Эстәлеккә күсергә

Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, театр белгесе
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (5 март 1944 йыл) — ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2014).

Суфия Ғилман ҡыҙы Күсимова (ҡыҙ фамилияһы Ниғмәтйәнова 1944 йылдың 5 мартында Өфө ҡалаһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы ғаиләһендә тыуған.

Өфө ҡалаһының 3-сө мәктәбендә урта белем алған.

1966 йылда Мәскәүҙә ГИТИС-ты тамамлаған һәм 1968 йылға тиклем Бөтә Союз театр берекмәһенең Башҡортостан бүлексәһе консультанты булып эшләгән.

1968-1971 йылдарҙа ГИТИС-тың аспирантураһында уҡый.

1971 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй: 1973-1982 йылдарҙа - театр факультеты деканы, 1983-1987 йылдарҙа режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире, 1992-2011 йылдарҙа сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире.

Фәнни тикшернеүҙәре башҡорт театр сәнғәтенә, шул иҫәптән Мостай Кәрим драматургияһына бағышланған.

Театр факультетын ойоштороусыларҙың береһе.Ул сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһына нигеҙ һалған. Сәнғәт академияһында “Театр ғилеме” һөнәренә уҡытыуҙы ойошторған (1997).

Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалдәренең баһалама ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984)
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999)
  • Салауат Юлаев ордены (2014)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы

Баҫылған хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Театр юлы=Путь театра. Өфө, 2004;
  • Театр в пьесах, спектаклях и лицах (драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002 (авторҙаш).
  • Пьесы Мустая Карима на сценах нашей страны //Агидель. – Уфа. – 1971. – № 1;
  • Становление и развитие высшего театрального образования в Башкортостане // Уфимскому государственному институту искусств – 25 лет: Сб. – Уфа: УГИИ, 1993;
  • Режиссерское искусство западноевропейского театра XX века: Учебное пособие. – Уфа, 1996;
  • Семинар по анализу драмы и театральной критики: – Уфа, 2007.
  • История и современность (к юбилею Башгосдрамтеатра им. М. Гафури). 3 тома. (1 и 2 тт. - составитель и автор С. Кусимова). - Уфа, 2014

Ғаиләле. Ире - Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор Күсимов Салауат Таһир улы. Бер улдары бар.

Атаһы - Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Олатаһы - Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы (14 ғинуар 1878 йыл — 15 декабрь 1949 йыл), земство табибы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. РСФСР‑ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының (1940) атҡаҙанған табибы.

  • Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте [1](недоступная ссылка)