Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы
Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 15 июль 1913 |
Тыуған урыны | Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1988 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Халиуллович; 15 июль 1913 йыл — 1 февраль 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының ат йөрөтөүсеһе (коновод). Рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғатаулла Хәлиулла улы Абдуллин 1913 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда Дим станцияһынан һуғышҡа китә[2].
Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
112-се Башҡорт (Ҡыҙыл Байраҡлы, Ленин, II дәрәжә Кутузов һәм Суворов орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Дивизия штабы начальнигы Назаровтың ат йөрөтөүсеһе булып хеҙмәт итә.
Һалдаттарҙы һыбай йөрөргә өйрәтә.
Сталинград алышында ҡатнаша, яралана, күрһәткән ҡыйыулығы өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамланғандан һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1988 йылдың 1 февралендә вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3][4]
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 3. Номер документа 84.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаймуратовцы. Абдуллин Гатаулла Халиуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абдуллин Гатаулла Халиуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Ермекеевский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2
- Дорога памяти. Абдуллин Гатаулла Халиуллович
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Шаймуратовцы. Абдуллин Гатаулла Халиуллович
- ↑ Дорога памяти. Абдуллин Гатаулла Халиуллович
- ↑ 3,0 3,1 Память народа. Абдуллин Гатаулла Халиуллович
- ↑ ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 3. Номер документа 84.
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Ермекеевский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2
- 15 июлдә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Йәрмәкәй районында тыуғандар
- 1 февралдә вафат булғандар
- 1988 йылда вафат булғандар
- Йәрмәкәй районында вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары