Латыш уҡсылары
Латыш уҡсылары | |
Нигеҙләү датаһы | ноябрь 1920 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рижская операция[d], Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Октябрь революцияһы, Восстание левых эсеров[d], Ярославское восстание[d], Ҡазан операцияһы, Борьба за независимость Латвии[d], Поход на Москву[d], Наступление Северо-Западной армии осенью 1919 года[d], Бои на Каховском плацдарме (1920)[d] һәм Перекопско-Чонгарская операция[d] |
Дәүләт |
Рәсәй Совет Рәсәйе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Латыш уҡсылары Викимилектә |
Латыш уҡсылары (рус. Латы́шские стрелки́, латыш. Latviešu strēlnieki) — 1915 йылда Лифляндия, Курляндия һәм Витебск губерналары халҡынан Беренсе донъя һуғышы ваҡытында рус армияһында ойошторолған бер нисә уҡсылар частарының шәхси составы.
1916 йылда уларҙан Латыш уҡсылар дивизияһы ойошторолған. Һигеҙ латыш уҡсылар полкында 40 мең самаһы кеше хеҙмәт иткән[1]. Команда теле — латышса. Уҡсылар араһында грамоталылыҡ 98 % була.
Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында, латыш полктарының күбеһе большевиктарҙы хуплаған, һәм 1918 йылдың 13 апрелендә Ҡыҙыл армияла тәүге даими берләшмәләрҙең береһенә әйләнгән совет латыш уҡсылар дивизияһы ойошторола.
1918 йылдың көҙөндә дивизияла 24 меңгә яҡын кеше була һәм РСФСР Ҡораллы көстәрендә иң ҙур милли формирование булып тора. Латыш уҡсылары большевиктар яғында бик яҡшы ойошҡан хәрби көс булараҡ файҙаланыла: уларҙың полктары Граждандар һуғышының бөтә фронты буйлап киң ҡулланылған.
Латыш уҡсылары ҡаты дисциплинаһы менән айырылып тора, бер нисә ҡалала большевиктарға ҡаршы ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн ебәрелә (Ярославль, Муром, Рыбинск, Калуга, Медынь[2], Һарытау, Новгородт һ. б.)[3]. Уҡсылар Финляндиялағы граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан[4]. Латыш уҡсыларының күбеһе Ҡыҙыл армияла һәм совет власть органдарында ҙур етәксе вазифаларға өлгәшә. Атап әйткәндә, РСФСР-ҙың беренсе баш командующийы И. Вацетис, ә ГУЛАГ-тың беренсе начальнигы — элекке латыш уҡсыһы Ф. Эйхманс була.
Латыш уҡсыларының икенсе өлөшө 1918 йылдан аҡтар хәрәкәте яғында була (Троицк батальоны, Имант полкы).
Беренсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғыс тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы крайында Беренсе донъя һуғышы башланғас, мобилизация иғлан ителә. 1914 йылдың 27 июлендә үк Вольмар, Вена һәм Валкск өйәҙҙәрендә 1909—1913 йылғы резервистарҙы саҡырыу башлана, ә 30 июлдә дөйөм мобилизация иғлан ителә. Йәлеп ителгән латыштарҙы ХХ һәм III армия корпустарына, 68-се пехота дивизияһына, шулай уҡ Усть-Двина ҡәлғәһенә ебәргәндәр. Мобилизацияланған төркөмдәрҙең бер өлөшө Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелгән. Шулай уҡ Көнсығыш Пруссияға һуғыштың тәүге көндәрендә 20-25 мең латышты ебәргәндәр тип фараз ителә[5].
1914 йылда Усть-Двина ҡәлғәһенең ирекле ҡораллы көстәре ойошторола, улар артабан ойошторолған латыш частарының нигеҙе булып хеҙмәт итә. 1915 йылда Политехникум студенттары үҙҙәре араһынан разведка һәм элемтә отрядтарын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһай.
7 майҙа немецтар Либаваны ала, фронт Виндава (Вента) йылғаһы буйында барлыҡҡа килә. Июлдә немец армиялары икенсе һөжүмде башлай — 14 июлдә улар Виндава йылғаһы аша сыға, 17 июлдә Добелены ала, 18 июлдә Туккум һәм Виндава баш һала. Тиҙ барған немец һөжүме Курляндия халҡын Лифляндияға һәм Ригаға, артабан Рәсәйгә күпләп эвакуацияланырға мәжбүр итә.
Курляндия һәм Лифляндия губернаторҙары ҡаршылығына ҡарамаҫтан,[6] Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа етәкселек итеүсе генерал Алексеев 1 августа (иҫ.ст.19 июлдә) 322-се (848-3287) латыш уҡсылар батальондарын ойоштороу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя.[7] Бер үк ваҡытта Петроградта Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Я.Голдманис һәм Я. Залитистың үҙ ватандаштарына: «Латыштар байрағы аҫтына тупланығыҙ!» тигән мөрәжәғәте баҫылып сыға. Улар үҙ ирке менән булдырылған латыш батальондарында хеҙмәт итергә саҡыра. 8 уҡсы батальон төҙөргә ҡарар ителә, уларҙың һәр береһе нигеҙенә Усть-Двина ҡәлғәһе батальондарынан уҡсыларҙы ҡушырға планлаштырыла. 12 августа Ригала ирекмәндәр яҙыла башлай, беренсе көндә 71 кеше ғариза бирә.
12 сентябрҙә немецтар — Фридрихштадтты, ә 23 октябрҙә Иллуксты баҫып ала. 3-сө Курзем һәм 2-се Рига латыш батальондары Көнбайыш Двинаның һул ярында Икскюль янындағы участканы һаҡлап ҡала ала, һуңғараҡ уны ҙур юғалтыуҙар арҡаһында «Үлем утрауы» тип атағандар.
1915 йылда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риганы һаҡлар өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытта планлаштырлыған икәү урынына өс батальон төҙөлә. 23 октябрҙә 1-се Усть-Двина уҡсылар батальоны фронтҡа ебәрелә. 25 октябрҙә Мангаль эргәһендә, Тирель һаҙлығы янында, 29 октябрҙә Плаканциемсҡа яҡын Миса ярҙарында латыштар немец ғәскәрҙәрен артҡа, Курляндияға ҡыуып ебәрә алған. 28 октябрҙә Латыш йәмғиәте йортонда матәм митингыһы үтә, һәм Тирель һаҙлығы буйында һәләк булған өс һалдат яңы Туғандаштар зыяратында ерләнә.
