Күсимов Салауат Таһир улы
Күсимов Салауат Таһир улы | ||||||||
ректор Өфө дәүләт авиация техник университеты | ||||||||
Эшләй башлаған: | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тамамлаған: | ||||||||
Алдан килеүсе: |
Мәүлетов Рыфат Рәхмәтулла улы | |||||||
Һуңынан килеүсе: |
Ғөзәйеров Морат Баҡый улы | |||||||
Тыуған көнө: | ||||||||
Тыуған урыны: | ||||||||
Ила: | ||||||||
Ғилми дәрәжәһеь: | ||||||||
Альма-матер: | ||||||||
Наградалары: |
|
Күсимов Салауат Таһир улы (8 март 1942 йыл, Кировабад, СССР) — Өфө дәүләт авиация техник университеты[1][2] президенты, 1992—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, 2003—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3], Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Кусимовтың улы.
Белеме, ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү энергетика институтын тамамлаған (1965), инженер-электрик. Техник фәндәр кандидаты (1971), профессор (1991).
СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының (1993), Юғары мәктәптең халыҡ-ара фәндәр академияһының (1994), Петровск фән һәм сәнғәт академияһының (1994), Рәсәй Федерацияһының сифат проблемалары Петровск академияһының (1995) тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге президиумы, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм профессиональ белем биреү буйынса дәүләт контроле коллегияһы, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Вәкилдәр палатаһы депутаты. «Почёт билдәһе» ордены (1985), миҙалдар менән наградланған.
1965—1967 йылдарҙа — «Башкирэнерго» берекмәһе инженеры; 1970—1974 йылдарҙа — Өфө авиация институтында (Өфө дәүләт авиация техник университетында): ассистент, өлкән уҡытыусы, «Электротехниканың теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы доценты; 1974—1981 йылдарҙа — «Электр машиналары һәм аппараттары» кафедраһы мөдире, «Электротехниканың теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы мөдире, уҡытыу эше буйынса проректор, 1992 йылдан — ректор.
Ҡатмарлы техник объекттар, оптика-механика системалары, адаптив лазер оптикаһы менән идара итеү өлкәһе белгесе. Ҡеүәтле лазер нурланышының параметрҙары менән идара итеүҙең фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре аэрокосмос сәнәғәтендә ҡулланыла. 98 авторлыҡ танытмаһына һәм патентына эйә. Уның етәкселегендә ете кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
"Берҙәм Рәсәй" Бөтә рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсимов Салауат Таһир улы — 200-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы.
С. Күсимов «Йыһанда ҡулланылған оптик системаларҙа моделдәр һәм һүрәттәрҙе эшкәртеү». М.: наука, 1991. (авторҙаш).
С. Күсимов «Автоматлаштырылған идара итеү системаһының һәм уларҙың элементтарының моделдәре». М.: Машиналар эшләү, 2003 (авторҙаш).
«Авиацияла нейрокомпьютерҙар». Мөхәррире: Владимир Васильев, Барый Ильясов, Салауат Күсимов. Издательство: Радиотехника ISBN 5-93108-055-0; 2004 г.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт билдәһе» ордены (1985)
- «Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн» миҙалы (1981)
- СССР ВДНХ-һының алтын, көмөш һәм бронза миҙалдары
- Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡатыны профессор, театр белгесе, театр эшмәкәре Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы Бер ул үҫтергәндәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кусимов Салават Тагирович :: Галереи учёных :: Уфимский научный центр РАН 2016 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ :: Интернет версия газеты Авиатор — Главная страница ::(недоступная ссылка)
- ↑ Депутат Государственного Собрания — Курултая — Республики Башкортостан от Владивостокского избирательного округа № 27
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 8 мартта тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Гянджда тыуғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса ректорҙар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты ректорҙары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары