Палатников Александр Самойлович
Палатников Александр Самойлович | |
рус. Александр Самойлович Палатников[1] | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1923 |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 29 ноябрь 2007 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | авиаинженер, ответственный руководитель |
Эш урыны |
Күмертау авиация етештереү предприятиеһы[1] Камов[d][1] |
Уҡыу йорто | К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Палатников Александр Самойлович (11 декабрь 1923 йыл — 29 ноябрь 2007 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Самойлович Палатников 1923 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә.
1952 йылда Мәскәү авиация технология институтын тамамлай һәм Мәскәү, Клин, Арсеньев ҡалалары предприятиеларында эшләй.
1966 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһында баш инженер, 1967 йылдан 1987 йылғаса — генераль директор, был осорҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы депутаты итеп һайлана.
1987 йылдан 2007 йылға тиклем Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында «Камов» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй.
Уның тарафынан «Ка-26», «Ка-27», «Ка-28», «Ка-29», «Ка-32» вертоллеттарын һәм («Рейс», М-17) самолёттарын, десант техникаһын етештереү үҙләштерелә.
БАССР-ҙың унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены (1982)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1978)
- Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында А. С. Палатниковҡа бюст ҡуйылған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Палатников Александр Самойлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Уральская энциклопедия 2019 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- Достоин памяти 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ПАЛАТНИКОВ Александр Самойлович // Авиация России : биографическая энциклопедия : 1909-2009 : А--Я (урыҫ) / под ред. А. Н. Зелин — М.: 2009. — С. 411—412. — 880 с. — ISBN 978-5-903989-03-4
- 11 декабрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 29 ноябрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Башҡортостанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Күмертауҙа вафат булғандар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүселәре