Зарипов Риф Әхмәтнур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зарипов Риф Әхмәтнур улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 25 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Яңауыл районы, Киҫәкҡайын
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Зарипов Риф Әхмәтнур улы (рус. Зарипов Риф Ахматнурович) (25 март 1947 йыл) — комсомол, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Мандат комиссияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риф Әхмәтнур улы Зарипов 1947 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1963 йылда Яңауыл районы «Ленин юлы» колхозында башлай. Юғары һөнәри белем алғас, ошо уҡ колхозда баш ветеринар врач булып эшләй. 1973—1983 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Яңауыл райкомының беренсе секретары, «Ленин юлы» колхозының партком секретары. 1983—1990 йылдарҙа Чапаев исемендәге колхоз рәйесе. 1990—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Яңауыл район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылдан «Нефтекама» теплица комбинаты директоры. [1]

Яңауыл районындағы 277-се Айбүләк һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы.[2]


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]