Тыуыу тураһында таныҡлыҡ
Тыуыу тураһында таныҡлыҡ[1] — гражданлыҡ статусы актын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ — кешенең тыуыу факты.
Был документта баланың исеме, тыуған көнө, шулай уҡ ата-әсәһенең исемдәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Ҡағиҙә булараҡ, тыуыу тураһында таныҡлыҡ балаға дөйөм гражданлыҡ паспорты бирелгән йәшкә еткәнсе (Рәсәй Федерацияһында — 14 йәш) төп һәм берҙән-бер документ булып тора[2]
Тултырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуыу тураһында таныҡлыҡ ҡулъяҙма ярҙамында ла, техник саралар (машинкалар, компьютерҙар) ярҙамында ла тултырыла ала. Әгәр форма ҡулъяҙма ярҙамында тултырылһа, бөтә яҙмалар ҙа аңлайышлы яҙыу менән һәм зәңгәр йәки ҡара төҫтәге паста менән башҡарыла. Компьютер йәки яҙыу машинкаһы ҡулланылған осраҡта буяу ҡара төҫтә булырға тейеш. Документтарҙы тултырғанда ҡулланылған паста, яҙыу ҡараһы, буяу сифаты документтарҙың тексын һаҡлау ваҡыты дауамында һаҡлап ҡалыуын тәьмин итергә тейеш. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ тултырғанда төҙәтмәләр, тамғалар һәм таҙартыуҙар, ҡыҫҡартыуҙар булыуы рөхсәт ителмәй.
Тыуык тураһында таныҡлыҡҡа гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу органы (реестры) (ЗАГС) йәки таныҡлыҡ биргән башҡа дәүләт органы (мәҫәлән, илселек, консуллыҡ һ.б.) етәксеһе ҡул ҡуя. ЗАГС етәксеһе ҡултамғаһы асыҡ булырға (инициалдар, фамилия) һәм герб мисәте менән беркетелергә тейеш.
Әлеге ваҡытта ата-әсәләрҙең милләте тураһында мәғлүмәт таныҡлыҡҡа теләк буйынса индерелә. Шаблон буйынса был графала һыҙыҡ ҡуйыла.
Алыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты ата-әсә (ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән), бәлиғ булған бала үҙе, опекун йәки попечитель ала. Документ гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу органы (реестры) бүлексәләрендә бирелә.
Юғалған осраҡта таныҡлыҡ гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу органында (реестры) яҙма ғариза нигеҙендә тәүге тапҡыр алынған урыны буйынса бирелә.
Көнкүреш атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көндәлек тормошта, бигерәк тә иҫке әҙәби сығанаҡтарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ йыш ҡына метрика тип атала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Метр // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
- Метрическое свидетельство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Метрическое свидетельство // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- Император Ҡазан Университеты Ректоры әфәнде Ғали йәнәптәренә үтенесе
- ССР Союзы Министрҙар Советының 1974 йылдың 28 авгусындағы 677/II һанлы ҡарары.
- 23-сө статья, II бүлек, Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ хәле акттары тураһында 143-ФЗ һанлы Федераль законы, 1997 йылдың 15 ноябрендәге.