Юденич Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юденич Николай Николаевич
рус. Николай Николаевич Юденич
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 (30) июль 1862
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы[2]
Вафат булған көнө 5 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][3][…] (71 йәш)
Вафат булған урыны Канны[d][1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Туберкулёз
Ерләнгән урыны Урыҫ зыяраты (Ницца)
Михаило-Архангельская церковь (Канн)[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө сәйәсмән, Офицер
Уҡыу йорто Генераль штаб академияһы[d]
Ҡултамға
Хәрби звание генерал от инфантерии[d]
Командалыҡ иткән 18-й стрелковый полк[d], Кавказская армия[d] һәм Северо-Западная армия[d]
Һуғыш/алыш Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Памирские экспедиции отряда Ионова[d], Сражение при Сандепу[d], Мукденское сражение[d], Российская интервенция в Персию[d], Сарыкамышская операция[d], Битва при Манцикерте[d], Алашкертская операция[d], Кеприкейское сражение[d], Эрзурумское сражение[d], Трапезундская операция[d], Эрзинджанское сражение[d], Битлисское сражение[d], Эстонская освободительная война[d] һәм Наступление Северо-Западной армии осенью 1919 года[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Юденич Николай Николаевич Викимилектә

Юденич Николай Николаевич (30 июль 1862 йыл — 5 октябрь 1933 йыл) — урыҫ хәрби эшмәкәре, инфантериянан генерал (1915). Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Рәсәй империяһының иң күренекле генералдарының береһе, Граждандар һуғышы осоронда Төньяҡ-көнбайышта бальшевиктарға ҡаршы көстәргә етәкселек итә. Рәсәйҙең һуңғы II класс Изге Георгий ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Николаевич Юденич 1862 йылдың 30 июлендә Мәскәүҙә тыуған. Минск губернаһы дворяндарынан. Коллегия советнигы Юденич Николай Ивановичтың (1836—1892) һәм Даль Агния Никитичнаның (1836—1892 йылдан һуң) улы.

1879 йылда 3-сө Александровск хәрби училищеһына уҡырға инә, уны 1881 йылдың 8 авгусында армия пехотаһы подпоругигы званиеһында тамамлай, хеҙмәт итеү өсөн лейб-гвардия Литва полкына ебәрелә. 1882 йылдың 10 сентябрендә лейб-гвардия Литва полкына гвардия прапорщигы итеп күсерелә. 1884 йылда — подпоручик дәрәжәһенә (1884 йылдың 30 авгусынан старшинлыҡ менән), киләһе йылда — гвардия поручигы (1885 йылдың 5 авгусынан старшинлыҡ менән) лайыҡ була[5].

1887 йылда 1-се разряд буйынса генераль штабының Николаев академияһын тамамлай һәм шул уҡ йылдың 7 апрелендә гвардия штабс-капитан дәрәжәһен ала. Варшава хәрби округы штабы эргәһендә хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнә. 1887 йылдың 26 ноябрендә Генераль штабына Генераль штабы капитаны званиеһында 14-се армия корпусына өлкән адъютант итеп тәғәйенләнә. 1891 йылдың 9 апрелендә 14-се армия крпусы штабы янында махсус йомоштар өсөн обер-офицер итеп тәғәйенләнә. 1892 йылдың 27 ғинуарынан алып — Төркөстан хәрби округы штабының өлкән адъютанты. . 1892 йылдың 5 апрелендә подполковник званиеһы бирелә.. 1894 йылда Памир экспедицияһында Памир отряды штабы начальнигы вазифаһында ҡатнаша[5][6].

1895 йылда Александр Николаевна Жемчужниковаға, штабс-ротмистр Сычевтың элекке ҡатынына, өйләнә.

