Эстәлеккә күсергә

Һаҙый Таҡташ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һаҙый Таҡташ
татар. Мөхәммәтһади Хәйрулла улы Такташев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Сургодь[d], Спасский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (30 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Әүҙемлек урыны Нижний Пишляй[d], Каттакурган[d], Бохара, Ташкәнт, Ырымбур, Мәскәү һәм Ҡазан
Жанр шиғыр[d] һәм повествовательная поэзия[d]
 Һаҙый Таҡташ Викимилектә

Һаҙый Таҡташ, Мөхәммәтһаҙый Хәйрулла улы Таҡташев (татар. Һади Такташ, Мөхәммәтһади Хәйрулла улы Такташев; 1 ғинуар 1901 йыл8 декабрь 1931 йыл) — шағир, татар совет шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.[1]

Мөхәммәтһаҙый Хәйрулла улы Таҡташев 1901 йылдың 1 ғинуарында Тамбов губернаһы Спас өйәҙенең (хәҙер Мордва Республикаһының Торбеев районы) Сырҡыҙы ауылында күп балалы татар крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә[2]. Башланғыс белемде тыуған ауылында мәҙрәсәлә ала, аҙаҡ күрше Пешлә ауылында дауам итә. Уҡыған сағында Ғабдулла Туҡайға оҡшатып шиғырҙар ижад итә башлай. Сырҡыҙы ауылында һәм Торбеево ҡасабаһында туғандары һаҡлана.

1915 йылда Бохараға китә, сауҙагәр туғаны йортонда эшләй, һуңынан — приказчик ярҙамсыһы була.

1918 йылда беренсе шиғырын баҫтыра (гәзит «Олуғ Төркөстан»). Шул уҡ йылдың көҙөндә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, педагогия курсына уҡырға инә; уны тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй.

19191920 йылдарҙа Ырымбурҙа йәшәй,  «Ярлылар тауышы» татар гәзитенең мөхәррире булып эшләй (яҙыусы Афзал Таһиров менән бергә); унда татар телендә үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығара. 

1921-1922 йылдарҙа Ташкентта йәшәй, Төркөстан эшсе-диһҡан коммунистик университетында тел-әҙәбиәт уҡыта, күп яҙа (тикшеренеүселәр, ғәҙәттә, был осорҙо романтик осор тип атай, Таҡташ үҙенең был осорҙағы шиғырҙарын гиссьянистик тип атай, (ғәрәп һүҙенән «фетнә»)).

1922 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәре Коммунистик университетына уҡырға инә; Маяковский, Есенин һәм башҡа шағирҙарҙың сығышын ҡарай. Тиҙҙән Ҡазанға килә; 1927 йылда «Ер улдары» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Йыл һайын тиерлек яңы әҫәрҙәре баҫыла; татар драма театры өсөн пьесалар яҙа.

1931 йылдың  8 декабрендә Ҡазанда тиф ауырыуынан вафат була

  • Шиғырҙар йыйынтығы;
  • «Күмелгән ҡорал»,
  • «Юғалған матурлыҡ»,
  • «Камил».
  • «Быуаттар һәм минуттар», В. И. Ленинға арналған (1924 йыл).
  • «Алсу»,
  • «Мөхәббәт тәүбәһе»,
  • «Киләсәккә хаттар» (1930 йыл,тамамланмаған).

Һаҙый Таҡташ. хөрмәтенә Ҡазан, Яр Саллы, Саранск, Торбеево һәм Татарстандың тораҡ пункттарындағы урамдар атала. 

Ульяновск өлкәһе Мәләкәс районы Аллағол ауылында 2015 йылдың 25 июлендә Һаҙый Таҡташҡа донъяла беренсе бюст ҡуйыла. 

2017 йылдың 30 авгусында Ҡазанда Марсель Сәлимйәнов һәм Һаҙый Таҡташ урамдарындағы скверҙа шағирға һәйкәл ҡуйыла. (Скульпторҙары Андрей Балашов  һәм Минуллина Асия, архитекторы Бакулин Герман).

Яҙыусының тыуған ауылы Сырҡыҙыҡта Һаҙый Таҡташ исеме менән колхоз булған, шулай уҡ 2004 йылда музей төҙөлә.