26 октябрҙә, Кеккау районына 2-се Рига батальоны ебәрелгән, ул 31 октябрҙә немец һөжүмен туҡтатҡан. 5 ноябрҙә 3-сө Курзем батальоны алышҡа инә. Был һуғыштар тамамланғандан һуң бөтә латыштарға дөйөм мобилизация иғлан ителә, һөҙөмтәлә тағы ла 5 латыш уҡсылар батальоны, шулай уҡ бер запас батальон булдырыла.
Латыш уҡсыларының 1915 йылда эшмәкәрлегендә төп ҡаҙаныш булып Рига янында фронт линияһын тотороҡландырыу тора. Рига ҡулдарына төшкән хәлдә немецтар өсөн Рәсәй империяһының баш ҡалаһы — Петроград ҡалаһына юл асылыр ине.
1916 йыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ригалағы әүҙем һуғыш хәрәкәте 1916 йылдың 21 мартында, латыш уҡсыларының 1-се һәм 2-се батальондары Рига — Бауска шоссеһы янында Германияның нығытылған позицияларын өҙгәс, Кеккау (Кекава) тирәһендә яңынан башлана, әммә рус армияһы көслөрәк һөжүмгә күсмәй. Кеккау эргәһендә алыш 16-22 июлдә башлана, Олай (Олайне) районында алышҡан 5-се Земгал һәм Үлем утрауында алышҡан 3-сө Курзем батальондарынан тыш, унда тәүге тапҡыр бөтә латыш батальондары ҡатнаша.
1916 йылдың йәйендә фронттағы частарҙа 11,5 меңгә яҡын уҡсы булған. Башлыса — латыштар (10 278 кеше), шулай уҡ эстондар (402), урыҫтар (192), литвалар (174), поляктар (128), немецтар (25). Улар араһында башҡа частарҙан күскән (6 567) һәм мобилизацияланған (2 318) ирекмән уҡсы булған.
1916 йылдың 25 сентябрендә (яңы ст. 8 октябрҙә) немец ғәскәрҙәре Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Латвиялағы Үлем утрауында ҙур майҙанда газ атакаһы үткәрә. 8 көн буйы немец атакаларын кире ҡағып торған 2-се Рига батальонынан 120 уҡсы газ менән ағыулана.
Һуғыштар тынған арала, 4 ноябрҙә латыш уҡсылар батальондары ике бригадаға берләштерелгән полктарға үҙгәртелә, Латыш уҡсылар дивизияһы ойошторола. Бригаданың беренсе командирҙары — генерал-майор А. Аузан (Аузанс) һәм А. Миссин (Мисиньш). 6 декабрҙә латыш полктары өсөн ялан госпиталдәре һәм дезинфекция пункттары ойошторола.
12-се армия составында, Себер уҡсылары менән бергә, латыш уҡсылары Төньяҡ-Көнбайыш, һуңынан Төньяҡ фронттарҙың оборона йүнәлешен биләй. Мазтирелис һаҙлығы янында, Плаканиеши һәм Шлок янында яуҙарҙа ҡатнашалар. 1916 йылдың аҙағында — 1917 йылдың башында немец позицияһына һөжүм итергә уҡталып ҡарайҙар (Митава операцияһы). 6-сы Себер корпусы менән Бабит оператив төркөмөнә ҡушылған латыш уҡсылар дивизияһы ауыр алыштарҙа ҡатнаша. Айырыуса ҡыйыу рәүештә Пулемётная горка бейеклеген алғанда һәм оборонала батырлыҡ күрһәтәләр.
Латыш уҡысыларының иң атаҡлы алыштары 1916 йылдың 23 — 29 декабрендә булған (я.с.1917 йылдың 5 — 11 ғинуарында). Был алыш хәрби тарихҡа «Раштыуа һуғыштары» исеме менән индерелгән. Ф.Бриедис планы буйынса фекер алышҡандан һуң көстө ике төркөмгә бүлергә ҡарар итәләр.
Һөжүм иткәндә көтөлгән артиллерия әҙерлеге тәьмин ителмәй, һалдаттарға немец уты аҫтында сәнскеле тимерсыбыҡтар аша үтергә тура килә. Уҡсылар бер нисә километр алыҫлыҡҡа немец территорияһына үтеп инһә лә, армия етәкселеге уңышты файҙалана алмай һәм киң майҙанда һөжүм башламай. 1917 йылдың 22 — 31 ғинуарынан (я. с.) барған «ғинуар һуғышы» барышында немецтар "раштыуа һуғышы"нда юғалтҡан биләмәләрен кире ҡайтарырға тырыша.
Был алыштарҙа латыш уҡсылары ғәҙәттән тыш ҡаһарманлыҡ күрһәтә, ғәйәт ҙур юғалтыуҙар кисерә. Рус армияһы был алыш барышында 26 мең кеше юғалта, шуның 9 меңе — латыш уҡсылары. Һалдаттар армия етәкселегенә ышанмай башлай, латыш частары араһында командованиеның хыянаты тураһында имеш-мимештәр тарала.
1917 йылдың 7 февралендә генерал Алексеев хәрби министрҙан фронттың Рига участкаһында ваҡиғаларҙы тикшереү өсөн комиссия ебәреүҙе талап итә, ләкин тикшереү Февраль революцияһы арҡаһында килеп сыҡмай.
Дивизияға берләштерелгән бригадаларға латыш уҡсылар полкы өҫтәлә. Уның төп тәғәйенләнеше яңы хеҙмәткә алыныусыларҙы йәлеп итеү һәм уҡытыу, дивизия частарында юғалтыуҙар арҡаһында бушаған урындарҙы тулыландырыу була.
Һәр латыш уҡсылар полкының штатын 2497 кеше тәшкил итә (шуларҙың 1854-е — түбәнге чин строевойҙары). Был мәлдә Вольмарҙа урынлашҡан запас полкта шәхси составтың һаны 10-дан 15 мең кешегә тиклем тәшкил иткән.
Латыш дивизияһында шәхси состав рус армияһының стандарт пехота дивизияһының һан штатынан артығыраҡ була. Ставка Митава районында һөжүмгә әҙерләнә, һәм бик күп юғалтыуҙар күҙалланыла.
Һәммә уҡсылар ҡулында АҠШ-та рус патронына яраҡлаштырып эшләнгән, 1895 йылғы өлгө буйынса Америка Винчестер системаһы 7,62-мм винтовкалары була, 1916 йылдың сентябрендә уларҙы Арисака япон винтовкалары алмаштыра.
