Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы
Тыуған көнө

3 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Сибай ҡалаһы

Вафат булған көнө

21 сентябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (31 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

актёр, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (3 август 1980 йыл21 сентябрь 2011 йыл) — башҡорт актёры, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арыҫлан Әсғәт улы Йәнбәков 1980 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында актёрҙар БАССР-ҙың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков Һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева ғаиләһендә тыуа.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

2004—2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры һәм режиссёры була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Башҡорттар» программаһын алып бара[1].

2011 йылда Борис Щукин исемендәге театр институтын тамамлай.

Шул уҡ йылдың 21 сентябрендә Нуғай ҡасабаһында үҙе төҙөгән йорттан алыҫ булмаған электр бағанаһында аҫылынған көйө табыла.

Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёрлыҡ эше:

  • атай роле («Ҡоралай», реж. Р Фатхиев);
  • А. Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында Юлдыҡай («Һуңғы гәйнә», реж. И. Гиляжев);
  • И. Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында Айбағыш («Сәсәндәр», реж. А. Йомағолов);
  • Б. Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир (реж. Ә. Абушахманов) һәм башҡалар[2].

Режиссерлыҡ эштәре:

  • «Асығыҙ, милиция!» комедияһы (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • комедия «Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты» (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • «Хыялый» лирик комедияһы (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса)
  • комедия «Гипнотизер, йәки ялған Детекторы» (В. Сигарев пьесаһы)[3];
  • драма «Хазина» (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса) — тамамламаны.

Йыр репертуары: «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», «Ҡоралай» һәм башҡалар[4].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ирәндек мондары» йыр конкурсы лауреаты (2002)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡурай» телеканалы уға бағышлап «Хазина» тип аталған cd диск сығарҙы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирский режиссёр свел счеты с жизнью, пытаясь изменить академический театр. «Медиакорсеть» (5 октябрь 2011). Дата обращения: 28 ғинуар 2015. 2015 йыл 4 апрель архивланған.
  2. Ул ҡалдырған моң һүнмәҫ. «Башкортостан» (28 сентябрь 2012). Дата обращения: 29 ғинуар 2015. 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  3. Гадальшина К. Загипнотизировали…// «Рампа», 2011. № 2 (208). — с.9. 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  4. ҮҘЕ ЛӘ, ИЖАДЫ ЛА ЙӘШ ҺӘМ САҒЫУ ИНЕ. «Культурный мир Башкортостана» (28 сентябрь 2012). Дата обращения: 29 ғинуар 2015. 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.