Субаев Фәтих Йосоп улы
Субаев Фәтих Йосоп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 5 июль 1911 |
Тыуған урыны | Ҡыҫҡайылға, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 сентябрь 1978 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Субаев Фәтих Йосоп улы (5 июль 1911 йыл — 26 сентябрь 1978 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. Совет‑фин (1939—1940), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1955—1971 йылдарҙа РСФСР Автомобиль транспорты һәм шоссе юлдары министрлығының Өфө ҡалаһындағы 1222-се автоколоннаһы водителе һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), РСФСР‑ҙың почётлы автотранспортсыһы (1970).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәтих Йосоп улы Субаев 1911 йылдың 5 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Ҡыҫҡайылға ауылында тыуа. Белеме — тулы булмаған урта.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Ворошилов исемендәге колхозда шофер булып башлай. 1931—1941 йылдарҙа Бүздәк МТС-ында водитель һәм тракторсы була.
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1946 йылда — Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колониялары идаралығы водителе, 1950 йылда — Өфөлә Тауарҙарын күмәртәләп һатыу идаралығы водителе, 1955 йылдан — РСФСР-ҙың Автомобиль транспорты һәм шоссе юлдары министрлығының Өфөләге 1222-се автоколоннаһы водителе һәм бригадиры.
Йөк ташыу буйынса ете йыллыҡ планын (1959—1965) 130 процентҡа үтәй, һуңғы йылда ғына 1336 тонна йөк ташый, 207 774 тонна-километр эшләй. Ваҡытында техник тәрбиәләү, дөрөҫ ҡулланыу һөҙөмтәһендә уның автомобиле капиталь ремонтһыҙ 430 мең километр үтә (норма — 107 мең километр). Ошо ваҡыт эсендә 18 автошина, 500 һумлыҡ материал һәм запас частар, 2 200 литр яғыулыҡ экономиялай. Капиталь ремонтта ғына 3 мең һумдан ашыу экономия яһала.
Йыл һайын бригадаһы менән бергә Ф. Й. Субаев ауыл хужалығы продукцияһын йыйыуҙа һәм сығарыуҙа ҡатнаша. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ауыр климат шарттарына ҡарамаҫтан, бригада йөк ташыу планын 100—115 процентҡа, бригадир үҙе 125 һәм унан да күберәк процентҡа үтәй.
Ете йыллыҡ план заданиеһын үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 5 октябрендәге Указы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.
1971 йылда пенсияға киткәнгә тиклем 1222-се автоколонна бригадиры булып эшләй.
Почетлы автотранспортсы (1970).
1978 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ленин ордены (1966).
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1966).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Субаев Фәтих Йосоп улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2021)