Эстәлеккә күсергә

Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Буранбай Исҡужин битенән йүнәлтелде)
Буранбай Исҡужин
Файл:BuranbaiI.jpg
Тыуған көнө:

15 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылы

Вафат булған көнө:

14 апрель 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (55 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

әҙәби ижад

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы (псевдонимы — Буранбай Исҡужин; 15 ғинуар 1952 йыл — 14 апрель 2007 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик һәм драматург. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Бүребай Мәхмүт улы Исҡужин 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районындағы Байыш ауылында тыуған. Уның атаһы Мәхмүт Исҡужин һуғышта алынған яраларынан 1957 йылда вафат була. Әсәһе, Сәбилә апай, бер үҙе биш бала тәрбиәләй.

Интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң, Бүребай Мәхмүт улы машина эшләү заводында формалаусы, складта ҡарауылсы була. Механизаторҙар курсында уҡып сыҡҡас, тракторсы булып эшләй. Совхозда пилорамала эшләгән саҡта, уң ҡулын өҙҙөрә, инвалид булып ҡала. Һул ҡул менән яҙырға өйрәнә.

Тыуған ауылына ҡайтҡас, Бүребай Мәхмүт улы әсәһенә өй хужалығында ярҙам итә. Бер үҙе, бер ҡулһыҙ, атаһының өйөн ремонтлай, веранда төҙөй.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында шиғырҙар, проза яҙа башлай. «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. Уның ҡайһы бер шиғырҙарына композиторҙар музыка яҙа.

Университетты тамамлағас, БАССР-ның Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. 1980—1985 йылдарҙа «Октябрь байрағы» һәм «Баймакский вестник» гәзиттәрендә эшләй.

Буранбай Исҡужиндың «Тормош боролоштары» исемле беренсе китабы 1989 йылда баҫылып сыға. Үҙенең әҫәрҙәрен ул «Ағиҙел», «Тамаша», «Шонҡар» журналдарында нәшер итә.

Сатирик шиғырҙар, хикәйәләр, пьесалар, балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙа. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның «Фатирһыҙҙар» пьесаһы һәм «Ғилмияза» драмаһы, «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театрында — «Яҙ байрамында туғанлаштылар» мелодрамаһы, Республика Йәштәр театрында — «Һарысәс» пьесаһы буйынса спектаклдәр ҡуйыла.

Буранбай Исҡужин 2007 йылдың 14 апрелендә, өйҙән сығып китеп, ҡырҙа туңып һәләк була.

  • Тормош боролоштары: Юмористик хикәйәләр, новеллалар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989.
  • Аҡ менән ҡара: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 127 бит.
  • Зилә, Ғәли һәм мин: Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө: Китап, 1994. — 30 бит.
  • Аҡсарлаҡ: Шиғырҙар, интермедиялар, скетчтар, драмалар. Өфө: Китап, 2008. — 192 бит.

Йыйынтыҡтарҙа һәм ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йыйылыш: Хикәйә // Йәш көстәр.- Өфө, 1982.
  • Ҡыйын хәл. Ныҡ исеме: Хикәйәләр // Йәш көстәр.- Өфө, 1989.
  • Тормош боролоштары: Хикәйәләр // Берләм һуҡмаҡтар.- Өфө, 1989.-Б. 160—205.
  • Тормош юлы: Шиғырҙар // Ағиҙел.- 1992.- № 12.- Б. 147.
  • Ләҡәптәр // Шоңҡар.- 1993.- № 1.- Б. 148—150.
  • Юморескалар // Йәшлек.- 1994.- 31 март.- Б. 3.
  • Һорауҙар — һораныуҙар // Шоңҡар.- 1994.- № 5.- Б. 15.
  • Зарлы заман: Шиғырҙар // Тамғалар.- Өфө, 2001.- Б. 3-46.
  • Шиғырҙар // Ағиҙел.- 2002.- № 1.- Б. 144—150.
  • Нурмөхәмәтов М. Барған юлың изге / М. Нурмөхәмәтов // Йәшлек.- 1992.- 4 февраль.
  • Бүләков И. «Аҡсарлаҡ» ҡыйылып осһон // Башҡортостан.- 1994.- 27 ғинуар
  • Исхакова Ғ. Көлдөрә лә, илата ла Буранбай... // Атайсал.- 1998.-10 ос-июль.
  • Баһуманов А. Бейеккә бас һөйәүсе // Ағиҙел.- 2002.- № 1.- Б. 143—144.
  • Усманова К. Тапҡыр һүҙ һәм ҡәләм оҫтаһы // Атайсал.- 2002.- 8 февраль.
  • Ишемғужина А. Ижад усаҡтары һүнмәһен // Һаҡмар.- 2002.- № 5.
  • Тормош үҙемде уйната // Һаҡмар.- 2002.- 15 инуар.
  • Дәүләтшина Л. Баймаҡ ере аҫылташы // Атайсал.- 2002.- 15 инуар.
  • Исхакова Ғ.. «Мин дә әҙәм балаһы» // Башҡортостан.- 2002.- 30 март.
  • Имелбаева А. «Үҙ Баймағым күңелемә яҡын...» // Һаҡмар.- 2007.- 20 инуар.- Б. 2.
  • Мөхәмәтйәнова А. Иңдәренә һалды ил ғәмен // Ватандаш.- 2007.- № 6.- Б. 18-20.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2018)