1896 йылдың 24 мартында полковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм шул уҡ йылдың 6 декабренән — Төркөстан уҡсылар бригадаһы идаралығында штаб-офицер вазифаһында. 1900 йылдың 20 сентябрендә — 1-се Төркөстан уҡсылар бригадаһы идаралығы ҡарамағында штаб-офицер. 1900 йылдың 8 октябренән 28 майға тиклем 12-се гренадер Әстерхан полкында ценз командованиеһын үтәй[5].

1902 йылдың 16 июлендә 18 уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Рус-япон һуғышы ваҡытында ошо полк менән етәкселек итә. Сандепу тирәһендәге алышта ҡулына яралана, ә Мукден алашында — елкәһенә. 1905 йылдың 19 июнендә генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм 5-се уҡсылар дивизияһының 2-се бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә[6][7]. Рус-япон һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1906 йылдың 25 сентябрендәге бойороҡҡа ярашлы «Батырлыҡ өсөн» тип яҙылған алтын ҡорал менән бүләкләнә[8][9], 1905 йылдың 25 сентябрендә 3-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Владимир орденына лайыҡ була[10], ә 1906 йылдың 11 февралендә — 1-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены менән бүләкләнә[11].

1907 йылдың 10 февралендә Кавказ хәрби округы штабының округ генерал-квартирмейстеры итеп тәғәйенләнә. 1912 йылдың 6 декабрендә генерал-лейтенант званиеһы бирелә һәм уның Ҡазан хәрби округы штабы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 1913 йылдың 25 февралендә Кавках хәрби округы штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә[6]. 1909 йылдың 6 декабрендә — 1-се дәрәжә Изге Анна ордены менән[12], ә 1913 йылдың 9 июлендә 2-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә (24 апрелдән старшинлыҡ менән)[13].

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Юденич Кавказ армияһы штабының начальнигы итеп ҡуйыла, был ваҡытта армия Ғосман империяһы менән алыштар лап бара. был вазифала ул Һары ҡамыш алышында Әнүәр паша ғәскәкрәҙрен тулыһынса ҡыйрата. 1915 йылдың 24 ғинуарында Юденич инфантериянан генерал чинын ала һәм Кавказ армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә[14]. 1915 йыл дауамында Юденич етәкселегендә подразделениелар Ван ҡалаһы тирәһендә алыштар алып бара, был ҡала бер нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға төшә. 1916 йылдың 16 февралендә Юденич Эрзурум тирәһендә бер ҙур алышта еңеү яулай, ә ошо уҡ йылдың 15 апрелендә ҙур Трапезунд ҡалаһын яулап ала. Әлеге алыш өсөн (тамамланмаған сағында уҡ) Юденич 2-се дәрәжә Изге георгий ордены менән бүләкләнә (унан һуң Рәсәй империяһында бер кем бындай дәрәжәле орден менән бүләкләнмәй). 1916 йылдың йәйе-көҙөнә урыҫ ғәскәрҙәре Көнбайыш (Төрөк) Әрмәнстандың күпселек өлөшөн контроль аҫтында тоталар[15][16][17].

1917 йылдың февраленән һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал Н. Н. Юденич. Рәссам М. Мизернюк, 1916 йыл

Февраль революцияһынан һуң Юденич Кавказ фронты баш командующийы итеп тәғәйенләнә. Әммә 1917 йылдың 15 майында хәрби министр А. И. Гучков вазифаһынан киткәс, яңы хәрби минстр А. Ф. Керенский Юденичты Ваҡытлы хөкүмәттең ҡарарҙарына ҡаршы булған өсөн вазифаһынан бушата һәм отставкаға ебәрә.

Тифлистан киткәс, Юденич Петроградта йәшәй башлай. Уның ҡатыны Александра Николаевна хәтерләүенсә, Юденич бер көнө банкыға аҡса алырға инә. Банк хеҙмәткәрҙәре уны танып, бөтә булған аҡсаһын ҡулына алырға һәм мөлкәтен һатырға кәңәш итәләр. Юденичтар Тифлистағы йортон һәм Кисловодскиҙағы ерҙәрен һаталар. Ошо аҡсаға улар эмиграцияға тиклем һәм унан һуң бер аҙ ваҡыт йәшәйҙәр. 1917 йылдың авгусында Юденич Дәүләт йыйылышы эшендә ҡатнаша, Корнилов фетнәһен хуплай.

Октябрь революцияһынан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юденич йәшерен хәлдә Петроградта, элек уның менән 1894—1895 йылдарҙағы Памир экспедицияһында хеҙмәт иткән, Лейб-гвардия литва полкының элекке фельфебеле, хәҙерге ваҡытта урам һепереүсе һағы аҫтында «Русское строховое общество» йортонда йәшәй «»[18]:310

Большевиктар власы урынлашҡандан һуң уның сәйәси программаһы Рәсәйҙең тарихи сиктәрендә «Берҙәм, бөйөк һәм бүленмәҫ Рәсәй» идеяһын тергеҙеүгә ҡайтып ҡала; бер үк ваҡытта тактик маҡсаттарҙа урыҫ булмаған халыҡтарға милли-мәҙәни автономия һәм хатта дәүләт үҙаллығы биреү мөмкинлеге иғлан ителә.

Финляндияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың ғинуарында[18]:310 Юденич, сит исеменә документтар менән файҙаланып, ҡатыны һәм адъютанты Н. А. Покотило менән Гельсингфорсҡа килеп төшә. 1918 йылдың ноябрендә Хельсинкиҙа булдырылған һәм Рәсәй хөкүмәте роленә дәғүә иткән «Урыҫ комитеты» уны 1919 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында Аҡ хәрәкәттең лидеры итеп иғлан итә һәм уға диктатор вәкәләттәрен тапшыра. Юденич Себерҙәге Колчак һәм Париждағы Урыҫ сәйәси кәңәшмәһе менән бәйләнештәр булдырыуға өлгәшә. Ойоштораласаҡ хәрби көс тураһында юденич үҙе шулай тигән:

Урыҫ аҡ гвардияһының маҡсаты бер — большевиктарҙы Рәсәйҙән ҡыуырға. Гвардияның сәйәси программаһы юҡ. Ул монархия ла, республика ла түгел. Хәрби ойошма булараҡ, ул сәйәси партиялыҡ мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынмай. Уның берҙән-бер программаһы — большевиктарҙы долой![19]:253

1919 йылдың яҙында Юденич Стокгольмда булып китә, унда ул Англия, Франция һәм АҠШ дипломатик вәкилдәре менән осраша, уларҙан Финляндия территорияһында урыҫ ирекле отрядтарын формалаштырыуҙа ярҙам һорай. Француз илсеһенән башҡа, бер кем дә Юденич менән ризалашмай һәм Рәсәйҙең эске эштәренә ҡыҫылырға теләмәүен белдерәләр.

5 майҙа, Стокгольмдан Финляндияға ҡайтҡас, Юденич ошо уҡ эш буйынса Финляндия регенты генерал Маннергейм менән осраша. Маннергейм, дөйөм алғанда, большевиктар менән көрәштә фин армияһының ҡатнашыуынан баш тартмай, әммә бер нисә шарт ҡуя: Финляндияның бөйондроҡһоҙлоғон таныу, шулай уҡ Финляндияға Көнсығыш Карелияны һәм Кольский ярымутрауы буйындағы Печенга өлкәһен ҡушыу. Юденич үҙе «Финляндияның бойондороҡһоҙлоғо булған факт» һәм Финляндия менән мөнсәбәттәрҙә большевизм менән көрәшкә ярҙам алыу өсөн ташламаларға барырға кәрәклеген аңлаһа ла, ул ошо фекергә «алдан килешелмәү» принцитарында торған Колчакты ла, Сазоновты ла ауҙара алмай. Һөҙөмтәлә фин властары урыҫ ирекмәндәренән частар фрмалашыуға ҡаршы сыға һәм Төньяҡ корпусҡа эләгергә теләгән офицерҙарға ҡамасаулай[18]:310.