Призывниктар бик күп алына, һәм уларға ғәҙәти Мосин винтовкаһы етмәй башлай. Икенсе һәм өсөнсө эшелон ғәскәр тулыһынса тиерлек АҠШ һәм Япониянан һатып алып ҡораллана.
Ике революция араһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль революцияһы еңгәндән һуң, 1917 йылдың 24-26 мартында l уҡсылар конгресы үткән, улар Ваҡытлы хөкүмәттән Латвия өсөн автономия һораған һәм ыңғай яуап ала алмаған.
Уҡсыларҙың ll конгресы 1917 йылдың 25 — 30 майында Ваҡытлы хөкүмәткә ышанмау белдерә. Батальондарҙа һәм роталарҙа большевиктар агитацияһы уңышҡа өлгәшә. Берләшкән Совет ойошторолғандан һуң латыш уҡсылар полктарының (Исколастрел) абруйы һалдаттар араһында нығыраҡ күтәрелә башлай.
1917 йылдың майына латыш уҡсыларыбольшевистик 12-се армия көстәренең нигеҙенә әүерелә. Июлдә, берләшеп, рус һәм латыш полктарының комитеттары меньшевистик Искосолға ҡаршы сығыш яһай. Латвияның Эшселәр, уҡсылар һәм ерһеҙ депутаттар Советы башҡарма комитеты (Исколат) төҙөлөү ваҡытына уның күпселеген латыш большевиктары тәшкил иткән.
18 июлдә Л. Г. Корнилов А. Ф. Керенский тарафынан Главнокомандующий итеп тәғәйенләнә, ул ошо вазифала эшләгән А. Брусиловты алмаштыра. Алмаштырыуҙың маҡсаты — армияның тарҡалыуын туҡтатыу һәм ғәскәрҙәр өҫтөнән контролде юғалтмаҫҡа ынтылыу, армияла большевиктар Советтарының йоғонтоһон кәметергә маташыу була.
Генерал Корниловтың талабы буйынса армияла дисциплинаны тергеҙеү өсөн Ваҡытлы Хөкүмәт үлем язаһын индерә. Ҡаты ысулдар менән, айырым осраҡтарҙа дезертиҙарҙы атып, генерал Корнилов рус армияһын хәрби һәләтлелеккә ҡайтара һәм фронтты тергеҙә.
Уҡсыларҙың lll конгресы 1917 йылдың 29-30 июлендә үтә. Әммә 1917 йылдың 20 авгусында (я.с. 2 сентябрҙә), яңы главнокомандующий Л. Г. Корниловтың барлыҡ тырышлығына ҡарамаҫтан, Төньяҡ фронт ғәскәрҙәре Германияға Риганы бирә. А. И. Деникин был хаҡта үҙенең хәтирәләрендә яҙа[9][10]Сентябрҙә уҡсылар делегацияһы йәш Рәсәй Республикаһынан Латвия өсөн автономия һорай[11].
1917 йылдың 20 октябрендә латыш уҡсылар полктарының сәйәси комиссары (һуңғараҡ — Латыш корпусы) итеп С. М. Нахимсон һайлана.
Большевиктар партияһының Үҙәк Комитеты күрһәтмәһе буйынса, латыш уҡсылары, стратегик мөһим тимер юл узелдарын һәм станцияларын ҡамап, Октябрь революцияһы ваҡытында Ваҡытлы хөкүмәт яҡлы ғәскәрҙәрҙен йөрөтөргә мөмкинлек бирмәй.
Ҡыҙыл латыш уҡсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 26 октябрендә 12-се армияның хәрби-революция комитеты йәшерен эшләүен туҡтата һәм фронт буйы һыҙатында власты үҙ ҡулына ала. Ул армияға мөрәжәғәт итеп, Петроград ихтилалы тураһында хәбәр итә һәм революцион пролетариатҡа ярҙам итергә саҡыра. 1-се Усть-Двина менән 3-сө Курзем полктары фронтта позицияларын ҡалдырып, Венден ҡалаһына килә, тимер юл станцияһын биләй, 6-сы Тукум һәм 7-се Бауска полктары Вольмарҙы ала[12]
22 ноябрҙә үк 6-сы Тукум полкы (2,5 мең кеше) тулы составта совет власын яҡлау өсөн Петроградҡа совет власын яҡларға килә. Бер аҙнанан һуң уның артынса латыш уҡсыларының йыйылма ротаһы килә, уға ҡыҙыл гвардия отряды менән бергә Совнаркомды һәм Смольныйҙы һаҡлау ҡушылған. Һәр латыш полкынан 40 ышаныслы уҡсы һәм бер офицер һайлап алына. Полктар комитеттарының һәм большевиктарҙың тәҡдимдәре буйынса һайлап алынған дәғүәселәрҙе дөйөм йыйылышта раҫлайҙар. Йыйылма рота 9 декабрҙә Петроград ҡалаһына килә. Бынан һуң Смольныйҙа 328 латыш уҡсыһы тамаша залында йыйыла, улар менән В. И. Ленин һөйләшә. Ротаны бинаның өсөнсө ҡатында урынлаштыралар[13]
Был ваҡытта инде уҡсылар тулыһынса большевиктар йоғонтоһона эләгә, 25 ноябрҙә үткәрелгән Ойоштороу йыйылышын һайлауҙа латыш уҡсылары полктарында улар 96,5 % тауыш ала[14].
Икенсе яҡтан, латыштар Төньяҡ фронт исемлеге өсөн генә тауыш бирә ала, ә унда Ленин, латыш большевиктары Пётр Стучка, Ивар Смилга, Карлис Петерсонс һәм башҡалар була. Асылда, уҡсыларға башҡа һайлар кеше лә булмай [15].
Үҙ ваҡытында Совет пропагандаһы латыш уҡсыларның Совет власына тоғролоғон билдәләүгә бик күп көс һала. Улар араһында ысынлап та инанған большевиктар ҙа була. Әммә улар һәр ваҡыт әҙселектә булған — 1917 йылдың аҙағында 5%-тан артмаған[16].
Латыш уҡсылары большевистик етәкселәрҙең, шул иҫәптән В. И. Ульянов (Ленин) һәм Я. М. Свердловтың Петроградтан Мәскәүгә 1918 йылдың 10-11 мартында (4001-се поезд) ҡылған сәфәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итә, Малая Вишера станцияһында Балтика матростары менән саҡ атыш сыҡмай ҡала[17].
1918 йылдың 13 апрелендә латыш уҡсылары яҡшы ҡоралланған Латыш Совет уҡсылар дивизияһына (дивизия начальнигы — И. Вацетис) туплана.
