Әминев Хәлил Мөхәммәт улы
Әминев Хәлил Мөхәммәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1886 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1959 |
Һөнәр төрө | көрәшсе |
Спорт төрө | Спорт көрәше[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы |
Ил |
Рәсәй империяһы СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әминев Хәлил Мөхәммәт улы (1886—1959) — көрәшсе. Георгий тәреһе бантының тулы кавалеры. Милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың халыҡтар Спартакиадаһының Урал-Кузбасс зонаһында абсолют чемпионы (1932).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәлил Мөхәммәт улы Әминев 1886 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫән ауылында (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе) башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә[1]. Йәш саҡтан уҡ йөҙ килограмдан ашыу ауырлыҡтағы баһадир була, эргә-тирәләге бөтә һабантуйҙар ҙа уның еңеүе менән тамамлана.
1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы башланыу менән, хәрби хеҙмәткә алына. 1915 йылдың июненән Рәсәй ғәскәренең 27-се армия корпусы 70-се пехота дивизияһының 303-сө Сеннен полкы составында һуғыша. 1916 йылдың 8 ноябрендә разведка операцияһы барышында ауыр яралана. 1916 йылдың 15 декабрендә тәүге 4-се дәрәжә Георгий тәреһе (№576838) менән бүләкләнә[2].
303-сө Сеннен полкы 1914 йылдың авгусында ойошторола... Полк 1914 — 1915 йылдарҙа Көнсығыш Пруссияла Штренгельн, Клейн, Гармен һәм башҡа ауылдар районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Әминев Хәлил Беренсе донъя һуғышында айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Башҡорт батыры — Георгий тәреһе бантының тулы кавалеры[4].
30-сы йылдар башында Әминев оло уңыштарға өлгәшә. 1932 йылдың йәйендә (15 — 20 июнендә) милли көрәш буйынса Бөтә Башҡорт уйындары үткәрелә. Баймаҡ районынан ярышҡа 40 кеше килә. Программа бик бай була, спорт уйындары йыр-моң менән үрелеп бара. Хәлил Әминев беренсе урынды ала[1]. Шул уҡ йылда (1 — 15 августа) милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың халыҡтар Спартакиадаһы уҙғарыла. Ярыштар Свердловскиҙә (хәҙер Екатеринбург) үтә. Милли көрәш буйынса барыһы 360 спортсмен ҡатнаша. Урал-Кузбасс зонаһында Хәлил Әминев абсолют чемпион исеменә лайыҡ була. Икенсе урында — уның яҡташы, Басай ауылынан Кәрим Дияров (һуңынан билдәле ҡурайсы һәм фольклорсы), өсөнсө урынға Арғаяш (хәҙер Силәбе өлкәһе) егете, комвуз студенты Ғәлләмов лайыҡ була. Дөйөм алғанда, Рәсәй кимәлендәге ярыштар башҡорт спортсмендары өсөн бик уңышлы була, сөнки атыу буйынса — беренсе, йүгереү буйынса — икенсе-өсөнсө урындарҙы биләйҙәр[1].
Хәлил Әминевтың улы Хәмзә иҫләүенсә, 1945 йылда уның атаһы Хәлил Мөхәммәт улы Әминев Үрнәктә (Ниғәмәт) үткән һабантуйҙа һуңғы тапҡыр көрәшеп еңеүсе була. Баһадирға ул саҡта 60 йәш була[1].
1959 йылда 73 йәшендә вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992 йылда Баймаҡта милли көрәш буйынса чемпион Хәлил Әминев иҫтәлегенә буклет баҫтырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 96-98 биттәр.
- ↑ 2,0 2,1 Сәйғәфәров Ә. М. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Өфө. 2019. Китап. Т. 350 экз. — 300 б.
- ↑ Военно-исторический архив РСФСР. Ф.2912. оп.1 д.162
- ↑ Ватандаш. Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал. Улар менән район ғорурлана. 2001-4. 30-37 биттәр
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ватандаш. Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал. Улар менән район ғорурлана. 2001-4. 30-37 биттәр.
- Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 96-98 биттәр.
- Сәйғәфәров Ә. М. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Өфө. 2019. Китап. Т. 350 экз. — 300 б.