Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Львов
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы (11 декабрь 1948 йыл) — совет инженер-технологы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы нефть һәм газ бүлексәһенең академик-секретары (1997), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015)

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫлан Фәрит улы Әхмәтов[1] 1948 йылдың 11 декабрендә Львов ҡалаһында тыуа. Атаһы Әхмәтов Фәрит Ғәли улы (1926 йылғы) — Өфө нефть эшкәртеү заводында («Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) инженер, һуңынан директор урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының сәнәғәт буйынса секретары була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры[2]. Әсәһе — Әхмәтова  Роза Сәмиғулла ҡыҙы.

1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Эш урындары: 1971 йылдан — Өфө нефть институтында инженер, ассистент, уҡытыусы, доцент, каталитик процестар тармаҡ лабораторияһы мөдире. 1987—1991 йылдарҙа — технология факультеты деканы, 1991 йылдан — кафедра мөдире. Бер үк ваҡытта 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы нефть һәм газ бүлексәһенең академик-секретары.

Әхмәтовтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: яҡшыртылған экологик үҙенсәлектәргә эйә яғыулыҡ, махсус тәғәйенләнешле нефть продукттары етештереү; уның тарафынан нефть эшкәртеүсе заводтарҙың нефть шламдарын үтилләштереү; әҙ бензоллы (1 проценттан кәм), ароматик углеводородтарҙың дөйөм күләме кәметелгән автомобиль бензиндарын эшләү технологияһы, бер нисә төрлө антисептик һәм профилактикалау сараһы эшләнгән.

Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы 3 фән докторы һәм 30-ҙан ашыу фән кандидаты әҙерләгән.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы — 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 50-ләгән уйлап табыу авторы.

Топливно-химическая переработка бензиновых фракций. Тематический обзор. М.: ЦНИИТЭнефтехим, 1990 (авторҙаш).

Ароматизация углеводородов на пентасилсодержащих катализаторах. М.: Химия, 2000 (авторҙаш).

Судовые топлива. Уфа: Гилем, 2001 (авторҙаш).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[3]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2013)[4]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2015)[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]