1919 йылдың 17 апрелендә Колчактың Бөтә Рәсәй хөкүмәте Юденичҡа 10 миллион франк бүлеп бирә. Аҡса бик оҙаҡ бара, тәүге миллионды Стокгольмдағы Рәсәй дипломатик вәкиле тик июнь айында ала[18]:332. Гельсингфорста 24 майҙа Юденич "Сәйәси кәңәшмә"не ойоштора һәм уны етәкләй. Уның составына А. В. Карташев, П. К. Кондзеровский, В Д. Кузьмин-Караваев, С Г. Лианозов, Г. А. Данилевский инәләр.

1919 йылдың 5 июнендә[20] Юғары хаким адмирал Колчак Юденичты «Большевиктарға ҡаршы Төньяҡ-Көнбайыш фронтында бөтә урыҫ ҡоро ер, диңгеҙ ҡораллы көстәренең баш командующийы» итеп тәғәйенләнеүе тураһында телеграмма аша хәбәр итә, ә 10 июндә телеграмма рәсми указ менән раҫлана.

Телеграмманы алғандан һуң, Юденич Ревелгә китә, унан һуң — генерал Родзянко етәкләгән Төньяҡ-көнбайыш армияһы фронтына. Армияны урап сыҡҡас, Юденич 26 июндә Гельсингфорсҡа ҡайта һәм ҡабаттан Финляндиянан ярҙам алырға тырыша. Әммә, 17 июлдә маннергейм Финляндияның яңы Конститутцияһын раҫлағандан һуң, 25 июлдә Финляндия президенты итеп профессор Стольберг һайлана, ә Маннергейм сит илгә сыға. Финляндиянан ярҙам булмауына инанғас. 26 июлдә Юденич пароходта Ревелгә әйләнеп ҡайта.

Төньяҡ-Көнбайыш армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1000 һум. Ялан билет ҡаҙна кредит Төньяҡ-көнбайыш фронты ялан ҡаҙналығының кредит билеты. Юденич ҡултамғаһы

«Эстон төркөмөнән» өлкән офицерҙар, Юденичты Финляндиянан әҙергә килгән тип ризаһыҙлығын белдереүгә ҡарамаҫтан, Юденич союздаштарҙан матди ярҙам гарантияһы булараҡ ҡабул ителә. Үҙенең хәтирәләрендә Төньяҡ-көнбайыш армияһы командирҙарының береһе генерал Ярославцев яҙыуынса:

Шулай ҙа Юденичты ҡабул итергә тура килде, сөнки уның килеүе менән Колчактан, инглиздарҙан һәм американдарҙан матди һәм мораль ярҙам һәм Эстония һәм Финляндия яғынан әүҙем сығыш көтөлә ине[19]:268—269.

Тәғәйеннеш тураһында телеграмма килеүе менән Юденичҡа апрелдә үк Бөтә Рәсәй хөкүмәте тарафвнан бирелгән 10 миллиондан беренсе франк миллионы килә. 17 июлдә тағы ла 100 миллион һум бүленә. Ә 1919 йылдың 5 сентябрендә Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең Министрҙар Советы ҡарар сығара:

Хәрби министрға, хәрби осор ихтыяждарына ғәҙәттән тыш сметанан башҡа кредит буйынса генерал Юденич биргән тотоноуҙар иҫәбенә, армияһын тәьмин итеү өсөн генерал Юденич ҡарамағына утыҙ һигеҙ миллион крона бирергә[19]:268.

Күсереү барышында аҡса башҡа валюталарға әйләндерелә (стерлинг фунттары, фин маркалары, швед крондары). Әлеге сумманан Юденич барыһы 500 мең стерлинг фунтын алып өлгөрә[18]:332.