Большевиктарға хеҙмәт итеүҙән баш тартҡан офицерҙар урынына дивизия урыҫ частарынан алынған латыш командирҙары менән тулыландырыла. Был дивизияла большевиктар һаны бер ҡасан да 10%-тан артмаған, һәм хатта был 10 % та һирәк осраҡта партия диктатына ҡарыулашмай ғына буйһонған[18].
9-сы Латыш дивизияһының уҡсылар полкы Кремль комендант хеҙмәтендә төп урында була[19]. Уҡсылар эшмәкәрлеге ҡарауыл хеҙмәте менән сикләнмәгән, Кремлдең коменданты П. Д. Мальков күрһәтмәһе буйынса латыш частары ЧК уҙғарған берлектәге язалау операциялары ваҡытында ла, шулай уҡ Мәскәү Сухарев баҙарында алыпһатарҙарға ҡаршы облаваларҙа ла файҙаланыла[20]
1918 йылдың сентябрендә 9-сы Латыш уҡсылар полкы тулы составында фронтҡа ебәрелә[21].
1918 йылдың көҙөндә латыш уҡсылар сафында 24 мең кеше иҫәпләнә.
- Начдивтар
- И. И. Вацети (13 апрель — 17 июль 1918)
- А. В. Косматов (вазифа башҡарыусы, 18 — 25 июль 1918)
- П. Я. Авен (25 июль 1918 — 11 ғинуар 1919)
- Г. Г. Мангул (Мангулис) (12 ғинуар — 26 март 1919)
- А. А. МартусевичМартусевич а. а. (27 март — 20 октябрь 1919)
- Ф. К. Калнин (Калниньш) (20 октябрь 1919 — 4 июль 1920)
- Я. Я. Лацис (4 — 15 июль 1920)
- К. А. Стуцка (15 июль — 28 ноябрь 1920)
Довбор-Мусницкийға һәм Калединға ҡаршы хәрәкәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың ғинуары. Могилев губернаһы Рогачёв ҡалаһы эргәһендә Юзеф Довбор-Мусницкий корпусының контрреволюцион фетнәһе сыға. Уны баҫтырыуҙа 1-се Усть-Двина һәм 4-се Видзем уҡсылар полктарының подразделениелары һәм Балтика флоты матростарының йыйылма отряды ҡатнаша. Дөйөм етәкселекте И. И. Вацетис алып бара.
Ошо уҡ ваҡытта Рәсәйҙең көньяғына командировкаланған 3-сө Курзем полкы генерал Калединдың казак частарына ҡаршы һуғыша һәм 1918 йылдың 22 февралендә Дондағы Ростов ҡалаһына инә.
Латвияла ҡалған уҡсылар Брест-Литва солохо төҙөлгәндән һуң Рәсәйгә күсә һәм 1918 йылдың 13 апрелендә Латыш совет уҡсылар дивизияһына — Ҡыҙыл армияның тәүге даими берләшмәһенә ҡушыла.
Төрлө яҡҡа эвакуацияланған латыштарҙан Архангельск, Пенза, Саратов, Витебскиҙа һәр береһе айырым, үҙ аллы эшләгән хәрби частар һәм подразделениелар ойошторола.
Һул эсер фетнәһен баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брест-Литва солохо менән риза булмаған эсерҙар власть бүлешкәндә уларҙы ситләтәләр тип, етәкселәре 6 июлгә большевиктарға ҡаршы ихтилал билдәләй. Ф. Э. Дзержинский ихтилал тураһында мәғлүмәткә эйә була, һәм И. И. Вацетисҡа Мәскәүҙә мөмкин тиклем күберәк латыш уҡсыларын йыйырға тәҡдим итә. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, Көньяҡ фронттан 3-сө пехота һәм кавалерия полктары күсерелә. Дивизияның яртыһынан күберәге баш ҡалала һәм тирә-яғында урынлаша.
Шунан алда Ярославлдә Б. В. Савинков ҡатнашлығында аҡ гвардия фетнәһе күтәрелә. Уны бөтөрөүгә большевиктар өҫтәмә көс ебәрергә мәжбүр була, ләкин уҡсыларҙы резервта тотоп торалар.
6 июлдә немец илсеһе Граф Мирбах (граф Мирбах) үлтерелә, был иһә ихтилал башланыуға сигнал булып хеҙмәт итә. Д. И. Поповтың матрос отряды ҡала үҙәгендәге хәлде тиҙ арала ҡулына ала. Ҡаршылашыусыларҙы ҡыралар, йә иһә улар фетнәселәр яғына күсә. Һул эсерҙар ВЧК бинаһын яулап ала, ә Ф. Э. Дзержинский һәм М. И. Лацис ҡулға алына һәм подвалға ултыртыла.
Иртәһенә ҡала ситенән латыш уҡсылары эсерҙар яулаған биналарға һөжүм итә башлай. Артиллерия ярҙамында 1-се һәм 2-се уҡсылар бөтә стратегик мөһим объекттарҙан фетнәселәрҙе һөрөп сығара, тылдарҙы иһә башҡа полктар отрядтары таҙарта.
Вацетис И. И. «1918 йылдың июлендә һул эсерҙар фетнәһе» тигән мәҡәләһендә, уҡсылар яғынан юғалтыуҙар бик етди булды, әммә маҡсатҡа ирештек — фетнә уңышһыҙлыҡҡа осраны, Мәскәүҙә власть большевиктар ҡулында ҡалды, тип яҙа.
Латыш уҡсылары шулай уҡ Рәсәйҙең түбәндәге ҡалаларында ошондай ихтилалды баҫтырыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә: Петроград, Калуга, Вологда, Ярославль һәм башҡа ҡалалар.
1918 йылдың 12 июлендә В. И. Ульянов (Ленин) тәҡдиме буйынса дивизия начальнигы Иоаким Вацетис РККА-ның көнсығыш фронты командующийы итеп тәғәйенләнә.
Ҡазан өсөн һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың йәйендә Владимир Каппель етәкселек иткән Халыҡ армияһы һәм Чехословак корпусының уңышлы һөжүмдәре арҡаһында Ҡыҙыл армия алдында Ҡазанды юғалтыу ҡурҡынысы килеп баҫа. Ҡаланы һаҡлар өсөн Көнсығыш фронты баш командуюшийы Вацетис әмере менән Ҡазанға 5-се Земгале Латыш полкының 507 уҡсыһы, күпмелер һанда кавалерия һәм артиллерия частары килә[22] Латыш уҡсылары Ҡазан гарнизонының иң ҡеүәтле көсө булып сыға. Гарнизонға 1-се Латыш дивизияһы, 1000 кешелек матростар отряды һәм айырым ҡыҙыл отрядтар — йәмғеһе яҡынса 3000 кеше инә. Уҡсыларға Көнсығыш фронт штабын, пароход пристанен, Дәүләт банкыһын һәм келәттәрҙе һаҡларға бойороҡ бирелә. Һан яғынан ҡыҙылдар күберәк булһа ла, 7 августа урыҫ-чех отряды Ҡазанды яулап ала.
