Эстәлеккә күсергә

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Темәс, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 февраль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы (19 март 1909 йыл — 17 февраль 1995 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945, 1985)[1]

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы 1909 йылдың 19 мартында хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Әмин ауылында уҡытыусы булып эшләй[2]. 1941 йылдың октябрь айында Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 275-се кавалерия полкының 76-мм полк артиллерияһында орудие ҡороусыһы, 31-се айырым танкҡа ҡаршы истребителдәр бригадаһында, 230-сы армия запас уҡсылар полкында минометсы булып хеҙмәт итә[3]. Яугир 1945 йылдың ноябрендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 25 йыл Әмин мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Ветеран 1995 йылдың 17 февралендә вафат була.

ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 76, ящик 4