Эстәлеккә күсергә

Йәнбәков Әсғәт Ҡотлоғужа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнбәков Әсғәт Ҡотлоғужа улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр

Йәнбәков Әсғәт Ҡотлоғужа улы (1 ғинуар 1953 йыл — 3 август 2012 йыл) — драма актёры. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1981), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1991). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979—2003).

Әсғәт Ҡотлоғужа улы Йәнбәков 1953 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Атаһы Ҡотлоғужа ағайҙы башҡорт йырҙарын иҫ киткес матур башҡарыусы, дәртле бейеүсе, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаусы итеп хәтерләйҙәр. Әсғәт тә бәләкәйҙән, 5-6 йәштән, оҫта гармунсы, мандолинасы һәм ҡурайсы була. Атаһы Ҡотлоғужа 1962 йылда ауыр һуғыш яраларынан вафат була. Әсғәт Ишмырҙа ауылы мәктәбендә 8 класты тамамлағандан һуң, Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡый. Ҡаҙан инженерлыҡ-төҙөлөш институтына имтихандарҙы уңышлы бирә, әммә күңеле буласаҡ һөнәргә тартмай һәм ул ҡайтышлай Өфө сәнғәт институтына инеп ҡарарға була[1]. Имтиханға һуңлап килеүенә ҡарамаҫтан, комиссия Әсғәтте һынап ҡарарға була һәм бер һүҙһеҙ театр бүлегенә ҡабул итә[2]. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (Р.М.Әйүпов курсы) Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ тамашасыларҙың күңелен тиҙ арала арбап ала. 1989 йылда республика буйынса «Иң яҡшы ирҙәр роле» исеменә лайыҡ була.

Сибай башҡорт драма театрындағы төп ролдәре — Рифай («Аҫыл ҡоштар», М.Ғәли; дебют, 1974), Ғәфүр («Туй күлдәге», Ғ.Ғ. Әхмәтшин), Арыҫлан («Әсәйемдең сал сәстәре», Ә.М.Мирзаһитов), Рәми («Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми», Н.Ғәйетбай).

Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театры асылғас, уның художество етәксеһе Гөлдәр Ильясованың саҡырыуы буйынса Әсғәт Йәнбәков ғаиләһе менән яңы урынға күсә һәм ошо театрҙа 12 йыл эшләй. Әсғәт Йәнбәков — лирик драматик актёр. Сәхнә һөйкөмлөлөгөнә, вокаль башҡарыу оҫталығына эйә була. Әсғәт һәм Рәмзиә (улар Сибайҙа өйләнешә) өсөн театр яңы тамаша — драматург Х. Ибраһимовтың «Ҡатыным — алтыным» комедияһын сәхнәләштерҙе, улар унда ирле-ҡатынлы Мирғәзиз менән Мәҙинә ролдәрен башҡарҙы[2].

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — Сәғиҙулла («Яҙҙар моңо», А.Ғаффарҙың шул уҡ исемле повесы буйынса), Сынтимер («Айғырыңды үтескә бир», Р.М.Кинйәбаев), Фәрит («Күктән төшкән бәхет», Н.Асанбаев) һәм башҡалар. Уның комик ролдәре йәнле, нескә юмор менән айырылып тора: Ғилметдин мулла («Һижрәт», Н.Иҫәнбәт), Ғәлим («Диләфрүзгә дүрт кейәү», Т. Ғ.Миңнуллин), Малыбай («Шәүрәкәй», М.А.Буранғолов) һәм башҡалар.

30 йыл ғүмерен сәнғәткә, театрға бағышлаған актёр 60-лап ролде йөрәге аша үткәреп, сәхнәгә сығара.

Һөйөклө ҡатыны вафат булғандан һуң, Әсғәт Ҡотлоғужа улы Сибайға, Сибай драма театрына эшкә ҡайта.

2012 йылдың 3 авгусында, улы Арыҫландың тыуған көнөндә, Сибай ҡалаһында вафат була.

2018 йылдың 25 апрелендә Сибай башҡорт драма театры Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт Йәнбәков, уның һөйөклө ҡатыны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева, уларҙың яратҡан улы талантлы актёр, йырсы, режиссёр Арыҫлан Йәнбәковҡа бағышланған хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҙғарҙы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1981)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1991).
  • «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (1989, «Иң яҡшы ирҙәр роле» номинацияһы - Юлдыбай роле өсөн)
  1. Тыуған мөхите көс биргән(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Сәхнәлә улар үҙе бер мөғжизә ине(недоступная ссылка)
  3. ижади ғаилә ине...(недоступная ссылка)