Ҡазан өсөн барған һуғыш Ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙең ғөмүмән алғанда әҙерлекһеҙ һәм көсһөҙ булыуын асыҡлай. Әммә ҡаланы яҡлап һуғышҡан латыш уҡсылары үҙҙәрен ҡаһармандарса тота[23] 5-се Латыш полкы Ҡазандың көньяғында чехтар менән бик оҙаҡ һәм ҡаты һуғыша, хатта уларҙы яңынан пристангә табан сигендерә башлай. Шулай булһа ла, Ҡазан кремлендә урынлашҡан, әлегәсә ҡыҙылдарға хеҙмәт иткән Серб батальонының 300 һуғышсыһы аҡтар яғына күскәс, хәл торошо үҙгәрә. Иң мөһим мәлдә батальон флангынан көтөлмәгән һөжүм яһай[24] Һөҙөмтәлә 5-се Латыш полкы еңелә. Полк аҡтарға әсирлеккә төшә.
Юғалтыуҙар тураһында төрлө фекерҙәр бар. Хәҙерге тарихсылар фекеренсә, 5-се Латыш полкы еңелә һәм ул тулыһынса тиерлек юҡ ителә[25]. Тәлғәт Насиров яҙыуынса, полкта хеҙмәт иткән 500-ҙән артыҡ һуғышсынан 40 уҡсы һәләк була һәм 137 яугир әсирлеккә төшә[26] Иҫән ҡалған уҡсыларҙың күбеһе элекке прапорщик Грегор етәкселегендә Царевококшайск йылғаһын аша сығып етә. Бер айҙан ҡыҙылдар Ҡазанды кире ҡайтарғас, әсир латыш уҡсылары полктарына кире ҡайта. Тағы бер мәғлүмәткә ярашлы, полк 350 һуғышсыһын юғалта: аҡтар уларҙы әсирлеккә төшөрә лә, һуңынан хәрби-ялан суды ҡарары менән атып үлтерә.
В. А. Зиновьев — Семберҙә фатирҙа йәшәгән 5-се улан Литва полкы офицеры, ул хәлдәрҙең шаһиты һәм унда ҡатнашыусы былай тип яҙа:
5-й Латышский полк целиком, во главе с командиром его, сдался нам. Это был единственный случай за всю Гражданскую войну, когда латышские части сдавались.[27] |
Латыш уҡысыларының Ҡазанға һөжүменә Ян Юдин етәкселек итә, ул бәрелештәр ваҡытында һәләк була.
1918 йылдың 20 августында Ҡазанды яҡлаған өсөн 5-се Латыш уҡсы полкына, Ҡыҙыл Армияла беренсе булып, Почетлы революцион Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыла.
1918 йылдың аҙағында латыш уҡсыларының Латвияға ҡайтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антанта илдәре талаптарына ярашлы, Латвияла немец ғәскәрҙәр аҡрынлап көнбайыш йүнәлешкә күсерелә бара. 1918 йылдың аҙағында Латвияға латыш дивизияһы ебәрелә. Частарҙың һөжүм итеүе ҡаршылыҡ күрмәй тиерлек һәм өс йүнәлеш буйынса үтә:
- Псков — Валка — Вольмар — Венден — Рига — Туккум — Виндава
- Розеново — Стокманы — Митав — Можейки — Либава,
- Полоцк — Двинск — Поневеж — Шавли — Либава.
1919 йылдың ғинуарында Латвияның Совет Армияһы ойошторола, уның нигеҙен латыш уҡсылар дивизияһы тәшкил итә. Латвияның Совет Армияһы 1-се уҡсылар дивизияһын тулы составта (5-се полктан тыш) төҙөй. 2-се дивизияға Совет Латвия биләмәһендә ойошторолған частар һәм тулыһынса Мәскәү эшселәренән комплектланған дүрт полк инә. Уларға Вентспилстың һәм Талсиның хәрби дружиналары ҡушыла. Беренсе этапта армия сафтарының һаны 22 меңгә яҡын була, ә майға ике тапҡырға арта. И. Вацетис, К.-Ю. Х. Данишевский, Я. Фабрициус, П. Я. Авен ғәскәргә етәкселек итә[28]
Латвия территорияһының байтаҡ өлөшө 1919 йылдың ғинуарында немец ғәскәрҙәренән ҡотҡарылған. Ҡыҙыл латыш уҡсылары һөжүм итергә уҡталыуҙары башҡаса уңыш менән тамамланмай. 1919 йылдың февраль айында Лиепаяла ирекле милли батальон формалаша башлай, ул артабан фон дер Гольц армияһы менән хеҙмәттәшлек алып бара һәм яҙға 40 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Латвияға көньяҡтан — поляк ғәскәрҙәре, төньяҡта эстон ғәскәрҙәре хәрәкәте башлана. Ҡыҙыл командованиеның «Тимер» дивизияға, ландесвер һәм эстон милли частары һөжүменә ҡаршы торорға маташыуҙары уңышһыҙ тамамлана. Латыш уҡсылары ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысы аҫтында Риганы ҡалдыра һәм Латгалияға сигенә[29]
Латвияның үҙәк райондарын ҡалдырғандан һуң 1919 йылдың йәйендә латыш уҡсылары ҙур юғалтыу кисерә, яңынан Латыш уҡсылар дивизияһына туплана.
Деникинсыларға ҡаршы көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың көҙөндә латыш полктары, Ҡыҙыл армияның иң яҡшы ғәскәрҙәре булараҡ, Деникин армияһының Мәскәү ҡалаһына походына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[30].
11 октябрҙә деникинсыларҙың латыш уҡсылары менән тәүге хәрби бәрелеше була. 27 октябрҙә һынылыш була, унан һуң Деникиндың Мәскәүгә походының селпәрәмә килгәне асыҡ күренә[31]. 1919 йылдың 19 декабрендә латыш уҡсылары Харьковты баҫып ала. Тарихсылар, латыш уҡсылары Мәскәүгә генерал Деникиндың походын кире ҡағыуҙа хәл иткес роль уйнаған, тип иҫәпләй. Бының өсөн Латыш дивизияһы почетлы Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнгән.
