Эстәлеккә күсергә

Шафиҡ Әминев-Тамъяни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әминев Шафиҡ Әмин улы битенән йүнәлтелде)
Шафиҡ Әминев-Тамъяни
Тыуған көнө:

19 март 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Әбделғәзе ауылы

Вафат булған көнө:

1936({{padleft:1936|4|0}})

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

сәсән

Әминев-Тамъяни Шафиҡ (тулы исеме Әминев Шафиҡ Әмин улы; 19 март 1858 йыл1936 йыл) — башҡорт сәсәне.

Шафиҡ Әмин улы Әминев 1858 йылдың 19 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тамъян-Түңгәүер олоҫо [1]Әбделғәзе ауылында тыуған.

Башта ауыл мәҙрәсәһендә, унан Троицкийҙа һабаҡ алған. Ҡышын уҡырға аҡса йүнләр өсөн, йәйгеһен ҡаҙаҡ далаларына китеп балалар уҡытҡан. Шул йылдарҙа ата-әсәһе вафат булғанлыҡтан уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр булған. Сөнки кесе туғандарын ҡарарға кәрәк булған.

Ул күпмелер тау араларында игенселек менән шөғәлләнеп ҡарай. Иген уңмағас, урман, төрлө кәсеп эшенә тотона. Дегет ҡайната, һал ағыҙа.

Ул бик уҡымышлы, бай телле була. Уңғанлығы, аҡылылығы, ғәҙеллеге арҡаһында халыҡ араһында абруй яулай. Уны мулла тип йөрөткәндәр.

1936 йылда вафат була.

  • Мәргән К., Сөләймәнов Ә. М. Шафиҡ Тамъяни шиғырҙары //Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәбиәт мираҫы. 1‑се кит. — Өфө, 1975.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Шафиҡ Әминев әҫәрҙәрен текстологик барлау //Башҡорт әҙәбиәтенең текстологияһы мәсьәләләре. — Өфө, 1979.