Маастрихт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маастрихт
Флаг[d]Герб[d]
Flag of Maastricht.svgWapen van Maastricht.svg
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Маас[d]
Этнохороним Maastrichtenaar
Дәүләт Flag of the Netherlands.svg Нидерландтар[1]
Административ үҙәге Лимбург[d]
Административ-территориаль берәмек Лимбург[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Маас[d] һәм Юлиана канал[d]
Халыҡ һаны 122 418 кеше (1 апрель 2016)
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Maastricht[d], Borgharen[d], Itteren[d], Heer[d], Heugem[d], Caberg[d], Pottenberg[d], Wyck[d], Meerssenhoven[d], Mariënwaard[d] һәм Wolder[d]
Процент водной поверхности 5,36 Процент
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 49 метр
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d]
Туғандаш ҡала Кобленц
Сиктәш Валкенбург-ан-де-Гёл[d], Мерссен[d], Эйсден-Маргратен[d], Ланакен[d], Римст[d] һәм Визе[d]
Майҙан 60,06 км²
Почта индексы 6200–6229
Рәсми сайт maastrichtportal.nl
Урынлашыу картаһы
Изображение дорожного знака с названием населённого пункта
Һәйкәлдәр исемлеге Q2519519? һәм Q4721423?
Число домохозяйств 67 775[2]
Категория с картами на Викискладе Maps of Maastricht
Урындағы телефон коды 043
Commons-logo.svg Маастрихт Викимилектә

Маастрихт[3] (нидерл. Maastricht [maːˈstʁɪçt] (южн.) / [maːˈstɾɪxt] (сев.), лимб. Mestreech [məˈstʁeːç], лат. Mosae Traiectum) — Нидерландтың көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Лимбург провинцияһының һәм Маастрихт общинаһының административ үҙәге. Халҡы — 121 000 кеше (2011 йылға ҡарата).

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

59 км² майҙанлы территорияны биләй, һыу майҙаны — яҡынса 3 км². Маас йылғаһы ярында, Нидерланд, Германия һәм Бельгия дәүләттәренең сиктәре янында, Бельгия сигенән бөтәһе 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында Льеж-Маастрихт, Юлиан һәм Зюйд-Виллемс каналдары бергә ҡушыла.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Тамуҡ ҡапҡаһы» (XIII быуат)

Ҡаланың урындағы ҡәбиләләр йә булмаһа уларҙы баҫып алған римлеләр тарафынан нигеҙләнеүе билдәһеҙ, ләкин б. э. I быуатында Маастрихтта хәрби ҡәлғә һәм Маас йылғаһы аша күпер була, ауыл исеме шул римлеләрҙең — Траектум-ад-Мозам (лат. Traiectum ad Mosam — «Моз аша күсеү (Маас)» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күпер Багакум һәм Колония Агриппина Колонияһы араһындағы юлда иң мөһөм күпер булып торған. Ошо крайҙа иң беренсе епископ булған Изге Серваций 382 йылда Маастрихты үҙенең резиденцияһы итеп һайлай. 721 йылға тиклем Түбәнге ерҙәр дини үҙәге әһәмиәтен ҡала һаҡлап ҡала алған. 721 йылда епископ Ламберт үлтерелгәндән һуң кафедра Льеж ҡалаһына күсерелә.

Урта быуаттарҙа Маастрихт сеньоры булып бер үк ваҡытта Льеж епискобы һәм Брабант герцогы иҫәпләнә. 1632 йылда ҡала Испания янында голландтар тарафынан яулап алына һәм Берләшкән провинциялар составына инә, ләкин бер үк ваҡытта Льеждан, Амстердамдан идара ителә. Бельгия революцияһы ваҡытында (1830-32) Бельгия составына саҡ инмәй ҡала.

