Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Нәжметдин Сәләхетдин улы Аҡбирҙин | |
Эшмәкәрлек төрө: |
тракторсы |
---|---|
Тыуған көнө: |
11 декабрь 1951 (70 йәш) |
Тыуған урыны: |
БАССР Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылы |
Гражданлығы: | |
Награда һәм премиялары: |
Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы (11 декабрь 1951 йыл — ауыл хужалығы алдынғыһы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нәжметдин Сәләхетдин улы Аҡбирҙин 1951 йылдың 11 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында тыуған.
1968 йылдан башлап Мәләүез районының М. Ғафури исемендәге колхозында эшләй: 1976 йылдан алып механизацияланған звено етәксеһе, 1988 йылдан алып бүлек идарасыһы, 2001-2008 йылдарҙа механик. 1983 йылда Нәжметдин Аҡбирҙин звеноһы гектарынан 442 центнер шәкәр сөгөлдөрө ала. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.