1919 йылдың 11 авгусында, инглиз генералдары Х. Гоф һәм Ф. Марштың баҫымы аҫтында Төньяҡ-Көнбайыш хөкүмәте ойошторола, унда кадеттар, меньшевиктар һәм эсерҙар инә. Хөкүмәт Эстонияның дәүләт бойондороҡһоҙлоғн раҫлай. Юденич ошо хөкүмәткә хәрби министры булараҡ инә.

Август дауамында Юденич армия тәьминәте менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта 25 һәм 50 тинлек, 1, 3, 5, 10, 25, 100, 500 һәм 1000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса билдәләре әҙерләнә һәм поход башланыуы менән сығарыла башлай. Купюраларҙың артҡы яғында, Дәүләт банкы Петроград контораһы билдәләгән тәртип буйынса дөйөм дәүләт Рәсәй аҡсаларына алмашына ала, тигән яҙыу була. Асылда, был үҙенә күрә күргәҙмә агитация була: бындай купюраларҙы ҡулына алған һәр кем, уларҙың Юденич ғәскәрҙәре Петроградты алған осраҡта ғына ысын аҡса буласағын, аңларға тейеш була.

1919 йылдың сентябрь-октябрендә Юденич Петроградҡа икенсе походын ойоштора. Ярайһы уҡ яҡшы әҙерләнгән Төньяҡ-Көнбайыш армияһы (уның составында 4 составында бронемашиналар, 4 бронепоезд, 4 броневик һәм 6 инглиз танкы) 28 сентябрҙә эстон ғәскәрҙәре менән берлектә Ҡыҙыл Армияһы оборонаһын өҙә; 12 октябрҙә Ямбург ҡолатыла, октябрҙең икенсе яртыһында Төньяҡ-Көнбайыш армияһы Луга, Гатчина, Ҡыҙыл ауыл, Батша ауылы һәм Павловскиҙы яулай. Октябрь уртаһына аҡтар Петроград тирәһендәге бейеклектәргә .яҡынлаша (Пулков бейеклектәре). Әммә улар Николаев тимер юлын киҫп үтә алмайҙар, мөмкинлек менән файҙаланып, Троцкий Петроград тирәһенә өҫтәмә көстәр йәлеп итә һәм ҡыҙылдарҙың һан яғынан күп тапҡыр өҫтөнлөгөнә өлгәшә. Финдар һәм инглиздар һөҙөмтәле ярҙам күрһәтмәйҙәр. Эстондар менән үҙ-ара ызғыштар башлана. Эстондарҙы Юденичтың бөйөк державалыҡ ынтылыштары һиҫкәндерә, большевиктар уларға байтаҡ сәйәси һәм территориаль ташламалар вәғәҙә итәләр. Резевтарҙың булмауы һәм Төньяҡ-көнбайыш фротының һуҙымлылығы Ҡыҙыл Армияһына 21 октябрҙә аҡ хәрәкәтен туҡтатырға мөмкинлек бирә, ә 22 октябрҙә — оборонаны өҙөргә.Ноябрь аҙағына Юденич ғәскәрҙәре сик буйына ҡыҫырыҡлана һәм эстон территорияһына күсә, унда улар ҡоралһыҙлана һәм элекке союздаштары тарафынан ҡоралһынлана һәм әсирлеккә алына.

Юденичтың Петроградҡа һөжүме ваҡытында Ломоносов нигеҙ һалған Усть-Рудица биләмәһендәге төҫлө смальттар фабрикаһы яндырыла[21].

1920 йылдың 22 ғинуарында Юденич Төньяҡ-Көнбайыш армияһының тарҡатылыуы тураһында иғлан итә. Ликвидация комиссияһы төҙөлә, Юденич комиссияға тотонолмаған 227 000 стерлинг фунттарын тапшыра. 28 ғинуарҙа Юденичты эстон властары ярҙамында Булак-Балахович формированиеһы хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Әммә француз һәм инглиз миссиялары ҡыҫылғандан һуң, Юденич азат ителә.

