Эстәлеккә күсергә

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө (Рәсәй)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө
Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө инициаторы Соколов Александр Сергеевич (музыка белгесе)

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө- Рәсәй мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Йыл һайын 25 мартта билдәләнә. Киңерәк мәғәнәлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ижади һөнәрҙәр вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ Бөтә донъя мираҫын һаҡлаусылар һәм популярлаштырыусылар инә.

Байрамды булдырыусы

2007 йылда шул саҡтағы мәҙәниәт министры Соколов Александр Сергеевич үҙенең сығышында Рәсәй Федерацияһының бер нисә төбәгендә Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө үткәрелә, тик улар бер көндә булмай, тип әйтә[1]. Ул әлеге байрамға дәүләт статусы биреү кәрәклеген әйтә.

Шул уҡ йәйҙә Рәсәй Президенты Путин Владимир Владимирович 27 август көнө « Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө» үткәреү тураһында указға ҡул ҡуя. Был көн Рәсәй матбуғаты көнө, халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө, халыҡ-ара музейҙар көнө, яҙыусы көнө, театр көнө, халыҡ-ара китап һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө һәм башҡа шундай даталар билдәләүселәр өсөн дөйөм һөнәри байрамға әүерелә.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө, ялға ғына эләкмәһә, эш көнө булып тора.