Балалар китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Республика балалар китапханаһы
Адресы

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 203

Нигеҙ һалыу датаһы

1957

Фонд
Фонд составы

китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, аудио‑ һәм видеоматериалдар

Фонд күләме

190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге

Инеү һәм ҡулланыу
Уҡыусылар һаны

10 меңдән ашыу

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы. Өфө ҡалаһы.

Балалар китапханаһы — балалар өсөн тәғәйенләнгән Өфөлә урынлашҡан китапхана.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1957 йылда 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Республика балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. 1988 йылдан алып Республика китапханаһы филиалы булып тора.

Балалар китапханаһы фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, шул иҫәптән 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы (2010). Фонд балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып туплана.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапхана дәрестәре, яҙыусылар менән осрашыуҙар, ғаилә менән ял итеү көндәре, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби иртәлектәр һәм кисәләр, «Мин яңы Башҡортостан гражданы», «Белем донъяһына», «Уҡыусы ғаилә», «Матурлыҡ аша изгелек» тигән маҡсатлы программалар буйынса ролле уйындар, шулай уҡ республика балалар ижады конкурстары һәм наркотиктарға ҡаршы акциялар үткәрә. Йылына 10 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Методик һәм библиографик әсбаптар нәшер итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]