Бумеранг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағастан эшләнгән бумеранг
Австралия аборигендары бумерангы
Хәҙерге заман спорт бумерангы

Бумеранг — ырғытҡандан һуң ырғытыусыға әйләнеп ҡайта торған киң билдәлә осоусы ҡорал. Бумеранг ағастан эшләнә, хәҙерге ваҡытта башҡа материалдарҙан да эшләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австралия аборигендары һунарҙа бумеранг ҡулланғандарын күптәр белә. Әммә 20 000 (егерме мең) йыл элек эшләнгән бумеранг Польшала мәмерйәлә табыла. Был бумеранг ырғытыусыға кире әйләнеп ҡайтмай, әммә башҡа ырғытылган әйберҙәр менән сағыштырғанда, оҙағырыҡ һәм тоторонҡолораҡ осҡан. Әйләнеп ҡайта торған бумерангтар һунарҙа ҡулланылған.

Техник ҡараш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек бумерангтар ғәҙәттәге «L» формаһында түгел. Бумерангты дөрөҫ ырғытһаң, ырғытыусыға кире әйләнеп ҡайта. Дөрөҫ формала эшләнмәһә, кире әйләнеп ҡайтмай. Бумерангтарҙың күпселеге уң ҡул менән ырғытыу өсөн эшләнә. Һулаҡайҙар өсөн бумерангтың көҙгөләге сағылышы кеүеге эшләнә, йәки улар уң ҡул менән ырғытырға тейеш була.

Ырғытыу инструкцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бумеранг ырғытыу фрисбиға оҡшамаған. Ул вертикальға яҡын, әҙ генә 10 — 20 градус ауышлыҡ менән, һәм өйрөлтөлөп ырғытылырға тейеш. Елгә ҡаршы ырғытҡанда 30-45 градус уңғараҡ (һулаҡайҙар өсөн һулғарак) ырғытырға кәрәк. Ырғыта торған ялан иркен булырға тейеш. Бумеранг осҡан яланда кешеләр булмаҫҡа тейеш.

Клубтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бумеранг ырғытыусылар өсөн бөтө донъяла бик күп клубтар бар. Был клубтар турнирҙар һәм семинарҙар үткәрә. Иң яҡшы бумеранг ырғытыусылар Австралияла, Францияла, Германияла, Японияла, Швецияла, Америка Ҡушма Штаттарында бар. Бер нисә йыл элек Бумеранг ырғытыусыларҙың Халыҡ-ара ассоциацияһы төҙөлә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бумеранг // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.