Сиренко Иван Лаврентьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сиренко Иван Лаврентьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 март 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 8 июнь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Киев
Ерләнгән урыны Дарницкое кладбище[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы медаль «За оборону Ленинграда»
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Советско-финляндская война[d]

Сиренко Иван Лаврентьевич (25 март 1910 йыл — 8 июнь 1965 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Лаврентьевич Сиренко 1910 йылдың 25 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Парафеевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Тулы булмаған урта мәктәптең ете синыфын тамамлаған. Ырымбурҙа дәүләт төҙөлөш контораһында эшләй, Ырымбур паровоз һәм вагон ремонтлау заводында тимерсе-сүкешсе була.

1931 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1932 йылда Вольский хәрби авиация-техник мәктәбен, ә 1935 йылда — Качин хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай.

19391940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша, ә Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдың июненән. 34-се гвардия бомбардировка авиацияһы Тихвин Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы полктың (276-сы бомбардировка авиация дивизияһының 1-се һауа армияһы 3-сө Белорус фронты), командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Калинин, Көнбайыш, Ленинград, 3-сө Белорус фронттарында 13-сө һәм 1-се һауа армияһы составында һуғыша.

Вильнюс һәм Ржев эргәһендәге оборона операцияларында ҡатнаша, Мәскәү, Ленинград оборонаһында, Балтик буйын азат итеүҙә, уның территорияһында дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ике аяғы һәм уң ҡулы яралана.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң летчик СССР Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә 1953 йылда подполковник И. Л. Сиренко — запаста. Киевта йәшәй.

1965 йылдың 8 июнендә вафат була. Киевтағы Дарницкий зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. Л. Сиренко тәжрибәле командир һәм һауа яугире булараҡ, бомбардировщиктар төркөмөн төрлө маҡсаттарға алып барған. Һуғыш яланында, тимер юл станцияларында, аэродромдарҙа, диңгеҙ порттарында тере көстәрҙе һәм хәрби техниканы юҡ иткән.

1944 йылдың 12 мартында И. Л. Сиренко етәкләгән һөжүм итеүсе Пе-2 бомбардировщиктар эскадрильяһы Вильнюс — Кёнигсберг шоссеһы буйлап китеп барған танктар һәм бронетранспортерҙар колоннаһын бомбаға тота. Бомбалар шартлауынан маҡсат күренмәй. Пикенан сыҡҡас И. Л. Сиренко самолетына дүрт «мессершмитт» ташлана. Тигеҙ булмаған алышта самолет бәреп төшөрөлә, ә И. Л. Сиренконың ике аяғы һәм ҡулы яралана.

Оҙайлы дауаланыуҙан һуң И. Л. Сиренко полкка кире ҡайта һәм Көнсығыш Пруссияла илбаҫарҙарҙы туҡмауын дауам итә. Бында ул полк етәкселегендә 30-ҙан ашыу хәрби осош яһай. Кёнигсбергты штурмлауҙың өсөнсө көнөндә майор И. Л. Сиренко туғыҙлы Пе-2 самолетын Девауҙағы дошман аэродромына әйҙәй, унда самолеттарҙың күп һаны урынлашҡан була. Маҡсатҡа етеп килгәндә уны көслө зенит уты ҡаршы ала. Оҫта хәрәкәт итеп, И. Л. Сиренко төркөмдө ут аҫтынан алып сыға. Диңгеҙ яры буйына сығып, ул борола һәм ҙур тиҙлек менән түбән осоп маҡсатҡа ташлана. Һөҙөмтәлә ун биш самолет яндырыла һәм яғыулыҡ менән склад шартлатыла.

1945 йылдың май айында 34-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының командиры урынбаҫары гвардия майоры И. Л. Сиренко дошман ғәскәрҙәре өйкөмөнә һәм нығытмаларына 153 хәрби осош яһай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия майоры Сиренко Иван Лаврентьевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6359) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вольский юғары хәрби училищеһы территорияһында (хәрби институт) юғары уҡыу йорто идаралығы бинаһы ҡаршыһында Геройға һәйкәл һәм мемориаль таҡта ҡуйылған.

Бәләбәй ҡалаһында (Башкортостан Республикаһы), «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориаль комплексы территорияһында мемориаль таҡта һәм И. Л. Сиренконың һыны менән бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сиренко Иван Лаврентьевич. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 158/44, л. 3/85—88).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 752, л. 3, 81, 82).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3866, л. 4, 113, 114).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 3246, л. 5, 201, 202).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]