлкәләрҙе үҫтереү өсөн «Астана — яңы ҡала» махсус иҡтисад зонаһы булдырылған. Бындағы үҙенсәлекле хоҡуҡи режим һалым һәм таможня ташламалары менән ҡыҙыҡһындыра.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конгресс-холл

Һуңғы йылдарҙа ҡалала мәҙәни-мәғариф ойошмалар күбәйҙе: 3 театр, 23 китапхана, 2 кинотеатр, Аҡмола өлкә филармонияһы, 2 һарай, 3 балалар музыка мәктәбе. Шулай уҡ музейҙар (Ҡаҙағстан Республикаһының милли музейы, һынлы сәнғәт музейы, Сәкән Сәйфуллин музейы), театрҙар (Күләш Байсәйетова ис. милли опера һәм балет театры, Кәлибәк Ҡыуанысбаев ис. ҡаҙаҡ музыка драма театры, М. Горький ис. академия урыҫ драма театры), Конгресс-холл, Йәштәр һарайы, Президент мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Бәйтерек монументы — ҡала символы.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы үҙәктә һыулы-йәшел бульвар эсплпнпдпһы
Файл:Astana-concerthall.jpg
«Ҡазағстан» үҙәк концерт залы


Сәнғәттәрҙең Ҡаҙаҡ милли университеты «Шабыт»
Республика ғилми китапханаһы
Астана Арена
  • Байтерек — монумент, Астананың мөһим иҫтәлекле урыны һәм символы
  • Казак Ели — монументы
  • Нуржол бульвары (элекке Һыулы-йәшел бульвар) — Йырлаусы фонтандар аллеяһы менән рекреацион йәйәүлеләр зонаһы.
  • «Аҡ Урҙа» — Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының резиденцияһы.
  • Бойондороҡһоҙлоҡ һарайы — халыҡ-ара кимәлдә үтә торған һәм дипломатик саралар өсөн тәғәйенләнгән бина; бинала шулай уҡ буласаҡ һәм булған объекттар менән Астананың күләмле макет-планы бар.
  • Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы — Конгресс-холл, саммиттар һәм традицион ҡаҙаҡ һәм донъя дине вәкилдәренең съездарын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
  • «Ҡаҙағстан» — Үҙәк концерт залы.
  • «Шабыт» — Сәнғәттәрҙең Ҡаҙаҡ милли университеты.
  • «Жастар» — Уҡыусылар һәм йәштәрҙең ижад һарайы.
  • «Хан Шатыр» — Эре сауҙа-күңел асыу үҙәге (донъяла иң ҙур сатыр булып иҫәпләнә).
  • Милли- мәҙәни комплекс «Этноаул»
  • «Мангiлiк ел» триумфаль аркаһы
  • Милли йыһан үҙәге
  • Киләсәк энергия музейы «Нур алем»
  • «Донъя диуары» монументы

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астана донъялағы 20 ҡала менән туғанлашҡан.

Ҡала Йыл Дәүләт
Анкара - Төркиә
Истанбул - Төркиә
Измир - Төркиә
Өфө 2017 Рәсәй
Мәскәү - Рәсәй
Санкт-Петербург - Рәсәй
Ҡазан 2004 Рәсәй
Амман - Иордания
Рига - Латвия
Ташкент - Үзбәкстан[12]
Гданьск 1996 Польша
Варшава 2002 Польша
Киев 1998 Украина
Сеул 2004 Көньяҡ Корея
Дубай - Флаг ОАЭ БҒӘ
Пекин - Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай
Манила - Филиппины
Тбилиси 2005 Грузия[13]
Бишкәк 2011 Ҡырғыҙстан[14]
Ханой - Вьетнам
Ницца 2013 Франция
Оулу 2013 Финляндия[15]

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2015 жылғы 1 қаңтарға Қазақстан Республикасының облыстары, қалалары және аудандары бойынша халық саны 2022 йыл 21 сентябрь архивланған.
  2. Агентство Республики Казахстан по статистике. Этнодемографический сборник Республики Казахстан 2015 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
  3. 2015 жылғы 1 қаңтарға Қазақстан Республикасының облыстары және қалалары мен аудандары бойынша халық саны 2022 йыл 21 сентябрь архивланған.
  4. Астана — Қазақстанның астанасы 2012 йыл 7 июль архивланған. ((қаз.) (орыс.) (ағыл.)). ҚР премьер минстрінің ресми сайты. Тексерілді, 5 тамыз 2012.
  5. Тұрғылықты халық саны — 2009-жылғы санақ (орыс.). demoscope.ru. Тексерілді, 27 қыркүйек 2008.
  6. История города Акмолинск
  7. Айырым этностар буйынса Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ һаны 2016 йыл 27 ғинуар архивланған.
  8. 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу. Төбәктәр буйынса һөҙөмтәләр. Астана ҡалаһы. Том 2 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
  9. Численность населения по отдельным этносам 2017 йыл 28 декабрь архивланған.
  10. Численность населения Мангистауской области по отдельным этносам на начало 2018 года 2019 йыл 27 март архивланған.
  11. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Stat2020 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  12. Ташкент, города-побратимы
  13. Соглашение о партнерстве с Тбилиси 2012 йыл 9 апрель архивланған.
  14. Соглашение об установлении побратимских связей между Бишкеком и Астаной 2012 йыл 7 ноябрь архивланған.
  15. Ystävyyskaupungit. Дата обращения: 30 июнь 2014.