5-се латыш полкы генерал Н. Н. Юденич ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм ВЦИК-тың икенсе Почетлы Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була.
Врангель менән көрәш (Ҡырым өсөн алыштар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың мартына ҡарата Латыш дивизияһы 9 полкка бүленгән 17 мең кешенән торған. 1920 йылдың апрелендә латыштар РККА-ның төп һөжүм көсөн тәшкил итә, Ҡыҙыл Армия генерал Я. А. Слащёв оборона тотҡан Ҡырымды яулай алмай, латыштар Перекопты штурм менән алырға тырышалар, ВСЮР (Рәсәй Көнъяғының Ҡораллы Көстәре) көстәренә ҡаршы ҡаты һуғыш, ә һуңғараҡ Төньяҡ Таврияла Врангелдең Рус армияһы менән алыш көҙгә тиклем һуҙыла. 13 ноябрҙә Перекоп-Чонгар операцияһы барышында аҡтарҙың хәлдән тайыуынан һуң ғына латыш уҡсылары Евпаторияға бәреп инә.
Рига солох килешеүе шарттары буйынса, Совет Рәсәйендә латыш формированиелары таратылырға тейеш булған. 1920 йылдың 28 ноябрендә Ҡыҙыл Байраҡлы Латыш дивизияһы таратыла һәм 12 мең самаһы уҡсы Латвияға әйләнеп ҡайта[32]. Подразделение командирҙары, башлыса, Совет Рәсәйендә ҡала. Икенсе донъя һуғышы йылдарында элекке латыш уҡсыларының ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, Карлис Лобе) вермахт яғында Ҡыҙыл армияға ҡаршы һуғышҡан ирекле берләшмәгә инә
Аҡ латыш уҡсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың февралендә Латвиянан сигенгән уҡсыларҙың бер өлөшө ҡыҙылдар яғында һуғышмаҫа һәм, мөмкинсә, граждандар һуғышында ҡатнашыуҙан һаҡланырға ҡарар иткән. Немец оккупацияһынан ҡасып киткән күп кенә ғаиләләр Украинанала, Волга буйында, Уралда, Себерҙә урынлаша. Дөйөм алғанда, Аҡ хәрәкәттә 9,5 мең самаһы элекке латыш уҡсылары ҡатнаша. Себерҙә Антанта ғәскәрҙәре командующийы Жаненға ярҙам иткәндән һуң, латыштар — Имант полкы һәм Троицк батальоны (бергә алғанда 2000 штык) — Латвия территорияһын немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнашыу өсөн хәрби подразделениелар ойоштора башлай.
Комуч хөкүмәтенең хәрби министры генерал Галкиндың 1918 йылдың 1 октябрендәге беренсе бойороғо буйынса, Троицкиҙа латыш батальоны булдырыла. Уға элекке уҡсыларҙан тыш, латыш — колонистар һәм ҡасаҡтар ингән. Тәүге этапта Ҡыҙыл армияла хеҙмәт иткәндәрҙе һәм большевиктар яҡлыларҙы алмаҫҡа тырышалар.
Имант полкы командиры итеп — Я. Курелис (элекке5-се Земгал полкы командиры), Троицк батальон командиры итеп П. Дардзан тәғәйенләнгән.
Адмирал Колчак һәм уның тирәһендәгеләр яңы латыш частарына ышанмай, ә шул мәлдә төбәктә өҫтөнлөк иткән япондар 31 ирекмән уҡсыты атып үлтерә. Һуңғараҡ, баҫым яһай торғас, Япония хөкүмәте мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә компенсация түләй.
Чехословактар менән генә уртаҡ тел табыла. Уларҙың ярҙамы менән батальонды кейендереү һәм ҡоралландырыу мөмкин була. Англия һәм француз хәрби вәкилдәре быны, Латвияның яңы хөкүмәте менән түләү тураһында һөйләшеп, финанслаған.
Рус армияһы Главнокомандующийы А. В. Колчак тарафынан иғлан ителгән мобилизациянан һуң латыш частары Рус армияһының Көнсығыш фронты частары менән бара һәм, башлыса, ҡарауыл хеҙмәтен үтәй.
1919—1920 йылдарҙа ҡырыҫ Себер ҡышы шарттарында Омск, Томск, Чита һәм Харбин аша Троицк батальоны Владивостокҡа барып етә һәм союздаштарҙың караптарында Имант полкы менән 3 октябрҙә Латвияның Лиепая портына, ә бер нисә көндән — Ригаға инәләр. Меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ябай граждандар һәм балалар менән килә. Полктарҙы тәьмин иткән өсөн Франция һуңғараҡ Латвиянан — 8,5 миллион франк, ә Бөйөк Британия уларҙы тыуған иленә алып ҡайтҡандары өсөн 130 мең фунт стерлинг түләтә.
Латвия биләмәһендә һуғыш тамамланһа ла, батальон Латвия армияһы составына индерелә, ә таратылған Имант полкынан хеҙмәт итергә теләк белдергән һәр кемде алалар.
Нәфис әҙәбиәттә уҡсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Чакс — «Осенённые вечностью» поэмалар йыйынтығы (1-2 бб., 1937—1939).
Һынлы сәнғәттә уҡсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латыш уҡсылары һәйкәле (Рига, скульптор В. Албергс, 1970 йыл)
- Латыш уҡсыһы һәйкәле (Санкт-Петербург, скульптор А. А. Маргарян, 2016 йыл)[33] 2021 йылдың 22 ғинуарында һүтеп алынған, Латыш уҡсылары урамындағы 1-се корпус 17-се йорт ихатаһында торған[34].
- Язепс Гросвалдс — «Латыш уҡсыһы» картиналар циклы (1916—1917)
- Густав Клуцис — фотомонтаж «Атака. Латыш уҡсыһы» (1918)
- Зариньш Индулис, СССР-ҙың халыҡ рәссамы — триптих «Революция һалдаты» (1962—1965), «Легенда» (1971), «Уҡсылар байрағы» (1980)
- Янис Земитис — «Йәшен үткәс» (Ленин һәм ҡыҙыл латыш уҡсылары эсер фетнәһан баҫтырғандан һуң). Туҡыма, май, 1969. 188x134
- Андрейс Германис — Революцион һаҡсылары (Ҡыҙыл латыш уҡсылары кремлдә). Туҡыма, май, 1970. 120x160
- Гунтис Струпулис — Әңгәмә (Ленин һәм ҡыҙыл латыш уҡсылары) Туҡыма, май, 1970. 200x290
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфис фильмдар:
- Повесть о латышском стрелке реж. Павел Арманд, 1958
- Заговор послов реж. Николай Розанцев, 1965
- Шестое июля реж. Юлий Карасик, 1968
- Души в снежном вихре реж. Дзинтарс Драйбергс[lv], 2019
Документаль фильмдар:
- «Созвездие стрелков», режиссёр Юрис Подниекс, 1982
- Каратели. Правда о «латышских стрелках» — Рәсәй, режиссёр Геннадий Быков, 2007
Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вациетис И. И. «Историческая роль латышских стрелков» (на латышском языке)
- Кайминь Я. Латышские стрелки в борьбе за победу Октябрьской революции. Рига, 1961.