1920 йылдың 24 февралендә генерал Юденич инглиз хәрби миссияһы вагонында генералдар Глазенап, Владимиров һәм Г. А. Алексинский менән бергә эстониянан сығып китә һәм 25 февралдә Ригаға килә.

Францияла эмиграцияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал Юденичтың ҡәберлеге. Урыҫ зыяраты, Ницца.

Стокгольм һәм Копенгаген аша Юденич Лондонға юл тота. Лондонда йәшәгән саҡта Юденич бер тапҡыр ҙа кеше алдында сығыш яһамай һәм репортерҙар менән осрашыуҙарҙан баш тарта. ерҙән-бер кеше һәм асыҡтан-асыҡ сығыш яһауҙан баш тартырға ла Юденич хәбәрселәре менән осрашты. Берҙән-бер Юденич визит яһаған кеше Уинстон Черчилль була.

Һуңынан Юденич Францияға күсенә һәм Ниццала урынлаша, унда Ницца тирәһендәге Сен-Лоран-дю-Варҙа йорт һатып ала. Эмиграцияла тулыһынса сәйәси эшмәкәрлектән ситләшә.

Урыҫ ағартыу ойошмалар эшендә ҡатнаша; Урыҫ тарихын һөйөүселәр йәмғиәтен етәкләй. Юденичтарҙың йортонда Ниццала йәшәгән П. А. Томилов, Е. В. Масловский, П. Н. Ломновский, Д. Г. Щербачев, В К. Пилкин булалар.

Үпкә туберкулезы ауырыуынан вафат була. Башта Канныла түбәнге сиркәүҙә ерләнә, һуңынан уның көлө Ниццалағы Кокад зыяратына күсерелә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1991 йылдың 21 июлендә генерал Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһы походы иҫтәлегенә «Урыҫ байрағы» ойошмаһы Пулков бейеклектәрендә аҡгвардееецтарға тәүге һәйкәл ҡуя[22].

Ленинград өлкәһе Кингисепп районы Ополье ауылындағы Крестовоздвиженск сиркәүе кәртәһе эргәһендә генерал Юденич армияһының һәләк булған чиндар иҫтәлегенә Төньяҡ-Көнбайыш армияһы. яугирҙарына һәйкәл ҡуйыла.

Хәрби чиндар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (22 май 1889)
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (30 август 1893)
  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (9 июнь 1895)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (22 июль1900)
  • 4-се статья Изге Владимир ордены (8 август 1904)
  • «Батырлыҡ өсөн» алтын ҡоралы (5 май 1905)
  • 3-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Владимир ордены (1905 25 сентябрь)
  • 1-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены (11 февраль 1906)
  • 1 статья Изге Анна ордены (6-сы декабрь 1909)
  • 2-се дәрәжә Изге Владимир ордены (9 июль 1913, 24 апрель — өҫтөнлөк менән)
  • 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены (13 ғинуар 1915)
  • 3-сө дәрәжә Изге Георгий ордены (4 август 1915) — [24]."
  • Ҡылыслы Аҡ бөркөт ордены (1915)
  • 2-се дәрәжә Изге Георгий ордены (15 февраль 1916) (һылтанма)
  • Ҡылыслы Изге Александр Невский ордены (1916)

сит ил ордендары:

