Эстәлеккә күсергә

Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев
Тыуған ваҡыты

22 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Урҙайбаш ауылы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы[1]

Үлгән ваҡыты

19 ноябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Геленджик, Краснодар крайы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

авиация

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1946

Хәрби звание өлкән лейтенант
Өлкән лейтенант ВВС СССР
Өлкән лейтенант ВВС СССР
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Отставкала

Майор

Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (22 октябрь 1923 йыл19 ноябрь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Майор. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев 1923 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Урҙайбаш ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

Өфө ҡалаһы аэроклубында шөғөлләнә. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылда Молотов осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай.

1943 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышында, осоусы-штурмовик, эскадрилья командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

3-сө Прибалтика фронтында 14‑се һауа армияның 7-се штурмлаусы авиация корпусы 289‑сы штурмлаусы авиация дивизияһы 947-се Севастополь штурмлаусы авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары өлкән сержант Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев ... Күрһәткән батырлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указына ярашлы, «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2].

1946 йылдан капитан Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев — запаста. Ҡаҙаҡ ССР-ы партия ойошмаларында эшләй. 1959 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлай.

1959 йылдан — «Туймазынефть» предприятиеһы хеҙмәткәре. 1965 йылда Алма-Ата халыҡ хужалығы институтын тамамлай.

Һуңыраҡ Краснодар крайының Геленджик ҡалаһында йәшәй. Бында 1999 йылдың 19 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Миннибаев Г. Х. Мои боевые друзья: Воспоминания // Прибой. — 1976. — 6—8 мая.
  • Миннибаев Г., Кравцов И. Вспоминают Герои Советского Союза // Прибой. — 1990. — 8 мая.
Геленджик ҡалаһында Еңеүҙең 70-йыллығы паркындағы СССР геройҙары менән алтаҡта
  • Геленджик ҡалаһының 9-сы һанлы урта мәктәбенә Ғүмәр Миңлебаевтың исеме бирелгән.
  • Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль алтаҡтаһында Ғүмәр Миңлебаевтың исеме индерелгән.
  • Бүздәк районы Урҙайбаш урта мәктәбенең пионер дружинаһына уның исеме бирелә.
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Бүздәк районы.
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Миннибаев Г. Х. Некролог // Прибой. — 1999. — 25 ноября. — С. 8.
  • Обойщиков К. «А помнишь, товарищ?» (О Герое Советского Союза Г. Х. Миннибаеве) //Кубани славные сыны: Очерки о Героях Советского Союза — кубанцах. Кн. 4 — Краснодар, 1995. — С. 188—190.