Танго

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Танго
исп. tango
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1905
Ил Ла-Плата[d][1][2]
Flag of Uruguay.svg Уругвай[1][2]
Flag of Argentina (alternative).svg Аргентина[1][2]
Статус нематериального культурного наследия нематериальное культурное наследие[d]
Commons-logo.svg Танго Викимилектә

Танго (исп. tango) — ирекле композициялы популяр социаль парлы бейеү, энергиялы, аныҡ ритм менән айырылып торған көйгә башҡарыла[3]. 1880 йылдарҙа Уругвай һәм Аргентина сигендәге Ла-Платала, күбеһенсә Көнсығыш һәм Көньяҡ Европа, Африка һәм Латин Америкаһынан килгән эмигранттар менән ҡатнаш йәшәгән ярлы портлы ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән. Тәүҙә тик ир-ат ҡына башҡара. XX быуат башында тәүҙә «криольо танго» (tango criollo) тип аталған бейеү тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм Европа менән АҠШ-ҡа тарала. Бөгөн уның күп төрҙәре һәм стилдәре, шул иҫәптән Аргентина тангоһы, Уругвайский тангоһы, бал тангоһы (америка һәм халыҡ-ара стилдә), фин тангоһы һәм боронғо танго бар. Аргентина тангоһын бик йыш төп нөсхә итеп ҡарала, сөнки ул баштан уҡ Аргентина менән Уругвайҙа башҡарылғанына бик яҡын.

2009 йылда IV хөкүмәт-ара ултырышында ЮНЕСКО Уругвай һәм Аргентинаның үтенесен ҡәнәғәтләндереп, тангоны Рио-де-ла-Плата төбәгенең музыка, бейеү, поэзия берлеге булараҡ, Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерә[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танго Буэнос-Айреста Боронғо Африка бейеүҙәре формаһы нигеҙендә африка йәмғиәттәренән тарала[5]. «Танго» атамаһы ла африка сығышлы. Уны Нигерия халҡының ибибио телендәге, «барабан тауышы аҫтында бейеү» тигән аңлатмағы бәйләйҙәр. Был аңлатманы шулай уҡ Европа, Африка һәм Америка музыкаһының төрлө формаһы синтезынан барлыҡҡа килгән көйҙәргә ҡарата ла ҡулланалар. Хорхе Луис Борхес El idioma de los argentinosта былай тип яҙа: «Танго Ла-Платала барлыҡҡа килеп, уругвай милонгаһының „улы“ һәм хабанераның „ейәне“ булып тора». «Танго» һүҙе, күрәһең, тәүге тапҡыр бейеүгә ҡарата 1890 йылдарҙа ҡулланылалыр. Башта был бейеү күп бейеүҙәр араһында әллә ни айырылмаһы, тиҙҙән ул бөтә йәмғиәткә тарала.

XX быуаттың беренсе йылдарында Буэнос-Айрес, Монтевидео оркестрҙары Европаға юллана һәм тангоны беренсе тапҡыр Парижда, һуңынан Лондонда, Берлинда һәм башҡа баш ҡалаларҙа күрһәтәләр. 1913 йыл һуңында бейеү Нью-Йоркка, АҠШ-ҡа һәм Финляндияға эләгә. 1911 йылда ПҠШ-та «танго» бик йыш «бер аҙым»ға 2/4 йәки 4/4 бейеү ритмлы бейеүҙәр өсөн ҡулланыла. Ҡайһы берҙә уны етеҙ темптар менән башҡаралар. Шул осорҙа уға ҡайһы берҙә «Рио де ла Плата тангоһы» менән сағыштырып, «Төньяҡ Америка тангоһы» тип ҡарайҙар. 1914 йылда тангоның аутентик стиле, шулай уҡ Альберт Ньюмандың «Менуэт-танго»һы кеүек варианттары киң тарала.

Бөйөк депрессия булыуына ҡарамаҫтан, 1930—1950 йылдар тангоның «алтын быуат» була. Күп ансамблдәр ойошторола, уның составына бөгөн стиль классиктары булған күренекле композиторҙар һәм танго башҡарыусылар: Аннибал Тройло, Освальд Пульеза, Астор Пьяццолла һәм башҡалар инә.

