Эстәлеккә күсергә

Керәшендәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Керәшен татарҙары битенән йүнәлтелде)

Керәшендәр (татар. керәшеннәр, татар. керәшен татарлары, keräşen tatarları; рус. кряшены, рус. крещёные татары, исемдәре урыҫса "крешён", йәғни "сумылдырылған" һүҙенән килә) — Волга—Урал төбәге татарҙары составындағы этноконфессиональ төркөм.

Тихвин сиркәүе — Ҡазандағы керәшен сиркәүе

2002 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәтенә ярашлы Рәсәй Федерацияһында керәшендәр һаны — 24668, шул иҫәптәнБашҡортостанда — 4510 кеше. Нигеҙҙә, Татарстанда, Удмуртияла, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһенда йәшәйҙәр. Башҡортостанда Баҡалы районында тупланғандар.

Керәшендәр теле татар теленең урта диалектына (Ҡазан аръяғы керәшендәр, Түбәнге Кама буйы керәшендәр, нуғайбәктәр, Чистай керәшендәре, Мәлки керәшендәре һөйләше) ҡарай. Диндар керәшендәр православие динен тота.

Халыҡтың Көнбайыш Кама алды, Минзәлә, Чистай, Алабуға, Мәлки, Баҡалы һәм Нуғайбәк этнографик төркөмдәре айырып тора.