Маастрихт стратегик яҡтан уңайлы урынлашыуы арҡаһында 1673, 1748, 1794 йылдарҙа француздар республикаға баҫып ингән беренсе ҡала була. 1940 йылда ла ул немецтарҙың һөжүменә иң тәүге дусар ителеүсе була, 4 йылдан һуң уны шулай уҡ иң беренсе итеп союздаштар азат итә. Маастрихт 1992 йылда ЕС илдәренең берҙәм валютаһын булдырыу тураһындағы Маастрихт килешеүенә ҡул ҡуйылған урын булып тора.

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маастрихта уртаса йомшаҡ климат .

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 9,5 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 81,1 %
Маастрихт климаты
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C 4,4 5,5 8,9 12,6 17,3 20,3 21,9 21,9 18,8 14,5 8,6 5,4 13,3
Уртаса температура, °C 2,0 2,5 5,2 8,2 12,5 15,5 17,2 17,0 14,2 10,5 5,8 3,0 9,5
Уртаса минимум, °C -0,6 -0,5 1,6 3,8 7,6 10,7 12,4 12,3 9,9 6,8 2,8 0,4 5,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 58,9 53,2 62,2 52,6 62,2 74,1 70,6 66,4 56,6 60,5 69,4 72,8 759,5
Сығанағы: World Climate

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маас йылғаһы аша һалынған Изге Сервация (1280 йылдар тирәһе) күпере, элекке суд бинаһы (1475 йыл тирәһе), барокко стилендәге ратуша (1658-64) һәм ҡаланың Ренессанс дәүерендә фламанд архитектураһы зауығын кәүҙәләндереүсе күп һанлы ҙур йорттары ҡаланың иҫтәлекле урындары булып тора.

Изге Серватий базиликаһы


Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маастрихта Нидерландтың иң йәш университеты (1976) эшләй.

Маастрихтың Боннефантенмузеумында боронғо нидерланд сәнғәте хазиналары йыйылған. Хәҙерге музей бинаһы 1990-сы йылдарҙа Альдо Росси проекты буйынса төҙөлә.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маастрихта Маастрихт-Ахен аэропорты бар, ул ҡаланың төньяғынада 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэропорт башҡа европа илдәре менән даими бәйләнеш тота. KLM, Амстердам — Маастрихт эске рейсы Амстердамға барыусы самолеттарға күсеп ултырыу урыны булып торғанлыҡтан, 2008 йылдың 26 ноябрендә[4] рентабелһеҙлек арҡаһында ябыла.

Ҡала тимер юлы Маастрихты Амстердам, Эйндховен, Утрехт, Хертогенбос ҡалалары һәм шулай уҡ яҡын-тирәләге Бельгияның Льеж ҡалаһы менән бәйләй. Яҡындағы тимер юл менән немецтарҙың Ахен ҡалаһы менән бәйләнеш юҡ, унда барыу өсөн Херлендә яңы поезға күсеп ултырырға кәрәк. Ахенға № 50 Veolia транспорт компанияһы автобусы меән барырға була[5], был компания селтәре шулай уҡ Маастрихты Көньяҡ Лимбург тораҡ пункттарының күбеһе менән бәйләй.

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала «МВВ Маастрихт» футбол клубы бар, ул голланд юғары дивизионында әленән-әле сығыш яһай. Америка футболы һәм лакросс буйынса командалар бар. Маастрихта бер көнлөк « Амстел Голд Рейс» велосипедта уҙышыуҙың старты һәм финишы үткәрелһә, һуңғы йылдарҙа уның финишы ғына үтә.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрмән апостол сиркәүе

  • Сурб Карапет сиркәүе[6]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фемке-Анна Броере (тыуған 1972) — нидерланд актрисаһы, ҡала театрҙарында әүҙем уйнаусы.
  • Рье, Андре (тыуған 1949) — нидерланд дирижеры һәм скрипкасыһы, матбуғатта Вальс короле тип атап йөрөтөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. archINFORM — 1994.
  2. (unspecified title)
  3. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 б. — 210000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  4. KLM schrapt vlucht binnenlandse laatste
  5. Архивированная копия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 май 2015. 27 май 2015 тикшерелгән.
  6. Иҫәп буйынса өсөнсө урында нидерландтар, әрмән сиркәү асылды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]