  • 2-се дәрәжә Данлыҡлы Бохара ордены (1897)
  • Француз почетлы легион ордены, Оло тәре (1916)
  • Француз Хәрби тәреһе (1916)
  • Британия Изге Михаил һәм Изге Георгий ордены, Оло тәре (1916)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119112353 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Юденич Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Encyclopædia Britannica
  4. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  5. 5,0 5,1 5,2 Список Генерального штаба. Исправлен по 1-е января 1904 года. — СПб.: Военная типография, 1904. — С. 595.
  6. 6,0 6,1 6,2 Список Генерального штаба. Исправлен по 1-е июня 1914 года. — СПб.: Военная типография, 1914. — С. 117.
  7. Список генералам по старшинству. Часть I, II и III. Составлен по 4-е июля 1907 года. — СПб., 1907. — С. 718.
  8. Высочайший приказ по военному ведомству от 26 февраля 1906 года // Сборник высочайших приказов за январь — март 1906 года. — С. 22.
  9. Э. Э. Исмаилов. Золотое оружие с надписью «За храбрость». Списки кавалеров 1788—1913. — Москва, 2007. — С. 371.
  10. Высочайший приказ по военному ведомству от 25 сентября 1905 года // Сборник высочайших приказов за июль — сентябрь 1905 года. — С. 8.
  11. Высочайший приказ по военному ведомству от 11 февраля 1906 года // Сборник высочайших приказов за январь — март 1906 года. — С. 2.
  12. Высочайший приказ по военному ведомству от 6 декабря 1909 года // Сборник высочайших приказов за июль — декабрь 1909 года. — С. 45.
  13. Высочайший приказ по военному ведомству от 9 июля 1913 года // Сборник высочайших приказов за май — август 1913 года. — С. 2.
  14. Список генералам по старшинству. Исправлен по 10-е июля 1916 г. — Петроград, 1916, с. 16
  15. Лазарев М. С. Крушение турецкого господства на Арабском Востоке 1914—1918 гг.— М.: Восточная литература НКИД, 1960. — С. 61 — 246 с.
  16. Михайлов, В.В. Разгром турецкой армии и овладение первоклассной крепостью: Эрзурумская операция 1915-1916 гг. (Русский) // Военно-исторический журнал. — 2006. — № 8. — С. 49—53.
  17. Корсун Н.Г. Первая мировая война на Кавказском фронте — Москва: Воениздат НКО СССР, 1946. — Б. 76—77. — 100 б.
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Цветков В. Ж. Белое дело в России. 1919 г. (формирование и эволюция политических структур Белого движения в России) — 1-е. — Москва: Посев, 2009. — 636 б. — 250 экз. — ISBN 978-5-85824-184-3.
  19. 19,0 19,1 19,2 Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград — Москва: АСТ, 2004. — 606 б. — (Военно-историческая библиотека). — 5000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.
  20. Телеграмма Колчака о назначении была получена Юденичем 14 июня, а 23 июня Юденич издал свой первый приказ по Северо-Западной армии. (Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград — Москва: АСТ, 2004. — 606 б. — (Военно-историческая библиотека). — 5000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.)
  21. В Усть-Рудицу, в гости к Ломоносову. Санкт-Петербургский Университет, № 10, 2008. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабрь 2013. 2 февраль 2009 тикшерелгән. 2013 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
  22. Краткая хроника деятельности Объединения «Русское Знамя»
  23. Список генералам по старшинству. СПб 1906 г.
  24. Журнал «Разведчикъ» № 1364 от 27.12.1916.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рутыч Н. Н. Белый фронт генерала Юденича: Биографии чинов Северо-Западной армии. «Русский путь» 504 с. 2002 ISBN 5-85887-130-5
  • Залесский К. А. Кто был кто в Первой мировой войне. — М.: АСТ; Астрель, 2003. — 896 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-019670-9. — ISBN 5-271-06895-1.
  • Басханов М. К., Колесников А. А. Накануне Первой мировой: русская военная разведка на турецком направлении. Документы, материалы, комментарии. — Тула, Гриф и К., 2014. — 338 с. — ISBN 978-5-8125-1991-9.
  • Оськин М. В. Главнокомандующие фронтами и заговор 1917 г. — М.: Вече, 2016. — С.347-428.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кавказский фронт Первой мировой войны

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]