- Латышские стрелки в борьбе за советскую власть 1917—1920. Воспоминания и документы / отв. ред. Я. П. Крастынь — Рига.: Издательство Академии Наук Латвийской ССР, 1962. — 524 с.
- «История латышских стрелков (1915—1920)». Рига, Зинатне, 1972.
- «Латышские стрелки и красногвардейцы в первый год Советской власти». — Москва, 1975 г
- Революционные латышские стрелки (1917—1920) / колл. авт., ред. А. А. Дризул. Рига, «Зинатне», 1980—352 стр., илл.
- Красные латышские стрелки // «Вече». 1982. № 4, 5, 6.
- «Латвийская Советская энциклопедия», Рига, главная редакция энциклопедий, 1985 г.
- Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия / редколл., гл. ред. С. С. Хромов. — 2-е изд. — М., «Советская энциклопедия», 1987.
- Энциклопедия «Рига», Рига, главная редакция энциклопедий, 1989 г.
- Какурин Н. Е. Как сражалась революция (в 2-х тт.). том 2 (1919—1920). 2-е изд., доп. М.: Политиздат, 1990.
- «Военно-исторический журнал», Москва, 1997 г.
- Зайончковский A. M. «Первая мировая война» — СПб.: ООО «Издательство „Полигон“», 2002. — (14 глава). ISBN 5-89173-174-6
- Материалы Военного музея (Рига, Латвия)
- Деникин А. И. Очерки русской смуты. — М.: Наука, 1991.- Т. 1 «Крушение власти и армии» — ISBN 5-02-008582-0
- Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4
- Томан Б. А. За свободную Россию, за свободную Латвию. — М., 1975.
- Трушнович А. Р. Воспоминания корниловца: 1914—1934 / Сост. Я. А. Трушнович. — Москва—Франкфурт: Посев, 2004. — 336 с., 8 ил. ISBN 5-85824-153-0
- Andersons E. Latvijas vēsture 1914-1920. — Stockholm: Daugava, 1967. — 755 с. (латыш.)
- Valdis Bērziņš. «Latvija pirmā pasaules kara laikā», Rīga, 1987. (латыш.) (Валдис Берзиньш. Латвия во время Первой мировой войны, Рига 1987)
- Valdis Bērziņš. «Latviešu strēlnieki — drāma un traģēdija», Rīga, 1995. (латыш.) (Валдис Берзиньш. «Латышские стрелки — драма и трагедия», Рига, 1995)
- Jānis Lismanis. «1915 — 1920. Kauju un kritušo karavīru piemiņai». NIMS. Rīga, 1999. (латыш.) (Янис Лисманис. «1915-1920. В память воевавшим и павшим воинам», Рига, 1999)
- Latvju revolucionarais strēlneeks. Red. R.Apinis, V.Strauss, K.Stučka, P.Vīksne. I; II sējums. Maskava: Prometejs, 1934; 1935 (латыш.) OCLC Number 082234573, 494148838
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Песни стрелков (группа «Vilki») — Stobri jau karsti, Dzeloņdrātis, Uz priekšu latvieši.
- В 2000 году группа Skyforger выпустила альбом «Latviešu strēlnieki».
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латыш уҡсылары хөрмәтенә аталғандар:
- Ригала Латыш Уҡсылары майҙанында һәйкәл ҡуйылған.
- Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск районының Атепцев ауыл биләмәһе, унда урынлашҡан бер үк исемле тимер юл станцияһы, Наро-Фоминск эргәһендә яу тотҡан 201-се Латыш уҡсылары дивизияһы хөрмәтенә аталған. 1953 йылда дивизия яугирҙәре хөрмәтенә бында обелиск ҡуйылған.
- Латыш Уҡсылары урамы — Санкт-Петербургта.
- Ҡазандың Юдино һәм Азино биҫтәләрендә Латыш Уҡсылары урамы
- Орелда Латыш Уҡсыларыурамы.
- Совет самолеттары эшләүҙең беренсе емеше — «Латышский стрелок» АК-1 монопланы
- 2015 йылдың 1 авгусында Латвия Президенты Раймонд Вейонис Ригала Латыш уҡсыларының ойоштороу комитеты бинаһында, Тербатас урамы, 1 / 3 һанлы йорто адресы буйынса Латыш Уҡсылары хөрмәтенә рәссам Глебом Пантелеев ижад иткән мемориаль таҡтаташ аса.
Ҡәберлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ригала Туғандаштар зыяраты. Мемориаль ансамбль, хәрби ҡәберлектәр.
- Кекавалағы Туғандаштар ҡәберҙәре, Трушели янында урынлашҡан.
- Кекава крайының Кекава улусы Катлакалнс ҡасабаһындағы яугирҙәр зыяраты.
- Орел өлкәһенең Сосков районы Волчьи Ямы ауылындағы яугирҙәр зыяраты.
- Орел өлкәһенең Лавров ауылы зыяраты.
- Орел өлкәһенең Федотов ауылынан көнбайыштараҡ Латвияның латыш уҡсылары ҡәберлеге.
- Орел өлкәһенең Сосков районы Должонки ауылындағы яугирҙәр зыяраты.
- Ленинград өлкәһенең Лужа районы Скребловолағы яугирҙәр зыяраты.
- Ленинград өлкәһе Сясьстройҙағы ҡәберлек.
- Череповецта яугирҙәр зыяраты, Вологда өлкәһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Коллектив авторов. История России. XX век. Как Россия шла к ХХ веку. От начала царствования Николая II до конца Гражданской войны (1894–1922). — Litres, 2017-09-05. — 1665 с. — ISBN 9785040199266.
- ↑ 95 лет крестьянскому восстанию в Медынском уезде | Дзержинская районная газета "Новое время" (ингл.). nwnewskondrovo.ru. Дата обращения: 3 октябрь 2017. Архивировано 5 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ С. П. Мельгунов. Красный террор в России. 1918—1923
- ↑ Что и почему нужно знать о финляндской гражданской войне и ее герое Гольце .
