Эстәлеккә күсергә

Банандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Банандар
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Musaceae Juss., 1789[1][2][3][…]
Таксономия рангыһы ғаилә[1][3][4][…]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Имбирецветные[d][1][5][6][…]
Таксондың халыҡ атамаһы Bananas, Banaanikasvit, Banaanen, Банани, Banaanachtigen, 芭蕉科[7], 芭蕉科[8][9][10][…] һәм bananovke
Номенклатурный тип Банан
Төр ареалы картаһы
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[11]
 Банандар Викимилектә

Банандар (лат. Musáceae) — Бер өлөшлөләр класына ҡараған үҫемлектәр ғәиләһе. Тыуған иле —Африка һәм Азияның тропик региондары.

Ғаилә вәкилдәре — эре үлән үҫемлектәр. Япраҡтарыеңсәле (влагалищные). Еңсәләре бер-береһенә ятып тора һәм ялған һабаҡ барлыҡҡа килтерә.Шуға был үҫемлектәр ағас кеүек күренә .

Сәскә формулаһы: [12]

Энсета ырыуы( Ensete) тропик Африкала һәм Азияла үҫкән 7 төрҙән тора. Камерундан Эфиопияға тиклем һәм көньяҡтан Трансваалға тиклем абиссин бананы» киң таралған (лат. Е. вентрикозум, русса энсета вздутая). Мадагаскарҙа бары тик 1 төр генә бар — Энсета Перрье (Е. perrieri). Азияла ареалдары Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостандан, Бирманан һәм Таиландтан көньяҡ Ҡытайға, Филиппинға, Яңы Гвинеяға һәм Яваға тиклем һуҙыла. Бында иң таралған төр — энсета сизая (Е. glaucum).

Банан ырыуы ( Musa) үҫемлектәре  Тропик Көньяҡ Азияла, Малай архипелагы утрауҙарында, Яңы Гвинеяла, Төньяҡ-Көнсығыш Австралияла һәм Тымыҡ океан утрауҙарында таралған. 40-тан ашыу төрҙө берләштерә. Барыһынан да көнбайышта иң алыҫҡа: Яңы Гвинеяла, Таитила, Яңы Каледонияла һәм Фиджила таралғаны — Маклай бананы. Унан был төр Гавай утрауҙарына барып сыҡҡандыр тип фараз итәләр.

Банандың көньяҡ сиге Квинслендта көньяҡ киңлектең 16° -ан үтә. Банан төрҙәренең иң күбеһе һәм уның культуралы формаларының барлыҡҡа килеү үҙәге булып Һиндостан, Һинд -Ҡытай ярымутрауы (унда банандың 20-гә яҡын төрө үҫә) һәм Малай архипелагы утрауҙары (унда төрҙәр һаны әҙерәк булһа ла) тора. Банандың ҡайһы бер төрҙәре тропиктарҙан тыш йылы субтропик райондарға тиклем таралған.

Һиндостанда, Ассамда һәм Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙа банан төньяҡ киңлектең 27°-на тиклем осрай. Рюкю утрауҙарындағы япон бананы ла шундай уҡ киңлеккә тиклем барып етә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Angiosperm Phylogeny Group An update of the Angiosperm Phylogeny Group classification for the orders and families of flowering plants: APG III (ингл.) // Botanical Journal of the Linnean Society / M. F. FayWiley-Blackwell, Linnean Society of London, OUP, 2009. — Vol. 161, Iss. 2. — P. 105–121. — ISSN 0024-4074; 1095-8339doi:10.1111/J.1095-8339.2009.00996.X
  2. Appendix IIB: Conserved and rejected names of families of bryophytes and spermatophytes // International Code of Nomenclature for algae, fungi, and plants (Shenzhen Code) / под ред. N. J. Turland, J. H. Wiersema, F. Barrie, В. Гройтер, Д. Л. Хоксуорт, P. S. Herendeen, С. Кнапп, W. Kusber, Л. Дэчжу, K. Marhold һәм башҡалар — 2018. — ISBN 978-3-946583-16-5
  3. 3,0 3,1 Reveal System of Classification — 1997.
  4. Takhtajan A. Flowering Plants (ингл.) — 2 — SPb: Komarov Botanical Institute, 2009. — ISBN 978-1-4020-9608-2doi:10.1007/978-1-4020-9609-9
  5. Cronquist A. An Integrated System of Classification of Flowering Plants (ингл.) — 1981.
  6. Angiosperm Phylogeny Group An ordinal classification for the families of flowering plants (ингл.) // Annals of the Missouri Botanical GardenMissouri Botanical Garden, 1998. — Vol. 85, Iss. 4. — P. 531–553. — ISSN 0026-6493; 2162-4372; 0893-3243; 2326-487Xdoi:10.2307/2992015
  7. https://www.iplant.cn/frps/vol/16(2) / под ред. T. Wu — 1981. — Т. 16(2). — Б. 1.
  8. 林秦文, 肖翠, 马金双 中国外来植物数据集, A dataset on catalogue of alien plants in China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 1993. — Т. 30, вып. 5. — Б. 22127. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2022127
  9. 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2015052
  10. 刘培亮, 卢元, 杜诚, 吴振海, 寻路路, 黎斌, 岳明 陕西省维管植物名录(2021版) (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22061. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2022061
  11. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  12. Андреева И.И., Родман Л.С. Ботаника. — 3-е, перераб. и доп.. — М: Колос, 2005. — С. 475. — 528 с. — ISBN 5-9532-0114-1.
  • Морщихина С. С. Семейство банановые (Musaceae) // Жизнь растений: в 6 тт. Т. 6. Цветковые растения / под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1982. — С. 381—385.