Һаҙый Сәғҙи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы Сәғәҙиев
Псевдонимдары:

Һаҙый Сәғҙи

Тыуған көнө:

25 март 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы[1] Таймый ауылы

Вафат булған көнө:

26 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (49 йәш)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тәржемәсе, журналист

Һаҙый Сәғҙи (тулы исеме Сәғәҙиев Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы; 25 март 1883 йыл — 26 ғинуар 1933 йыл) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. уҡытыусы, журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1924 йылдан Өфө кооператив техникумы, музыка училищеһы, 3-сө икенсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1928 йылдан «Дәһри» журналы хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы Сәғәҙиев 1883 йылдың 25 мартында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосының[1] Таймый ауылында тыуған. Ул ауылдарында атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Аҙаҡ Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай.

1902 йылда атаһы вафат буғас, ауылдарында имам-хатиб итеп тәғәйенләнә. Атаһының мәҙрәсәһен дә уға тапшыралар. 1906 йылда имамлыҡты ташлап, Дыуандағы ике класлы училищегә барып керә. Унда рус телен яҡшылап өйрәнә һәм рус яҙыусыларының китаптарын күпләп уҡый.

Мәғрифәтселек эше менән шөғөлләнә. 1915 йылда Таймыйҙа китапхана, 1916 йылда ике йыллыҡ татар донъяуи мәктәп

1917 йылда Таймыйҙа асылған ике класлы училищела башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла, мөдир ҙә булып эшләй башлай. Мәктәп программаһына тәбиғи фәндәрҙе индергәне өсөн асыҡтан-асыҡ динһеҙлектә ғәйепләүҙәргә килтергән.

1920—1921 йылдарҙа Златоуст ҡалаһында башҡорт педагогия техникумы асыла. Һаҙиҙы ошо уҡыу йортона директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ Златоуст өйәҙ комитетының халыҡ мәғарифы инспекторы вазифаһын да башҡара.

1924 йылда Өфөгә күсеп килә. Өфө кооператив техникумында, музыка училищеһында, 3-сө икенсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1928 йылда «Дәһри» тигән журналға эшкә керә.

Һаҙый Сәғҙи публицистикаға, драматургияға, тәржемә эшенә етди иғтибар бүлгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оло улы Сәғитйән Сәғәҙиев (1905-1942), Ҡазан педагогия институты профессоры, биология фәндәре кандидаты. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
  • Уртансы улы Әхнәф Сәғәҙиев (1916-1942), төҙөүсе-архитектор. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
  • Кесе улы Фәрит Сәғәҙиев, инженер-нефтсе.
  • Ҡыҙы Мәрйәм Сәғәҙиева (1909-2001), журналист.
  • Ейәне Сәғәҙиев Артур (1931-1997), - ғәрәп мосолман фәлсәфәһе буйынса ғалим, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор. Ибн-Рушданың, Әбүғәлисинаның фундаменталь хеҙмәттәрҙе өйрәнеүсе һәм анализлаусы.

Әҫәрҙәре һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Классическая арабо-мусульманская философия»
  • «Бәхетһеҙҙәр» (1911)
  • «К чему приводит продажа земли» (1911, «Шура» журналында.
  • Лопе де Веганың «Фуенте Овехуна» («Һарыҡ шишмәһе») драмаһын тәржемә иткән. Был спектакль 20-се йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелгән.

Был әҫәрҙәре батшалыҡтың крәҫтиәндәргә йүнәлтелгән сәйәсәтенең колониаль асылын тәнҡитләүгә бағышланған.

1924-1927 йылдарҙа Нәҡи Иҫәнбәт менән авторҙашлыҡта Мәскәүҙә татар телендә уҡыу китабы баҫтырып сығара. «Ҡаҙан утлары» журналында баҫылған мәҡәләһендә Һаҙый Сәғҙи Нәҡи Иҫәнбәтте үҙенең уҡытыусыһы тип атай.

Һаҙый Сәғҙи 1933 йылдың 26 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт әҙәбиәте 20-се быуат башы. БФАН.
  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 311-312.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]