- ↑ Andersons, 1967, с. 18,19
- ↑ Andersons, 1967, с. 79
- ↑ Andersons, 1967, с. 81
- ↑ …Рота Карла Зитара вместе с другими ротами заняла исходные позиции. Отсюда должно было начаться наступление. Внизу, невидимые в белых халатах, саперы резали проволочные заграждения. Неслышно, привычными руками прокладывали они путь через оборонительную линию противника под самым носом немецких сторожевых постов. А немного подальше, в своих блокгаузах и блиндажах спали успокоенные близостью рождественских праздников и тишиной на караульных постах дивизии Вильгельма II: они и не подозревали, что у самых стен их укреплений уже стоят войска противника и ждут лишь знака, чтобы броситься на неприятеля и прогнать его со своей земли, из лесов и с полей Курземе…
Лязгнула неосторожно задетая проволока. Немецкий караульный настораживается, и воздух рассекает одинокий выстрел. Стрелки, режущие проволоку, замирают на снегу, ожидая, пока успокоится встревоженный постовой. Затем они опять принимаются за работу, разрезая ряд за рядом, делая ход за ходом. Под прикрытием метели стоят немые ряды полков.
И наконец!
Вспыхивают огоньки внизу, беспокойно переминаются окоченевшие роты, нетерпеливо ожидая боевого сигнала. Все на своих местах: унтер-офицеры — возле своих отделений и взводов, офицеры — возле рот. И все напряженно всматриваются в темноту. Вот взлетают в воздух две красные ракеты, слышится отданная вполголоса команда, и серые полки приходят в движение. Темная волна катится вперед, разветвляется по ходам и растекается уже по ту сторону заграждений, как полая вода, налево и направо. Словно прорвавшая плотину река, вливаются они на поле боя, бурной струей несутся через овраги и равнину, по инерции толчками выплескиваются на высокий земляной вал и, все разрушая и затопляя на своем пути, перекатываются через бруствер и прыгают с трехметровой высоты на голову растерявшемуся противнику. Одновременно с латышами в наступление устремляются сибирские стрелки. Безмолвие кончилось.— Вилис Лацис, «Семья Зитаров». Рига, 1975 г.
↑ Деникин А. И. ОЧЕРКИ РУССКОЙ СМУТЫ. — М.: Наука, 1991.- Т. 1 — ISBN 5-02-008582-0, стр.462 ↑ Войска Северного фронта и особенно 12-й армии были наиболее развалившиеся из всех, и по логике вещей, не могли оказать врагу должного сопротивления… …В действительности, развращенный Северный фронт потерял всякую силу сопротивления. Войска его откатывались до того предела, до которого велось преследование передовыми немецкими частями, и затем подались несколько вперед только потому, что обнаружилась потеря соприкосновения с главными силами Гутьера, в намерения которого не входило продвижение далее определённой линии.
↑ ПРОВОЗГЛАШЕНА РОССИЙСКАЯ РЕСПУБЛИКА ↑ М. И. Казаков «Любые фланги» Лиесма, Рига 1977 г., стр.50-53 ↑ [Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о том, как латыши заняли Петроград . Rus.lsm.lv (8 декабрь 2017).] ↑ Andersons, 1967, с. 251 ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать в выборах 1917 года, или Большевики против «латышских крестьян». Rus.lsm.lv (25 ноября 2017) ↑ Янис Шилиньш, историк. Что и почему нужно знать о том, как большевики взяли власть в Видземе и Латгалии . Rus.lsm.lv (9 ноябрь 2017). ↑ М. Зарубежный «Евреи в Кремле» 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о создании «красной» дивизии латышских стрелков. Rus.lsm.lv (13 апреля 2018 года) ↑ Латышские красные стрелки на фронтах Гражданской войны 1918—1920 гг. ↑ П. Д. Мальков «Записки коменданта Московского Кремля» Из-во Молодая Гвардия 1962 г. стр. 60, 129—133 ↑ Президентский полк(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 25-05-2013 (4173 дней) — история, копия) ↑ Пресса комучевской Казани 2018 йыл 16 ноябрь архивланған. ↑ Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, с.254 ↑ Р. Г. Гагкуев Генерал Каппель // Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, стр. 58 ↑ Р. Г. Гагкуев Генерал Каппель // Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, стр. 58 ↑ Пресса комучевской Казани 2018 йыл 16 ноябрь архивланған. ↑ Зиновьев В. А. Воспоминания о белой борьбе //Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, с.364 ↑ https://web.archive.org/web/20120112021803/http://lib.rin.ru/doc/i/56032p14.htmlДирективы командования фронтов Красной Армии 3 ↑ Казаков М. И. Любые фланги. — Рига: из-во Лиесма, 1977. — С. 99—110. ↑ Латышские красные стрелки 1917—1921 ↑ Latvijas Avize: поддерживая большевиков, латышские стрелки сражались за независимость Латвии . Дата обращения: 23 май 2010. Архивировано 6 декабрь 2009 года. 2009 йыл 6 декабрь архивланған. ↑ День памяти бойцов за свободу Латвии ↑ Памятник латышским стрелкам на одноимённой улице Санкт-Петербурга . Латвийские Хроники. Дата обращения: 25 июнь 2019. ↑ Александр Ржавин — LiveJournal ↑ Каратели. Правда о латышских стрелках :: Видео на YouTubeВидео на YouTube Видео на YouTube Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Полное презрение к смерти. Добровольческие национальные части в Русской армии в годы Первой мировой войны 2012 йыл 15 февраль архивланған. // Сергей Базанов
- Нагрудные знаки латышских стрелков 2011 йыл 25 август архивланған. на сайте «Мир наград»
- Площадь стрелков на портале «Другая Рига»
- Латышские красные стрелки 1917—1921
- Фотографии Латышских красных стрелков
- Специализированный сайт «Латышские стрелки»
- Эскадрилья «Латышские стрелки» в 18 ГИАП
- Историк искусств Кэтлин Тахк о художниках-латышских стрелках.
- «Именно латышские стрелки развратили всю армию» // Взгляд, 3 сен 2017
- На флангах — латыши: как латышские стрелки принесли победу большевикам // Александр Филей
- ВИДЕО #LV99плюс: 100 секунд о первом шаге Латвии к независимости (Rus.lsm.lv)
- Что и почему нужно знать о переходе Латвии под власть Германии (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 94 секунды о создании «красной» дивизии латышских стрелков (Rus.lsm.lv)