Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лотфулла Ғибаҙулла улы
Ҡарамышев
Эшмәкәрлек төрө:

совет партия эшмәкәре

Тыуған көнө:

22 октябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Йомаҡ ауыл, Мәләүез районы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

27 март 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1957
Ленин ордены

Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (22 октябрь 1917 йыл — 27 март 1985 йыл) — совет партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лотофулла Ғибаҙулла улы Ҡарамышев 1917 йылдың 22 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында инеүсе Йомаҡ ауылында тыуа. Милләте — башҡорт. Белеме — урта махсус, 1936 йылда Стәрлетамаҡ сәйәси-ағартыу техникумын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1936 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы мәғариф бүлегендә инспектор булып башлай. 1938 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариатына эшкә алына. 1938 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәт итергә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнаша.

Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылдың мартынан алып 1947 йылдың авгусына тиклем ВКП(б)-ның Башҡорт АССР-ы Воскресенск район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй. 1947—1949 йылдарҙа Өфө өлкә партия мәктәбендә уҡый. 1949 йылдың июлендә ВКП(б)-ның Күгәрсен район комитетының секретары, 1951 йылдың сентябрендә ВКП(б)-ның Хәйбулла район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. 1954 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Л. Ғ. Ҡарамышев Хәйбулла районында эшләгән осорҙа 70 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә. 1956 йылда район колхоз, совхоздары 133 681 гектарҙан үҫтерелгән уңышты ваҡытында йыйып ала. Һәр гектарҙан 15,1 центнер уңыш сыға.

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙәге фиҙаҡәрлеге, 1956 йылда үҫтерелгән уңышты йыйып алып, һаҡлауға һалыуҙы уңышлы ойошторғаны өсөн СССР Верховный Советы Президиумы Указы менән 1957 йылдың 11 ғинуарында Лотфулла Ғибаҙулла улы Ҡарамышевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1959 йылда Учалы район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп раҫлана. 1961 йылдан башлап Салауат машиналар заводының кадрҙар бүлеге начальнигы, ә 1963—1968 йылдарҙа шунда уҡ инженер булып эшләй. Башҡорт АССР-ы Верховный Советының бишенсе саҡырылыш депутаты (1959—1963).

1985 йылдың 27 мартында вафат булды.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
  • Ленин ордены менән бүләкләнә (1957).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Стародубов Н. Герои целины //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970;
  • Карамышев Л. Г. //Герои труда. Уфа, 2011.