Вардё

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вардё
Герб
Vardø komm.svg
Рәсем
Этнохороним vardøværing[1], vardøværing[1], vårøyværing[1] һәм vårøyværing[1]
Дәүләт Flag of Norway.svg Норвегия[2]
Административ үҙәк Vardø[d]
Административ-территориаль берәмек Финнмарк[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Варангер-фьорд[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Варангер[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Vardø[d]
Хөкүмәт башлығы Q65718472?
Халыҡ һаны 2137 кеше (1 ғинуар 2016)[3]
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d]
Сиктәш Вадсё һәм Ботсфьорд[d]
Майҙан 600 км²
Почта индексы 9950
Рәсми сайт vardo.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Вардё Викимилектә

Вард (норв. Vardø ) — Норвегиялағы ҡала һәм коммуна .

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Варде фюлькала (административ берәмектә) Финнмарк — Варангер ярымутрауында, Норвегияның иң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Варяг ҡултығының төньяғында оҙонса Варде утрауында (оҙонлоғо 6 км) урынлашҡан.


Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылдың 1 ғинуарына Нарвегияның үҙәк статистика бюроһы мәғлүмәте буйынса, ҡала халҡы 1930 кеше иҫәпләнә.[4] Халҡтың төп массаһын норвегиялар тәшкил итәләр.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Бөтә Норвегия шоссе юлдары системаһы менән бәйле. Утрау менән материк араһынан туннель һалынған.

Ҡалала (материк өлөшөндә) аэропорт эшләй.

Ҡаланың портына Хюртирутанан пассажир йүнәлешендәге ҡараптар инә.

Хужалыҡтағы әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гавань, порттар, балыҡ сығарыу функциялар бар. Шунда уҡ Вардехюс, йәки Вардегуз (Vardøhus) — Норвегияның һәм донъяның иң төньяҡ урта быуаттарҙан ҡалған ҡәлғә урынлашҡан. Ҡәлғәлә, климатик сәбәптәр арҡаһында Вардела бик аҙ булған бер ағас үҫә, уны һыуыҡтан һәм елдән һаҡлап һәр ҡыш һайын урайҙар.?

Globus радары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылдан алып ҡалала Globus II (AN/FPS-129 «Stare Have») радары урынлаша. Радарҙың бурысы, Ер эргәһендә осоп йөрөгән суп - сарҙар артынан ҡарау.

II Радар Globus

Әммә, радар Рәсәй сигенә яҡын булғас һәм, Варде радарының американың ракеталарға ҡаршы булған оборона системаһы менән бәйле булыу ихтималы өсөн, станция Рәсәй менән Норвегия араһында дипломатик бәхәскә сәбәп булды[5]. Рәсәй яғы, станцияның баш бурысы - ул баллистик ракеталарының ебәрелеуе артынан ҡарау, - тип һанай.[5]. Күрәһең, радиолокация станцияһы ПРО АҠШ милли мәнфәғәтендә ҡулланыла ала, был, үҙ сиратында, ПРО-72 килешеүен туранан-тура боҙоу булып тора [6].

2017 йылдың майында Вардела тағы ла көслөрәк Globus III радарының монтажы башлана[7].

Вардехус Ҡәлғәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вардела 13-14 быуаттан тарихы күҙәтелгән Вардехус ҡәлғәһе урынлашҡан. Егерменсе быуатта ла ҡәлғә үҙ ролен Икенсе донъя һуғышында уйнай һәм әҙерәк төрмә булып торҙо. Әлеге ваҡытта ул туристар өсөн иҫтәлекле урын.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]