Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы
Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (7 август 1952 йыл) — физик. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Болғаҡова 1952 йылдың 7 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай (1982 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр). 1985 йылдан башлап — Өфө дәүләт нефть техник университетында, 2001 йылдын — Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ табыу процестарын өйрәнеүгә, фильтрлау теорияһының физик һәм гидродинамик нигеҙҙәрен үҫтереүгә, математик модель әҙерләүгә бәйле. Г. Т. Болғаҡова флюидтарҙың релаксацион үҙенсәлектәре беленгәндә стационар булмаған режимдарҙы, ике фазалы фильтрлау процестарындағы эффекттарҙы тикшерә; бер төрлө булмаған, структураланған мөхиттәрҙе фильтрлау моделдәрен төҙөй; нефть һәм газ табыуҙың технологик процестарын күҙәтеү һәм улар менән идара итеү мәсьәләләрен хәл итә[1]. 2000 йылда «Неравновесные и нелинейные эффекты в процессах двухфазной фильтрации» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 42 үҙәк матбуғатта.
Һайланма хеҙмәттәре (үҙәк һәм сит ил матбуғатында баҫтырылған)[3]:
- Неравновесные и нелинейные эффекты в процессах двухфазной фильтрации.// Доклады Академии наук. 1999. Том 366, № 6. С. 768—770. (авторҙашы: Хасанов М. М.)
- Нестационарные режимы неравновесной двухфазной фильтрации.// Прикладная математика и механика. 2000. Том 64, № 2. С. 293—298. (Авторҙашы: Калякин Л. А.)
- Нелинейные и неравновесные эффекты в реологических сложных системах.// Москва — Ижевск, Институт компьютерных исследований, 2003, 288 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы (2002) һәм Рәсәй Фәедерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы (2006) Почетлы грамоталары менән бүләкләнгән[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан энциклопедияһы — Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы
- ↑ Летопись-вики УГАТУ 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 БУЛГАКОВА ГУЗЕЛЬ ТАЛГАТОВНА 2019 йыл 3 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2022)