Новиков Юрий Олегович
Новиков Юрий Олегович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 25 март 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | невролог, университет уҡытыусыһы, ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Новиков Юрий Олегович (25 март 1957 йыл) — ғалим-невролог. Медицина фәндәр докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы (2000)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Олегович Новиков 1957 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. 1974 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1981 йылда институттың дауалау факультетын тамамлай. Институтты тамамлағас, Республика клиник дауаханаһында неврология буйынса интернатура үтә. 1988 йылда Башҡорт медицина институтының нервы ауырыуҙары кафедраһына клиник ординатураға уҡырға инә. 1993 йылда ул «Профилактика и лечение рефлекторных синдромов поясничного остеохондроза с применением традиционных методов у работников нефтеперерабатывающего завода» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 2000 йылда «Восстановительное лечение дорсалгий у работников нефтеперерабатывающей отрасли» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2001—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү институтыныңда мануаль терапия кафедраһын етәкләй. 1994 йылдың 1 сентябренән алып 2016 йылдың 8 авгусына тиклем өҫтәмә профессиональ белем биреү институтының медицина реабилитацияһы кафедраһы профессоры нейрохирургия һәм рефлексотерапия курстары менән «Мануаль терапия үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһының баш табибы булып эшләй. 2015 йылдың 1 сентябренән алып әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында нейрохирургия һәм рефлексотерапия курстары менән медицина реабилитацияһы кафедраһы профессоры булып эшләй. Башҡортостан Республиканың Мануаль медицина ассоциацияһы президенты (1999 йылдан алып)[1][2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ю. О. Новиков илдең остеопатия һәм мануаль терапия өлкәһендәге төп ғалимдары иҫәбенә инә, уның хеҙмәттәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә яҡшы билдәле. Уның хеҙмәттәрендә дорсалгия үҫешенең сәбәптәре һәм механизмдары тураһында хәҙерге заман ҡарашы яҡтыртылған, уларҙың клиник сағылыштары һүрәтләнгән, остеопатия, мануаль терапия, физиотерапевтик методикалар һәм дауалау физкультураһы ҡулланып ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу принциптары ентекле бирелгән. Ул медицинаның яңы юғары һөҙөмтәле йүнәлеше — остеопатияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостан Республикаһында мануаль терапия һәм остеопатия үҫеше, спондилогик патологияны тергеҙеүсе дауалауҙа был алымдарҙы ҡулланыу уның исеме менән бәйле[1].
10 уйлап табыу, 50-нән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы, ул 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарған. «Рефлекторных методов диагностики неврологических синдромов позвоночного остеохондроза» эшләнмәһе өсөн Башҡортостан комсомолының фән, техника һәм производство өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989). 3 монография авторы. Уның етәкселегендә 9 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
2018 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты менән бүләкләнә[2].
Новиков Ю. О. - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары квалификациялы мануаль терапевт. Уның тарафынан (авторҙашлыҡта) мануаль терапия һәм остеопатияның төп бүлектәре буйынса курсанттар өсөн практик дәрестәргә методик күрһәтмәләр һәм рекомендациялар баҫылған. Ю. О. Новиковтың монографиялары мануаль терапевтарҙың, остеопаттарҙың, неврологтарҙың, ортопедтарҙың, реабилитологтарҙың һәм дөйөм практика табиптарының көндәлек эше өсөн ҡиммәтле әсбап булып хеҙмәт итә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының остеопатия буйынса баш штаттан тыш белгесе, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Остеопатия» һөнәре буйынса профилле комиссия ағзаһы, «Мануальная терапия» һәм «Здоровье семьи XXI век» журналдарының редакция советына инә[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы (2000),
- Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2012),
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018),
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- ↑ 2,0 2,1 2,2 БГМУ Новиков 2018 йыл 2 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- БГМУ Новиков 2018 йыл 2 июль архивланған.