Эстәлеккә күсергә

Луга

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Луга
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1777
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Лужское городское поселение[d][1] һәм Лужский район[d][1]
Административ-территориаль берәмек Лужское городское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 37 015 кеше (2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 48 метр
Туғандаш ҡала Миккели[d]
Майҙан 13 км²
Почта индексы 188230–188233 һәм 188235–188238
Урындағы телефон коды 81372
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Луге[d]
Карта
 Луга Викимилектә

Луга — (1777 йылдан алып) Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһе Луга ҡала биләмәһе һәм Луга муниципаль районы ҡалаһының административ үҙәге, шулай уҡ Рәсәйҙең Хәрби дан ҡалаһы (2008 йылдың майынан алып).

Тәүге тапҡыр Луский ауылы XVI быуатта яҙылған китаптарҙа телгә алына.

Луга ҡалаһының исеме Лужский посадтан 1777 йылда, Бөйөк Екатерина[3] идара иткән осорҙа, килеп сыға.

1781 йылда Луга өйәҙ ҡалаһына әүерелә.

XIX быуат башында бында Александр Пушкин килгән була. 1852—1857 йылдарҙа Луга йылғаһы аша Преображенский станцияһы янында (хәҙер Толмачёво) таш бағаналарға баҫтырылған металл күпер һалына.

ЛУГА — город уездный при реке Луга, от Санкт-Петербурга — 132 версты, от Москвы — 736 вёрст, число домов — 167, число жителей: 520 м п., 550 ж. п.;
Церковь православная одна. Уездное училище с приходским классом. Больница одна. Ярмарка одна. Станции: почтовая, Варшавской железной дороги и телеграфная. Завод кожевенный. (1862 год)[4]

ЛУГА — город уездный при реке Луга, от Санкт-Петербурга — 132 версты, от Москвы — 736 вёрст, число домов — 167, число жителей: 520 м п., 550 ж. п.;Церковь православная одна. Уездное училище с приходским классом. Больница одна. Ярмарка одна. Станции: почтовая, Варшавской железной дороги и телеграфная. Завод кожевенный. (1862 год)[4]

1909 йылда «Лужский листок» сәйәси, ижтимағи һәм әҙәби гәзите аҙнаһына ике тапҡыр — шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә сыға. Уның данаһының хаҡы өс тин тәшкил иткән, ҡалала өйгә килтерелмәгән йыллыҡ яҙылыу — 2 һум 50 тин, Рәсәй буйынса — 3 һум 30 тин тәшкил иткән.

Авиация тарихында беренсе тапҡыр 1914 йылдың 17 майында «Ҡарсыға»дирижаблендә Гатчинанан Лугага төнгө осош ойошторола. Луга тирә-янында «Лужский светелка»һы тип аталған дача булған, ул тәхет вариҫына бүләккә бирелгән[5].

1927 йылда Луга ҡалаһы Луга районы һәм Луга округының административ үҙәге була (1930 йылда бөтөрөлә), ул Ленинград өлкәһе составында тора.

1939 йылдың сентябрендә Луга үҙаллы ҡала административ-хужалыҡ берәмеге итеп үҙгәртелә һәм туранан- тура ҡала советы булараҡ Ленинград өлкә советына буйһона.

Луга оборона рубежы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луга 1941 йылда Ленинград өсөн барған ҡаты оборона һуғышының урыны була. Луга янында Совет Армияһының төп көстәренә төртөлгән немец командованиеһы 19 июлдә Ленинградҡа һөжүмде туҡтатырға мәжбүр була һәм бары тик «Төньяҡ» армияһының төп көстәре килеп еткәс кенә һөжүмде яңынан башлай. Луга оборона рубежы өс аҙна дауамында немецтарҙың Ленинградҡа һөжүмен туҡтатып тора, был совет ғәскәрҙәренә ныҡлы оборона һыҙатын яһарға мөмкинлек бирә. Ҡаланы немец-фашист ғәскәрҙәре 1941 йылдың 24 авгусында баҫып ала. 902 көн дауамында Луга фашистар оккупацияһында булған.

5000 Луга кешеһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР-ҙың орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 24 кеше Советтар Союзы Геройы" исеменә лайыҡ булған.

Советтар Союзы Геройы

Луга Совет Армияһының Ленинград фронты 67-се армияһы һәм Волхов фронтының 59-сы армияһы тарафынан 1944 йылдың 12 февралендә немец илбаҫарҙарынан азат ителә. Луганы азат итеүҙә ҡатнашҡан 8 часть һәм берләшмәләр «Лужский» маҡтаулы исеменә лайыҡ була (шул иҫәптән 123-се уҡсы дивизияһы һәм 690-сы истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия полкы).

Луганы азат итеү хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ

СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 2 авгусындағы Указы буйынса Луга хеҙмәтсәндәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы, төҙөлөш һәм хужалыҡ эшмәкәрлегендәге ҙур уңыштары өсөн һәм Луга ҡалаһының 200 йыллығы айҡанлы Луга ҡалаһы I дәрәжә «Ватан һуғышы ордены» менән бүләкләнә[7]. 2008 йылдың 5 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Луга ҡалаһына «Хәрби дан ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә[8].

2006 йылдың 1 ғинуарында «Луга ҡала биләмәһе» муниципаль берәмеге ойошторола, Луга, уның административ үҙәге була.

Ҡала хакимиәте бинаһы
Вокзал майҙанында һәм Болон вокзалы бинаһы
«Хәрби дан ҡалаһы» исеме биреү хөрмәтенә баҫтырылған стела
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. Численность постоянного населения в разрезе муниципальных образований Ленинградской области по состоянию на 1 января 2024 года (урыҫ)
  3. Районы Лужского округа. Статистико-экономическое описание. 102 С, Л, 1928, стр. 44
  4. 4,0 4,1 «Списки населённых мест Российской Империи, составленные и издаваемые центральным статистическим комитетом министерства внутренних дел» XXXVII Санкт-Петербургская губерния. По состоянию на 1862 год. СПб. изд. 1864 г. стр. 2
  5. В. А. Цыганков Лужская «светёлка» Императрицы 2007 йыл 28 октябрь архивланған.
  6. Героини. Вып. 2. (Очерки о женщинах — Героях Советского Союза). М., Политиздат, 1969. Дата обращения: 5 июнь 2009.
  7. Историю Луги и Лужского района. Дата обращения: 5 июнь 2009. 2008 йыл 26 июнь архивланған.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 5 мая 2008 года № 554 «О присвоении г. Луге почётного звания Российской Федерации „Город воинской славы“». Дата обращения: 29 март 2009. 2009 йыл 29 март архивланған.