1977 йылдан башлап, 11 декабрь, йырсы, «танго» короле Карлос Гардель һәм композитор, дирижер Хулио де Кароның тыуған көнө, Аргентинала «Милли танго көнө» булараҡ билдәләнә[6][7].

Танго стилдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танго стилдәре:

  • Аргентина һәм Уругвай танголары (Rioplatense тангоһы булараҡ та билдәле)
  • Бал тангоһы
  • Фин тангоһы

Аргентина тангоһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танго. 1920 йылдар открыткаһы

Аргентина тангоһы Уругвай һәм Аргентинаның төрлө төбәктәрендә төрлө ваҡытта үҫешкән төрлө стилдәрҙе берләштерә. Аргентина тангоһын матчиш («Бразилия тангоһы») менән бутарға ярамай. Аргентина тангоһы стилдәре:

  • Канженге
  • Салон
  • Орильеро
  • Милонгеро
  • Нуэво
  • Сәхнә тангоһы

Музыка буйынса танго бер нисә төргә бүленә:

  • Классик танго
  • Танго-вальс
  • Милонга (етеҙ темпменән айырыла)
  • Танго-фокстрот
  • Канженге
  • Кандомбе
  • Танго-нуэво

Билдәле башҡарыусылар, оркестр етәкселәре һәм композиторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Адольфо Карабелли — музыкант, композитор, пианист, дирижер
  • Альберто Ди Пауло — музыкант, композитор, бандеонист, оркестр етәксеһе
  • Альфредо Де Ангелис — музыкант, композитор, пианист, оркестр етәксеһе
  • Анхель Варгас — музыкант, йырсы
  • Анибаль Тройло — музыкант, композитор, бандеонист, оркестр етәксеһе
  • Армандо Понтьер — музыкант, композитор, бандеонист, оркестр етәксеһе
  • Астор Пьяццолла — музыкант, композитор, бандеонист, аранжировщик, оркестр етәксеһе
  • Карлос ди Сарля — музыкант, композитор, пианист, оркестр етәксеһе
  • Карлос Гардель — йырсы, музыкант, билдәле гитарасы, актер
  • Либертад Ламарке — музыкант, йырсы, актриса
  • Эдгардо Донато — музыкант, композитор, скрипкасы, оркестр етәксеһе
  • Энрике Марио Франсини — музыкант, композитор, скрипкасы, оркестр етәксеһе
  • Энрике Родригес — музыкант, композитор, автор, бандеонист, оркестр етәксеһе
  • Франсиско Канаро — музыкант, композитор, скрипкасы, оркестр етәксеһе
  • Хуан Д’Ариенцо — музыкант, композитор, скрипкасы, оркестр етәксеһе
  • Освальдо Фреседо — музыкант, композитор, бандеонист, оркестр етәксеһе
  • Освальдо Пульезе — музыкант, композитор, пианист, оркестр етәксеһе
  • Родольфо Бьяджи — музыкант, композитор, пианист, оркестр етәксеһе
  • Тита Мерельо — музыкант, автор, композитор, йырсы
  • Оскар Строк — композитор
  • Якоб Гаде — музыкант, композитор.

Документаль фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2013 — Негритянское танго: Африканские корни танго / Tango Negro, les racines africaines du tango (реж. Дом Педро / Dom Pedro)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 http://www.unesco.org/culture/ich/en/RL/tango-00258
  2. 2,0 2,1 2,2 http://www.unesco.org/culture/ich/en/decisions/4.COM/13.01
  3. Новый словарь русского языка. Толково-словообразовательный. Автор Т. Ф. Ефремова. Печатное издание М.: Русский язык, 2000.
  4. The Tango. Intangible Heritage Lists. UNESCO. 30 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  5. Сайт Испанская культура, Статья «История танго». 4 февраль 2013 тикшерелгән.
  6. Ministerio de Educación de la Nación Argentina El origen del día (исп.)
  7. Аргентина и Уругвай отметили Международный день танго // «РИА Новости», 12 декабря 2012

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]