Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғөзәйеров Морат Баҡый улы
ректор Өфө дәүләт авиация техник университеты
Эшләй башлаған:

2003

Тамамлаған:

2014

Алдан килеүсе:

Күсимов Салауат Таһир улы

Тыуған көнө:

22 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Силәбе ҡалаһы

Альма-матер:

Өфө дәүләт авиация техник университеты


Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (22 октябрь 1950 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 20032014 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морат Баҡый улы Ғөзәйеров 1950 йылдың 22 октябрендә Силәбе ҡалаһында тыуған. 1973 йылда «Электр машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Ошо уҡ йылда институтта эшләй башлай, фәнни-педагогик эшмәкәрлектең барлыҡ баҫҡыстарын үтә: инженер, өлкән инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор була.

1988 йылдан 1999 йылға тиклем — Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу-методика бүлеге етәксеһе.

1989 йылдан — Рәсәй Мәғариф министрлығының белгестәр әҙерләү сифаты проблемаларын тикшереү үҙәгенең Өфө филиалы директоры.

1999 — 2003 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

2003 йылдан 2014 йылға тиклем — Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. 2014 йылдың 1 октябренән — уҡытыусы-профессоры.

Рәсәй Мәғариф министрлығының контролдең тест ысулын индереү буйынса координацион совет ағзаһы.

Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Мәскәү дәүләт ҡорос һәм иретмәләр институты ҡарамағындағы фән докторҙары дәрәжәһен биреү буйынса совет ағзаһы.

Рәсәйҙең Инженер белеме ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе.

Берҙәм республика округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. "Вестник УГАТУ" ("ӨДАТУ хәбәрҙәре" журналының баш мөхәррире (2003 йылдан алып).

  • Инноватика. 2-ое изд.М., 2008 (авторҙаш).
  • Математическое моделирование процессов в антропогенно нарушенных почвенных биосистемах. М., 2010 (авторҙаш).
  • Информационное и математическое обеспечение в системе поддержки принятия решений при управлении процессом разработки образовательных программ. М., 2011 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре
  • 1997 йыл — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре
  • 2007 йыл — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, улы — Фидан, Марсель ҡустыһы бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]